Рәсәй Именлек хеҙмәтенең Сик буйы академияһы
Рәсәй Именлек хеҙмәтенең сик буйы академияһы — юғары хәрби-уҡыу йорто, 1923 йылдың 30 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль Именлек хеҙмәтенең сик буйыхеҙмәте өсөн етәксе һәм фәнни кадрҙар әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу маҡсатында асыла.
Рәсәй Именлек хеҙмәтенең Сик буйы академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 30 ноябрь 1923 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Төп тарихы
үҙгәртергәСовет тарихы
үҙгәртергә1923 йылдың 30 ноябрендә СССР халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән Мәскәүҙә СССР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағында сик буйын һаҡлау өсөн команда һәм оператив звено етәкселеген әҙерләү маҡсатында ОГПУ Юғары сик буйы мәктәбе асыла. Мәктәптең беренсе начальнигы итеп чекист И. К. Опанский тәғәйенләнә, 1924 йылда икенсе етәксе итеп К. Я. Ольский ҡуйыла һәм тәүге сығарылыш сығарыла[1]. 1925 йылда Юғары сик буйы мәктәбендә хәрби хакимиәт, артиллерия, элемтә, топография, иҡтисад, дөйөм тактика һәм диңгеҙ тактикаһы, аттар менән эшләүгә бәйле 16 лаборатория ойошторола. Практик дәрестәр үткәреү өсөн мәктәп тыңлаусылары сик буйы округтарына стажировкаға ебәрелә.
1926 йылда Юғары сик буйы мәктәбе начальнигы итеп ОГПУ-ның етәксе хеҙмәткәре З. Б. Кацнельсон билдәләнә. 1929 йылдың апрелендә ул Төньяҡ-Кавказ крайы буйынса ОГПУ-ның тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп күсерелгәс, Юғары сик буйы мәктәбен бары тик строй командирҙары ғына биләй башлай. Уларҙың иң беренселәре комбригтар С. Д. Баранский һәм Р. К. Лепис була[2][1].
1932—1940 йылдарҙа Юғары сик буйы мәктәбе 250-нән ашыу уҡытыусы әҙерләй, ә мәктәпте меңдәрсә сик буйы офицеры тамамлай. СССР Үҙәк башҡарма комитетының 1933 йылдың 25 декабрендәге ҡарары менән ОГПУ Юғары сик буйы мәктәбе «ВЧК—ОГПУ» почетлы билдәһе менән наградлана һәм уға ОГПУ рәйесе урынбаҫары Г. Г. Ягода исеме бирелә. 1937 йылдың 14 апрелендә мәктәптән репрессияланған Г. Ягода исеме алына[1].
1940 йылда Юғары сик буйы мәктәбенең даими составындағы 180 офицерҙың 79-ы юғары хәрби һәм дөйөм белемгә эйә була, ә 59 офицер РККА-ның хәрби акаде мияларында уҡый. 1943 йылдың 25 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән НКВД-ның Юғары сик буйы мәктәбе Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ә 1946 йылдың 22 мартында — Ленин ордены менән бүләкләнә[1].
Бөйөк Ватан һуғышы тамамаланғандан һуң, 1946 йылдың июлендә СССР Эске Эштәр министрлығының Юғары офицерҙар мәктәбе СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары менән СССР-ҙың Эске Эштәр министрлығы институты тип үҙгәртелә һәм уға күсәгилешлек буйынса Ленин һәм Ҡыҙыл байраҡ ордены тапшырыла. 1949—1953 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәре дәүләт именлеге системаһына кире ҡайтарылғас, сик буйының төп уҡыу йорто СССР Именлек хеҙмәте минитсрлығының Хәрби институты тип атала. 1957 йылдың 2 апрелендә институт СССР Министрҙар ҡарамағындағы Ленин орденлы Ҡыҙыл байраҡлы КГБ Хәрби институты тип үҙгәртелә, ә 1957 йылдың 31 декабрендә институтҡа Ф. Э. Дзержинский исеме бирелә[1].
СССР Министрҙар Советының 1960 йылдың 1 октябрендәге ҡарары һәм СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ-ның 1960 йылдың 22 ғинуарындағы бойороғо нигеҙендә Ф. Э. Дзержинский исемендәге Ленин орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы КГБ Хәрби институты бөтөрөлә, Сик буйы факультеты тыңлаусылары СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ Юғары мәктәбенең хәрби факультетында уҡый башлай.
СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ Юғары мәктәбенең хәрби факультеттың шәхси составын 104 офицер-уҡытыусы тәшкил итә. 1962 йылдың 17 апрелендә хәрби факультет базаһында сик буйы факудьтеты асыла. Факультетта ике кафедра була: оператив-тактик әҙерлек һәм сик буйы ғәскәрҙәре тактикаһы. Факультет структураһына шулай уҡ: юғары хәрби йәки махсус белемле офицерҙар составын камиллаштырыу курсстары һәм урта хәрби белемле офицер составының белемен камиллаштырыу курстары була. Факультет менән генералдар П. Г. Гришин һәм Е. В. Рыжков етәкселек итә. 1965 йылдың 24 сентябрендә СССР Министрҙар Советы ҡарары менән сик буйы факультеты базаһында Юғары сик буйы командаһы курстары ойошторола[3].
Юғары сик буйы команда курстары СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ Мәскәү юғары сик буйы команда училищеһы структураһына инә, ә 1966 йылдың 1 октябрендә туранан-тура СССР КГБ-һының Сик буйы ғәскәрҙәре баш идаралығына буйһона. 1990 йылдың 11 июлендә СССР Министрҙар Советы ҡарары менән курстар СССР КГБ-һының Ленин орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы Бөтә Союз сик буйы ғәскәрҙәре офицер составының квалификацияһын күтәреү институты итеп үҙгәртелә. Ул үҙ эсенә докторантура һәм адъюнктураны, дүрт кафедраны: сик буйы ғәскәрҙәре тактикаһы, оператив-тактик әҙерлек, махсус дисциплина, техник һәм инженер тәьмин итеү һәм марксизм-ленинизмды ала. Ике факультеты була: офицерҙар составынының квалификацияһын күтәреү һәм педагогик кадрҙар әҙерләү. Институт ҡарамағында кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү һәм белем камиллаштырыу курстары, шулай уҡ илселектәрҙе һәм дипломатик ведомстволарҙы һаҡлау өсөн офицер кадрҙары әҙерләү буйынса Махсус тәғәйенләнештәге уҡыу үҙәге эшләй[4].
Постсовет осоро һәм яңы осор
үҙгәртергәРәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 16 февралендәге указы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡарары менән СССР КГБ-һының Ленин орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы Бөтә Союз сик буйы ғәскәрҙәре офицер составының квалификацияһын күтәреү институты Рәсәй Оборона министрлығының Ленин орденлы, ҡыҙыл байраҡлы Сик буйы ғәскәрҙәре академияһы тип үҙгәртелә, 1993 йылдан — Рәсәй Федерацияһының Контрразведка федераль хеҙмәте академияһының Сик буйы ғәсәкәрҙәре хәрби институты[1].
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 9 апрелендәге указы менән Рәсәйҙең Федераль сик буйы ғәскәрҙәре академияһы тип үҙгәртелә[1]. 1994 йылда академияның ғилми ҡеәүтен 100 фән кандидаты һәм докторы, 16 профессор, 60 доцент һәм 8 академик тәшкил итә. 1997 йылда был күрһәткес 107 фән кандидаты һәм докторы, 19 профессор, 12 академик була. 2001 йылда академияла 142 фән кандидаты һәм докторы, 59 доцент, 29 профессор һәм 18 академик эшләй.
2003 йылдың 1 июлендә Федераль сик буйы хеҙмәте бөтөрөлөп, уның базаһында Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте төҙөлөүе айҡанлы, уҡыу йорто Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы академияһы тип үҙгәртелә.
