Шәйхетдинов Рәжәп Юныс улы

(Рәжәп Юныс улы Шәйхетдинов битенән йүнәлтелде)

Шәйхетдинов Рәжәп Юныс улы (7 апрель 1949 йыл) — баянсы, педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1991—1994 һәм 2000—2011 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ижади эштәр һәм халыҡ‑ара бәйләнештәр буйынса проректоры. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2012), профессор (1990). РСФСР‑ҙың (1985) һәм Башҡорт АССР‑ының (1976) атҡаҙанған артисы. Музыка вуздары студенттары араһында Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (Новосибирск, 1969), «Фогтланд музыка көндәре» («Фогтландские дни музыки») халыҡ‑ара баянсылар һәм аккордеонсылар конкурсы (Клингенталь, ГДР, 1972) лауреаты.

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәйхетдинов Рәжәп Юныс улы 1949 йылдың 7 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1968 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, А. К. Кукубаев класында уҡып, тамамлай. 1972 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын Ф. В. Беляков класында уҡып, тамамлай. Шул уҡ Ф. В. Беляков етәкселегендә Гнесиндар исемендәге Дәләт музыка-педагогия институтында ассистентура-стажировка үтә.

1971 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, 1990 йылдан -профессор, 1991-1994 йылдарҙа ижади эштәр буйынса институттың проректоры вазифаһын үтәй. Бынан тыш концерттарҙа ҡатнаша: 1972 йылдан алып Башҡортостан филармонияһында һәм 1974 йылдан алып Рәсәй концертында эшләй. Уның концерт репертуарында сит ил музыкаль әҫәрҙәре, башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре бар. Р. Ю. Шәйхетдинов баян өсөн 6 музыкаль йыйынтыҡ һәм методик әсбаптар төҙөп баҫтырған. 1990 йылда Варшава консерваторияһының саҡырыуы буйынса Ольштен ҡалаһында (Польша) «Мастер-класс» европа курстарында уҡыта. 40-тан артыҡ баянсыны уҡытып сығара, уның 14 уҡыусыһы Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара конкурстарының лауреаттары һәм дипломанттары. Шул иҫәптән: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы О. Мельников, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре В. Лавришин, С. Ширыбыров, Ф. Зәйнуллин, Д. Коновалов һәм башҡалар. «Мелодия» фирмаһы Шәйхетдиновтың ике соло пластинкаһын сығарған (1978, 1982). 1972 йылда баянсы Р. Ю. Шәйхетдинов Германия Демократик Республикаһының Клингенталь ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара «Гармоника» конкурсында 3-сө дәрәжә премияға лайыҡ була. 1969 йылда Новосибирск ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй музыка юғары уҡыу йорттары студенттары араһындағы конкурста 1-се урынды В. Петров менән бүлешеп яулай.

  • Портреты баянистов. М., 1996.

Һылтанмалар

үҙгәртергә