Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте академияһы

Рәсәй Федерацияһының юғары хәрби уҡыу йорты

Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте академияһы (рус. Академия ФСБ России) — Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте һәм Рәсәйҙең башҡа махсус хеҙмәттәре, дуҫ дәүләттәрҙең махсус хеҙмәттәре өсөн офицерҙар әҙерләүсе юғары хәрби уҡыу йорто.

Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте академияһы
Нигеҙләү датаһы 26 апрель 1921
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Академия Федеральной службы безопасности Российской Федерации, Высшая школа КГБ СССР һәм Центральна школа ГУДБ НКВС СРСР
Ҡыҫҡаса атамаһы АФСБ РФ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте
Бойһонған ойошма (филиал) Криптография, элемтә һәм информатика институты
Рәсми сайт academy.fsb.ru
Карта
 Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте академияһы Викимилектә

Академия 1992 йылдың 24 авгусында Рәсәй Федерацияһы Президенты указы нигеҙендә Ф. Э. Дзержинский исемендәге КГБ юғары мәктәбе һәм һәм Сик буйы ғәскәрҙәре академияһы базаһында ойошторола.

Рәсәй Именлек хеҙмәте академияһы үҙ эсенә Криптография, элемтә һәм информатика институтын (ИКСИ) һәм составында ике — тәфтиш һәм контрразведка — факультет булған Оператив составты әҙерләү институтын ала[1]. Шулай уҡ айырым факультеттары бар: ситтән тороп уҡыу, тәржемә, сит ил гаржадндары өсөн махсус факультет, етәксе кадрҙар әҙерләү факультеты. 2018 йылдан академия начальнигы генерал-полковник Е. С. Сысоев була[2].

1921 йылдың 25 ғинуарында ВЧК оператив составты әҙерләү буйынса даими эшләүсе курстар ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. 27 апрелдә 150 курсантҡа беренсе дәрес үтә. Дәрестәр Мәскәү үҙәгендәге XVIII быуаттың боронғо утарында (Покровка, 27) уҙа. Уҡытыусылар һәм тыңлаусылар шул ваҡытта ойошторолған «Трест» һәм «Синдикат» операциялары ҡатнашыусылары була[3]. Курс начальнигы итеп М. К. Романовский тәғәйенләнә. Курстар асыу көнө — 1921 йылдың 26 апреле — академия тарихы башланған көн тип иҫәпләнә[4]. 1922 йылда курстар ГПУ-ның юғары курстары итеп үҙгәртелә.

1930 йылдың майында Мәскәүҙә ОГПУ кадрҙары әҙерләү һәм белемдәрен камиллаштырыу буйынса мәктәп төҙөлә башлай, ул 1930 йылдың 4 июненән ОГПУ Үҙәк мәктәбе тип атала[5]. 1934 йылдың 14 июлендә, СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты ойошторолғас, ОГПУ Үҙәк мәктәбе СССР НКВД-һы Именлек хеҙмәте төп идаралығының Үҙәк мәктәбе тип үҙгәртелә.

1939 йылдың 21 мартында СССР НКВД-һы Именлек хеҙмәте төп идаралығының Үҙәк мәктәбе Дәүләт именлеге комиссары Лаврентий Берия указы менән СССР НКВД-һы юғары мәктәбе итеп үҙгәртеп ҡорола[5]. 1940 йыл башында совет дәүләт именлеге органдарының һәр өсөнсө етәксеһе курстар тамамлай[3].

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда мәктәп ете меңдән ашыу белгес һәм офицер әҙерләп сығара[3]. Юғары мәктәпте тамамлаған алты кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була — Д. Н. Медведев, В. А. Молодцов (үлгәндән һуң), A. M. Рабцевич, А. В. Лягин (үлгәндән һуң), А. П. Жидков һәм Е. И. Мирковский[4]. 1945 йылдың 30 авгусында НКВД Юғары мәктәбе, СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы, Ҡыҙыл байраҡ һәм грамота менән бүләкләнә.

СССР Министрҙар Советының 1952 йылдың 15 июлендәге ҡарары менән өс йылылҡ уҡыу мөҙҙәтле, тыңлаусыларға юридик вуздар программаһы буйынса белем биргән СССР МГБ-һы Юғары мәктәбе ойошторола. 1954 йылдың апрелендә ул 189 студент сығара, уларҙың 37-һе мәктәпте отличие менән тамамлай.

СССР Министрҙар Советы ҡарары менән 1962 йылдың 2 авгусында КГБ Юғары мәктәбенә Ф. Э. Дзержинский исеме бирелә.

