Рәхмәтов Мирзо Рәхмәт улы
Рәхмәтов Мирзо Рәхмәт улы (1 май 1914 йыл, Джафар ҡышлағында (Джафр) Бохара әмирлеге — 20 август 1998 йыл, Дүшәмбе, Тажикстан) — совет тажик партия һәм дәүләт эшмәкәре, дипломат. Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе. Тажик ССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе (1956—1963).
Рәхмәтов Мирзо Рәхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1 май 1914 |
Тыуған урыны | Джафр (село)[d], Джафр (джамоат)[d] |
Вафат булған көнө | 20 август 1998 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Дүшәнбе, Тажикстан |
Һөнәр төрө | дипломат, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәДиһҡан ғаиләһендә тыуған.
1925 йылда крәҫтиән сифатында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1932 йылда «Зарбдор».колхозына инә.
1940 йылдан ВКП(б ағзаһы. 1948—1951 КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы .Юғары партия мәктәбен тамамлай.
- 1933—1934 йылдарҙа— совпартмәктәбендә уҡый.
- 1934—1940 йылдарҙа — комсомол эшендә Гарна, 1937 йылдан 1940 йылға тиклем— Сталинабад ҡала комитеты ЛКСМ секретары.
- 1941—1945 йылдарҙа—Гарм ҡала комитетында бүлек мөдире,КП(б) Тажикстан,
- 1946—1948 йылдарҙа Тажикстан ВК(б) Үҙәк комитетының кадрҙар бүлегенең беренсе урынбаҫары.
- 1951—1956 йыл — Тажик ССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
- ғинуар-май, 1956 г. — Тажикстан Коммунистар партияһының секретары.
- 1956—1963 йылдарҙа— Тажик ССР- ы Юғары Советы Президиумы рәйесе.
- 1963—1965 йылдарҙа— Тажик ССР-ы мәҙәниәт министры.
- 1965—1966 йылдарҙа— КПСС-тың үҙәк ревизия комиссияһында эшләй.
- 1966—1972 йыл — Йемен Ғәрәп Республикаһында СССР-ҙың Тулы хоҡуҡлы һәм Ғәҙҙәттән тыш Илсеһе.
- 1972—1975 йыл —Мавританияла СССР-ҙың Тулы хоҡуҡлы һәм Ғәҙәттән тыш Илсеһе.
1961—1966 йылдарҙа КПСС-тың Үҙәк Ревизия Комиссия ағзаһы.
1975 йылдан союз әһәмиәтендәге пенсионер. Тажик ССР-ы мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәтен етәкләй.
Китаптары
үҙгәртергә- 1961 йыл--«Африка идет к свободе»
- 1988 йыл--"По страницам памяти" Тажикстанда совет власы урынлаштырыу тураһында.
- 1991 йыл-"На дипломатическом посту " из серии "История дипломатии СССР" Йемен Ғәрәп Республикаһында эшләгән осорҙағы хәтирәләр яҙмаһы ингәг.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин одены;
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (дүрт);
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены;
- «Почёт Билдәһе» ордены;
- СССР ВДНХ-ның Кесе алтын миҙалы;
- СССР ВДНХ-ның Ҙур алтын миҙалы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «Дипломатик һүҙлеге» под ред. а. Громыко, а. г. Ковалев, п. п. Севостьянов, Тихвин с. л. в 3-х том, М., «Наука», 1985—1986. — 2-се т., 452 с.