Рәйлә
Викидатала элемент тултырылмаған |
Рәйлә — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙағы ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимология
үҙгәртергәРәйлә — ғәрәп теленән ингән, нигеҙ ҡороусы, һалыусы мәғәнәһен аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәАбдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы (19 февраль 1930 йыл — 27 февраль 2002 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-фармакологы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы (18 октябрь 1952 йыл) — йырсы һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, 1983 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм бер үк ваҡытта 1997 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
Бәхетова Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы (1956) — ғалим-иҡтисадсы. 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының цифрлы иҡтисад һәм коммуникациялар кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Төлкөтамаҡ ауылынан.
Әхмәтова Рәйлә Ғәбделнасир ҡыҙы (1951) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан клиника директоры урынбаҫары. 1975 — 1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары судының халыҡ заседателе. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |