Рыуге (эст. Rõuge), урындағы һөйләштә Рыугы (эст. Rõugõ)[4]Эстонияның Вырумаа өйәҙе Рыуге улусындағы ҡасаба. Шул уҡ исемдәге улустың административ үҙәге булып тора.

Рыуге
Рәсем
Дәүләт  Эстония
Административ үҙәге Рыуге[d]
Административ-территориаль берәмек Рыуге[d][1]
Халыҡ һаны 435 кеше (31 декабрь 2021)[2]
Майҙан 1,89 км² (1 ноябрь 2020)[3]
Карта
 Рыуге Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡасаба боронғо Рыуге үҙәненең төньяғында, өйәҙ үҙәге Выру ҡалаһынан көньяҡҡа ҡарай 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 118 метр[5]. Ҡасаба территорияһында Эстонияла иң тәрән күл — Сууръярв (максималь тәрәнлеге 38 м) күле урынлашҡан; шулай уҡ ҡасаба эргәһендә 6 күл бар: Валгъярв, Лийнъярв, Каусъярв, Ратасъярв, Тыугъярв һәм Кахила Ярв.

 
Рыугеға Ээбику күҙәтеү майҙансығынан күренеш

2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала 444 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 437-һе (98,4 %) — эстондар[6].

Рыуге ҡасабаһы халҡы һаны[7][8][9]:

Йыл 1959 1970 1979 1989 2000 2011 2017 2018 2019 2020
Кеше 80 218 458 ↗ 475 ↗ 545 ↘ 444 ↗ 453 ↘ 428

434

↘ 425

1563 йылғы яҙма сығанаҡтарҙа Ревгу мызаһы, шулай уҡ Ревва мызаһы һәм Ревва ауылы булараҡ телгә алына, 1585 йылда Rewga, 1587 йылда — Reuk Moiza, 1613 йылда — Reuda, Renda, 1627 йылда — Raugk Kuella кеүек телгә алына[4].

Составына Лифляндия губернаһы ингән Рәсәй империяһының хәрби-топографик карталарында (1846-1863 йыл), мыза мз. Рауге тип билдәләнгән.

 
Рыуге сиркәүнең яңы органы, 1933 йылғы фото

Рыуге ҡасабаһы лютеран сиркәү тирә-яғында 19 быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Сиркәү яҙма сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр 1613 йылда телгә алына. әммә, бөтә ихтималлыҡтар буйынса, Ливония һуғышына тиклем төҙөлә, һәм 1729—1930 йылдарҙа Төньяҡ һуғышында емерелгән сиркәү урынына әлеге таш ҡоролма төҙөлә. Уның күләмле үҙгәртеп ҡороуы 1860 йылда башҡарыла. Алтарҙағы «Тәреләге Христос» картинаһы 1854 йылда эшләнгән. Органды 1929 йылда ағалы-ҡустылы Крийстар (Kriis) яһаған; уның 31 регистры, 8 мануалы, 2147 торбаһы бар[10].

Мәктәп бинаһы һаҡланған, ул 1883 йылда дүрт ай эсендә төҙөлгән[11]. Беренсе сиркәү-мәхәллә мәктәбенә Рыугела 1688 йылда нигеҙ һалынған, әммә хәрби һәм аслыҡ йылдарында ул эшләмәгән. Мәхәллә мәктәбе 1846 йылдан даими эшләй башлай (немец теле>ндә уҡытыла)[12].

Рыуге территорияһында боронғо ҡаласыҡ урынлашҡан, ул беренсе мең йыллыҡтың уртаһынан XI быуатҡа тиклем ҡулланылған. Уның эске ихатаһының майҙаны 850 м2, мәҙәни ҡатлам ҡалынлығы 0,25—1 метр тәшкил иткән. Ҡаласыҡтан көнсығышҡараҡ тимер быуат ултырағы урынлашҡан, уның майҙаны 7000 м2, мәҙәни ҡатламы ҡалынлығы 0,2—0,6 м тәшкил иткән[8].

1920 йылдарҙа Рыугеның элекке мыза ерҙәрендә Рыуге ауылы барлыҡҡа килә. Рыуге ҡасабаһы 1977 йылда Ала-Рыуге (Ala-Rõuge) ауылынан барлыҡҡа килгән, уның үҙәге булған, һәм төньяҡ-көнбайыштағы Мяэ-Рыуге (Mäe-Rõuge) ауылының күп өлөшөнән һәм көнбайышта Рыугенан торған. Ҡасаба ситтәренә 1977 йылдан шулай уҡ көньяҡ-көнсығыштағы Ээбику (Ööbikuoru küla, также Ööbikuorg) һәм көньяҡтағы Вана-Куусте (Vana-Kuuste) элекке ауылдары инә[13].

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

2018/2019 уҡыу йылында Рыуге балалар баҡсаһына 88 бала йөрөгән. Рыугеның төп мәктәбендә шул уҡ уҡыу йылында 189 уҡыусы һәм 19 уҡытыусы иҫәпләнгән. 2008 йылда мәктәп бинаһының реновацияһы тамамлана, уның сиктәрендә тулыһынса геотермаль йылытыуға күсә[14].