Афғанстанда махсус задание үтәгәне өсөн В. Белюженко, Г. Зайцев, В. Карпухин, Б. Соколов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[3].

1992 йылдың 24 авгусында Ф. Э. Дзержинский исемендәге Юғары мәктәп һәм Сик буйы ғәскәрҙәре академияһы нигеҙендә Рәсәй Федерацияһының Именлек министрлығы академияһын ойошторола[6], 1993 йылдың 23 авгусынан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән уның уставы раҫлана.

Структураһы

үҙгәртергә

2001 йылда академия начальнигы урынбаҫары, генерал-майор Сергей Колобашкин билдәләүенсә, академияла ғилми һәм уҡытыусылыҡ эше менән төрлө фәндәр академияларының 40 академигы һәм мөхбир ағзаһы, 100-ҙән ашыу фән докторы һәм 400 фән кандидаты шөғөлләнә. Уның һүҙҙәре буйынса, «биш йыл белем алыу дәүерендә тыңлаусылар төплө контрразведка белеме менән бергә тулы юридик, тел белеме һәм хәрби әҙерлеккә эйә була»[3].

Академияның өҫтәмә белем биреү системаһы ғәмәлдәге хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү һәм белемен камиллаштырыу, шулай уҡ ФСБ-ла хеҙмәт итеү өсөн һайлап алынған юғары белемле кешеләрҙең махсус әҙерләүҙе үҙ эсенә ала. Өҫтәмә белем биреү системаһы барлыҡ факультеттарҙа ла эшләй, әммә төп факультет булып етәксе кадрҙар әҙерләү тора (ФПРК).

Академия структураһында мәғлүмәт тапшырыу, һаҡлау һәәм эшкәртеү өлкәһендә белгестәр әҙерләгән Криптография, элемтә һәм информатика институты (ИКСИ) инә. 1949 йылда — ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарары менән Криптографтар юғары мәктәбе, ә Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында, СССР Министрҙар Советы ҡарары менән ябыҡ бүлексә ойошторола. Һуңғараҡ уларҙы берләштереп, СССР КГБ-һы Юғары мәктәбенең техник факультеты асыла. 1992 йылдан Юғары мәктәптең Криптография, элемтә һәм информатика институты итеп үҙгәртелә (ИКСИ). Әҙерлектең төп йүнәлештәре булып тора: криптография, ғәмәли математика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, электрон техника, радиотехника һәм элемтә тора.

Начальниктары

үҙгәртергә

1950—1960 йылдарҙа Ф. Э. Дзержинский исемендәге СССР КГБ-һы Юғары мәктәбен полковник А. Я. Ефимов, генерал-майор Е. И. Борисоглебский, генерал-майор А. Н. Куренков етәкләй.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 24 авгусындағы Указына ярашлы, Ф. Э. Дзержинский исемендәге Юғары мәктәп менән Сик буйы ғәскәрҙәре академияһы ҡушылып, Рәсәй Федерацияһының Именлек министрлығы ойошторола.

Абитуриенттар

үҙгәртергә

Элек армияла хеҙмәт иткәндәр генә алынһа, хәҙер күпселек мәктәптән һуң шунда уҡ уҡырға инә[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бортников напутствовал медалистов Академии ФСБ России: вы «будете верны традициям, заложенным нашими ветеранами» NEWSru.com 21 июня 2008 года
  2. 2,0 2,1 Официальный сайт Академии ФСБ: Руководство 2012 йыл 21 май архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Витковский А. Академия ФСБ — terra incognita 2018 йыл 29 май архивланған. // Парламентская газета, 28 апреля 2001
  4. 4,0 4,1 Комиссаров В. Юбилей Академии ФСБ России 2009 йыл 17 апрель архивланған. // Политика, № 78, май 2006 года
  5. 5,0 5,1 Органы государственной безопасности СССР в Великой Отечественной войне. Сборник документов в 8 т. Том 1. Накануне. В 2-х кн. Кн. 2 (1 января — 21 июня 1941 г.). —М.: А/О «Книга и бизнес», 1995. —406 с. — стр 4
  6. Указ Президента Российской Федерации от 24 августа 1992 г. № 931 «О создании Академии Министерства безопасности Российской Федерации 2015 йыл 29 июнь архивланған.»
  7. История Академии ФСБ России {{{2}}}. — Высшая школа КГБ СССР им. Дзержинского
  8. Валентин Власов: Чеченский язык у нас преподают с 1993 года — | Номад 2018 йыл 29 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә