Тышҡы разведка академияһы
Ю. В. Андропов исемендәге Жуков орденлы Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Тышҡы разведка академияһы (АВР) — хәрби юғары уҡыу йорто, Рәсәй Федерацияһы тышҡы разведка хеҙмәтенең һәм башҡа Рәсәй махсус хеҙмәттәренең кадрҙағы офицерҙарҙың оператив составын әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.
Тышҡы разведка академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1938 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | АВР |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Академии внешней разведки (АВР)[d] |
Тышҡы разведка академияһы Викимилектә |
Элекке Ҡыҙыл Байраҡлы Ю. В. Андропов исемендәге СССР КГБ институты. 1991 йылдың октябренә тиклем Беренсе баш идаралыҡ (тышҡы разведка), артабан СССР Үҙәк тышҡы разведка хеҙмәте буйһоноуында була. 1991 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһы Тышҡы разведка хеҙмәте ойошторолғандан һуң, институт уның ҡарамағына күсә һәм Тышҡы разведка академияһы итеп үҙгәртелә.
Тарихы
үҙгәртергәАкадемия 1938 йылдың 3 октябрендә[1] Иосиф Сталиндың шәхси бойороғо буйынса Махсус тәғәйенләнеш мәктәбе (ШОН) булараҡ асыла, уҡыу йортона Мәскәү яны урман массивында 5 объект бүлеп бирелә. 1943 йылда Махсус тәғәйенләнеш мәктәбе СССР дәүләт именлеге Халыҡ комиссариатының 1-се идаралығының разведка мәктәбе (РАШ) тип үҙгәртелә. 1948 йылдың сентябренән РАШ юғары разведка мәктәбе (ВРШ) исеме ала. КГБ системаһында һәм көндәлек тормошта яҙышҡанда уны шулай уҡ 101-се мәктәп тип тә атайҙар. 1967 йылдың 19 декабрендә дәүләт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә юғары разведка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре индергән өлөшө өсөн, ул Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ә тағыла бер йылдан юғары разведка мәктәбе юғары уҡыу йорто хоҡуғы менән СССР КГБ-ның Ҡыҙыл Байраҡлы институты (КИ) итеп үҙгәртелә. Һалҡын һуғыш осоронда яңы кафедралары барлыҡҡа килә. Юрий Андропов вафат булғандан һуң институтҡа уның исеме бирелә. 1994 йыл аҙағында Тышҡы разведка академияһы тип үҙгәртелә (АВР). 2018 йылдың октябренә ҡарата академия Андропов исемен йөрөтә.
Бүләктәре
үҙгәртергә- Жуков ордены
Етәкселеге
үҙгәртергәНачальниктары
үҙгәртергәГриднев, Вячеслав Васильевич (1954—1960), генерал-майор
Тишков, Арсений Васильевич (1960—1966), генерал-майор
Мортин, Федор Константинович (1966—1967), генерал-лейтенант
Гусев Николай Павлович (1967—1971), дәүләт хәүефһеҙлеге полковнигы
Павлов Виталий Григорьевич (1971—1973), генерал-лейтенант
Зайцев, Иван Иванович (1973—1986)
Орлов Георгий Александрович (1986—1991), генерал-майор
Ревин, Валентин Алексеевич (1991—1997), генерал-лейтенант
Грибин, Николай Петрович (1997—2007), генерал-лейтенант
Губернов, Владимир Петрович[2] (2007 йылдан алып), генерал-лейтенант
Билдәле уҡытыусылары
үҙгәртергә- Ҡарағыҙ:. Категория:Ҡыҙыл Байраҡлы КГБ институты уҡытыусылары
Билдәле тамамлаусылары
үҙгәртергә- Ҡарағыҙ: Категория:Ҡыҙыл Байраҡлы КГБ институтын тамамлаусылар
Айырмалыҡ билдәләре
үҙгәртергә-
Тышҡы разведка академияһында тағыла торған билдә
-
Тышҡы разведка академияһын тамамлау тураһында ромб
СССР КГБ Академияһы комплексы объекттарының урынлашыуы
үҙгәртергәРәсәй тышҡы разведка хеҙмәте Академияһы комплексы Хлебников урман паркында (Мәскәү өлкәһе, Мытищи районы), «Нагорный» ҡасабаһынан яҡынса ике саҡрым төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан.
СССР КГБ Академияһы комплексының Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе биләмәләрендә киң публикаға күп өлөшө билдәһеҙ ҡалған башҡа объекттары ла булған.
Уҡыу процесында
үҙгәртергәАкадемияға уҡырға инеү тураһында генерал Голубев: «Разведкала эшләргә һәләтле кешеләрҙе һайлап алалар… Разведка академияһына ҡабул итеүгә кандидат менән — ә унда юғары белемле кешеләр генә керә — кәмендә ярты йыл дауамында эшләйҙәр. Өйрәнәләр, тикшерәләр, һөйләшәләр… академияға сит телдәр, башҡа предметтар буйынса имтихан тапшыралар, тест үтәләр… Әйткәндәй, уҡырға инеүсе ниндәйҙер сит ил телендә ирекле һөйләшергә тейеш, ә уҡыу ваҡытында уға тағы ла бер йәки ике тел бирәләр»[3].
Асылған йылда беренсе курсҡа 30 кеше ҡабул ителә. Шул иҫәптән, дипломатик этикетҡа, кейенә белергә һәм яҡшы манераларға өйрәтәләр.
Совет осоронда тыңлаусыларҙы һауа-десант дивизияһына ебәрәләр, унда парашют әҙерлеге үтәләр. Уҡыу осоронда тыңлаусылар «мәктәп фамилияһы» тип аталған псевдоним алалар.
Уҡыу йорто эшләй башлаған осорҙа тыңлаусыларҙың 1 йыл дауам иткән бөтә уҡыу срогы дауамында туғандары һәм элекке таныштары менән аралашыу мөмкинлеге булмай. Хәҙерге уҡыу процесы индивидуаль программаға бәйле 1 йылдан 3 йылға тиклем дауам итә. Уҡыу аҙнаһы 5 көн дауам итә, тыңлаусыларҙы ял көндәрендә йорттарына ҡайтаралар. Буласаҡ разведчиктарҙы әҙерләү программаһы дәүләт сере, уларға түбәндәгеләр инә: халыҡ-ара хоҡуҡ, дипломатик мөнәсәбәттәр тарихы, политология, илдәрҙе өйрәнеү, сит ил телдәре, күреү хәтерен үҫтереү, факттарҙы хәтерҙә ҡалдырыу техникаһы, бәйләнештәр булдыра һәм үҫтерә белеү буйынса дәрестәр, автомобиль йөрөтөү һәм башҡа махсус курстар. Төп предметтарҙың береһе — оператив психология (төп иғтибар — практик эштә осрашырға тура киләсәк төрлө типтағы кешеләрҙең ҡылыҡтарының үҙенсәлектәре). Академияла был фәндең бөтә һуңғы ҡаҙаныштары һәм сит ил махсус хеҙмәт эшмәкәрлегендә уларҙы файҙаланыу өйрәнелә. Академияла спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар бар, шул иҫәптән теннис корты, бассейн, тир, көрәш өсөн татами түшәлгән зал. Абитуриенттарҙың йәше 22-нән 30 йәшкә тиклем. Уҡырға инеүселәргә талаптар иҫәбендә — сит ил телен белеү, сәләмәтлек торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булыу, улар күп һанда тест үтәсләр, изложение яҙалар — факттарҙы дөрөҫ яҙыу һәләтен һынап ҡарайҙар[4][5].
СССР КГБ Академияһы комплексы һатлыҡ йәндәре
үҙгәртергә- СССР КГБ КА Төп факультетының 1987 йылғы сығарылыш курсы партбюро секретары Михаил Бутков (Бөйөк Британияға[6] ҡаса).
- Уҡыу төркөмөндәге партия ячейкаһы секретары Калугин Олег 2002 йылда дәүләткә хыянат иткән өсөн ситтән тороп хөкөм ителә һәм хөкөм язаһын ҡаты режимлы колонияла тултырып сығыу менән 15 йылға иркенән мәхрүм ителә, Мәскәү ҡалаһы суды хөкөм ҡарары буйынса КГБ генерал-майоры хәрби дәрәжәһенән, персональ пенсияһынан һәм СССР-ҙың егерме ике дәүләт наградаһынан мәхрүм ителә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Специальный факультет Военной академии РККА имени М. В. Фрунзе
- Военно-дипломатическая академия
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Телекомпания «Звезда» Как выглядит и работает Академия внешней разведки: видео. 04.10.2018
- ↑ Состав рабочей группы по проекту федерального закона «Об образовании в Российской Федерации», утверждённый решением Комиссии Правительства Российской Федерации по законопроектной деятельности — протокол от 22 июня 2009 г. № 23(недоступная ссылка)
- ↑ Без права на славу, во славу державы . Дата обращения: 4 сентябрь 2011. Архивировано 10 июль 2012 года. 2012 йыл 10 июль архивланған.
- ↑ Телеканал «Звезда», сюжет в программе «Код доступа» «СВР: Академия особого назначения» от 4.10.2008
- ↑ «Московский комсомолец» № 26350 от 4 октября 2013 «В службу внешней разведки пытаются устроиться люди-невидимки»
- ↑ Газета «Коммерсантъ» № 76 от 29.04.1998, стр. 7
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Информация об АВР на сайте СВР России
- Академии внешней разведки исполняется 65 лет
- Академия внешней разведки (АВР): Перепечатка статьи С. Жакова на сайте Agentura_RU — Спецслужбы под контролем
- «Лес», «поле» и горе российских разведчиков — Россия 24