Рәмәште (йылға)
Рәмәште (башҡ. Рәмәште, рус. Ремашта) — Рәсәй, Башҡортостандағы Белорет районының Инйәр төбәгендәге йылға[1] Йылғаның тамағы Инйәр йылғаһының һул яҡ ярында, 135-се саҡрымында Инйәргә килеп ҡушыла[2][3].
Рәмәште | |
---|---|
башҡ. Рәмәште | |
Рәмәште ауылындағы умарталыҡ | |
Характеристика | |
Һыу ағымы | |
Инеше | Белорет районы |
· Координаталар | 54°07′42″ с. ш. 57°26′44″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Инйәр |
· Координаталар | 54°06′29″ с. ш. 57°29′58″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
Район | Белорет районы |
— инеше, — тамағы |
Йылға тамағында Рәмәште тип аталған ауыл бар[4].
Һыу объекты системаһы: Инйәр → Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе
Йылғаның атамаһы
үҙгәртергәОло Инйәр тирәһендәге йылғаларҙың атамалары «шты», «ште» ялғаулы гидронимдарға бай — Һарышты, Рәмәште, Лапышты, Манышты, Исҡушты, Ҡалашты һәм башҡалар. Көньяҡ Уралдың башҡа бер төбәгендә лә бындай күренеш күҙәтелмәй.[5]. Белорет районында Рәмәш тигән тау ҙа бар.
Тәбиғәте
үҙгәртергәЙылға тау йылғаларына хас тиҙ ағымлы. Һыуы таҙа, сөнки был сығанаҡ тирәләй Рәмәштенән башҡа ауыл юҡ. Рәмәште үҙе лә хәҙер юҡҡа сыҡҡан тиерлек, уны яңынан тергеҙергә ынтылыусылар бар[6]. Инйәр ҡасабаһынан түбәнерәк ағымда урмандарҙа йүкә күп. Шуға күрә борондан был яҡта ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр. Балды был яҡта ҡорттар башлыса йүкәнән йыя, урманлы яҡтарҙа сәскәле болондар күп түгел. Үҫемлек һәм кейек-ҡош донъяһы Инйәр зонаһыныҡына хас. Тәбиғәте бик матур һәм туристарҙы тартып тора[7].
Карта
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ Характеристика притоков Инзера 2014 йыл 27 май архивланған.
- ↑ Река Большой Инзер — река Малый Инзер — река Лемеза. Отчет о походе III к.с. Автор — Мельников Вадим< 2017 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ Р. Г.Шәйбәков Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
- ↑ Шивера Сарышта
- ↑ Аниса Янбаева. Национальная идея семьи Подшиваловых — «Республика Башкортостан», 7 октября,2019
- ↑ Отчет о том как поехали на Ремашту, а приехали на Казмаш!
Фотографиялар
үҙгәртергә- Дорога из Ремашты в Арышпарово [1]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Отчет о том как поехали на Ремашту, а приехали на Казмаш![2]
- Аниса Янбаева. Национальная идея семьи Подшиваловых — «Республика Башкортостан», 7 октября,2019