Етәкселәре
үҙгәртергә- ОГПУ Юғары сик буйы мәктәбе
- 1923—1924 — И. К. Опанский
- 1924—1926 — Я. К. Ольский
- 1926—1929 — дәүләт именлеге хеҙмәтенең 2-се ранг комиссары З. Б. Кацнельсон
- 1929—1934 — комбриг Р. К. Лепсис
- НКВД-ның Юғары сик буйы мәктәбе
- НКВД ғәскәрҙәренең Юғары мәктәбе һәм НКВД ғәскәрҙәренең Юғары офицерҙар мәктәбе
- 1939—1941 — генерал-майор Д. В. Крамарчук
- 1941—1942 — Дәүләт именлеге полковнигы Н. В. Смирнов
- 1942—1943 — генерал-майор А. И. Гульев
- 1944 — генерал-майор А. В. Воробейков
- 1944—1946 — генерал-лейтенант И. С. Шередега
- Дәүләт именлеге министрлығының Хәрби институты
- 1946 йыл — генерал-лейтенант М. П. Марченков
- 1946—1947 йылдар — генерал-майор Н. П. Никольский
- 1947—1954 йылдар — генерал-лейтенант Ф. Я. Соловьев
- СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Эске эштәр министрлығының хәрби институты һәм КГБ-ның хәрби институты
- 1954—1958 — генерал-лейтенант Н. А. Веревкин-Рахальский
- 1958—1960 — генерал-лейтенант (һуңынан армия генералы) Г. К. Цинев.
- Хәрби-сик буйы факультеты
- Юғары сик буйы командирҙар курстары— СССР КГБ-һының Ленин орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы Бөтә Союз сик буйы ғәскәрҙәре офицер составының квалификацияһын күтәреү институты
- 1966—1970 — генерал-майор Г. И. Алейников
- 1970—1975 — генерал-майор И. Г. Борец
- 1975—1983 — генерал-майор В. Т. Щур
- 1983—1985 — генерал-лейтенант Н. И. Макаров
- 1985—1986 — генерал-лейтенант Ю. А. Нешумов
- 1986—1992 — генерал-лейтенант Н. И. Макаров
- Именлек министрлығының Сик буйы ғәскәрҙәре академияһы — Федераль контрразведка хеҙмәте академияһының Хәрби институты — Федераль сик буйы хҙмәте академияһы
- 1992—1994 — генерал-лейтенант М. А. Барыбин
- 1994—1996 — генерал-полковник Н. Ф. Лукашевич
- 1996—1998 — генерал-лейтенант К. В. Тоцкий
- Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы академияһы
- 2015 йылдан — генерал-лейтенант О. И. Костриков
Билдәле уҡытыусылар һәм тамамлаусылар
үҙгәртергә- Бояринов Григорий Иванович
- Вагин Леонид Иванович
- Ветчинкин Кузьма Фёдорович
- Власов Михаил Маркович
- Володин Анатолий Иванович
- Гребенник Кузьма Евдокимович
- Дудка Лука Минович
- Дунаев Сергей Илларионович
- Еншин Михаил Александрович
- Зиновьев Иван Дмитриевич
- Казакевич Даниил Васильевич
- Карлов Фёдор Васильевич
- Кузнецов Николай Алексеевич
- Леонов Демократ Владимирович
- Матронин Василий Иванович
- Панков Борис Никифорович
- Ракутин Константин Иванович
- Родионов Владимир Аркадьевич
- Соловьёв Иван Владимирович
- Фирсов Павел Андреевич
- Еншин Михаил Александрович
Наградалары һәм отличие билдәләре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Энциклопедия секретных служб России / Автор-составитель А. И. Колпакиди. — М.: АСТ, Астрель, Транзиткнига, 2004. — С. 363—365. — 800 с. — ISBN 5-17018975-3.
- ↑ Пограничная академия ФСБ России . Дата обращения: 30 ноябрь 2020. 2021 йыл 13 май архивланған.
- ↑ Военный – пограничный факультет . История отечественных спецслужб и правоохранительных органов. Дата обращения: 30 ноябрь 2020.
- ↑ Высшие пограничные командные курсы — Всесоюзный институт повышения квалификации офицерского состава ПВ КГБ СССР . История отечественных спецслужб и правоохранительных органов. Дата обращения: 30 ноябрь 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пограничная служба России: энциклопедия / Федеральная служба безопасности Российской Федерации, Пограничный научно-исслед. центр; под общ. ред. В. Е. Проничева. — М.: Военная книга : Кучково поле, 2009. — 621 с. — ISBN 978-5-9950-0060-0
- Энциклопедия секретных служб России / Авт.-сост.А. И. Колпакиди. — М.: АСТ, Астрель, Транзиткнига, 2004. — С. 363—365. — 800 с. — ISBN 5-17018975-3.
- Академия ФСБ России — 80 лет / Федер. служба безопасности Рос. Федерации; Под общ. ред. В. Л. Шульца. — М. : Ред.-изд. отд., 2001 г. — 266 с.