2019 йылдың 1 сентябрендә ҡасабала Хеҙмәттәшлек үҙәге эш башлай. Учреждение улусҡа буйһонған бөтә уҡыу учреждениеларының белгестәр менән идараһын берләштерә, был балалар һәм йәштәргә ярҙам итеү буйынса хеҙмәттәрҙең сифатын эшләнә. Үҙәктә етәксе, 2 логопед, 2 махсус педагог, 2 социаль педагог һәм психолог эшләй. Рыуге төп мәктәбендә ҡыҙыҡһыныу буйынса түңәрәктәр эшләп килә: робототехника, спорт, керамика, халыҡ бейеүҙәре, футбол, ағас эшкәртеү, ғилми мәктәптәр, хор, музыка ансамбле, сәхнә сәнғәте[14].

Медицина, социаль хеҙмәттәр

үҙгәртергә

Рыугела ғаилә табиптары үҙәге, тәрбиәләү буйынса йорт, дарыухана эшләй. Тәрбиләү буйынса йорт күп фатирлы йортта урынлашҡан, унда бер-, ике- һәм өс урынлы бүләмәләр бар. Ул 1995 йылда ойошторола, 27 урынға иҫәпләнгән һәм ваҡытлыса йәки оло кешеләргә даими йәшәү өсөн һәм үҙ аллы тормош алып барырға һәләтле булмаған кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Уның бинаһы был прпофилдәге учреждениеларға талап ителгән талаптарға тулыһынса тап килмәй, шуға күрә ҡасабала яңы тәрбиә йорто төҙөү планлаштырыла.[14].

Йәштәр менән эш

үҙгәртергә

2018 йылдың 1 сентябрендә Рыугела Йәштәр менән эшләү үҙәге асыла, ул төрлө төбәктәрҙең йәштәре менән эшләү буйынса учреждениеларҙы солғап ала: Хааньяла Йәштәр йорто, Миссола Йәштәр бүлмәһе, Мынистала Йәштәр үҙәге, Нурсила Йәштәр бүлмәһе, Руусмяэла Йәштәр палатаһы, Рыуге Йәштәр үҙәге, Варсту Йәштәр йорто, Вийтинала Йәштәр бүлмәһе. Йәштәр менән эшләү үҙәге студенттарҙың был өлкә менән бәйле практик базаһы булып тора, үҙәктең Европа Волонтерҙар Хеҙмәте аккредитацияһы бар, һәм йыл һайын улус йәштәр үҙәге эшендә сит илдәрҙән волонтерҙар ҡатнаша[14].

Спорт, ял

үҙгәртергә

Ҡасабала спорт клубы, Халыҡ йорто бар, уның бинаһында китапхана эшләй. Гольф өсөн майҙансыҡ, скейт-парк, боҙ, футбол һәм волейбол майҙансыҡтары бар. Мәктәптең үҙенең спорт бинаһы, шулай уҡ асыҡ һауала атлетика менән шөғөлләнер өсөн майҙансығы бар. Мотоспорт клубы эшләй[14].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Ҡасабаның иң төп иҫтәлекле урындарының береһе булып уның үҙәндәрен һәм күлдәрен уратып алған урындағы ҡабатланмаҫ тәбиғәте тора. Хаанья ҡалҡыулығының төньяҡ-көнбайышында Рыугеның ландшафат күл ҡурсаулығы урынлашҡан; уның оҙонлоғо 10 километр, киңлеге 1 километр, гектар майҙаны 1210 тәшкил итә[8].
  • Рыугеның туристик үҙәге Песаппу күҙәтеү манараһынан тирә-яҡҡа матур күренештәр асыла. Башня янында йәйәүлеләр һуҡмағы башлана, ул Эстониялағы иң тәрән ҡомло каньон (Хинни каньон) аша үтә[14].
  • Рыугеның боронғо үҙәнендә киҫелеш бик матур — Ээбикуорг (оҙонлоғо 300 метр, тәрәнлеге-15 метр, эстон теленән — Һандуғас үҙәне), унда муйыл бик күп үҫә һәм яҙ һәм иртә йәй һандуғастар һайрай. Һандуғастар үҙәне буйлап мореналар күренеп ята, 90 сантиметр ҡалынлыҡтағы зәңгәр балсыҡ ҡатламы аҫтында бында 1,2 метр ҡалынлығында доломит ҡатламы йәшеренә.
  • Ҡасаба территорияһында элекке Рыуге мызаһының паркы урынлашҡан; майҙаны 6,6 гектар, ул дәүләт тарафынан һаҡлана[15] (әлеге ваҡытта мыза емерелгән).
  • Ээбику утарында Рыуге музейы эшләй (Гидрооҫтахана-Ээбикуору музейы). Гидравлик оҫтахана XX быуат башында төҙөлгән һәм урындағы тәбиғәттең һәм тиҙ һыу көсө мөмкинлеген файҙаланған, улар ярҙамында машиналар хәрәкәткә килгән һәм электр етештереүсе турбина эшләгән. . Совет осоронда был эшмәкәрлек туҡтатыла, әммә урындағы халыҡтың һәм Европа берлегенең Төбәк фонды арҡаһында гидрооҫтахана үҙенең тәүге ҡиәфәтендә тергеҙелә. Бының өҫтәүенә бинаның икенсе ҡатында экспозиция асыла, ул боронғо көнкүреш әйберҙәренән һәм тарихи фотоһүрәттәрҙең күсермәләренән, гәзит һәм башҡа материалдарҙан тора[16].


  • Азатлыҡ һуғышында һәләк булған ике йөҙ кеше хөрмәтенә һәйкәл. 1926 йылда асылған, 1945 йылда шартлатылған, һалдаттың бронза фигураһы һәм һәйкәлдең нигеҙе яҡында күмелгән. Бер аҙҙан урындағы рәссам Аксель Оллманн Август Кирх һәм Освальд Кимаск менән бергә һәйкәлде үҙ йортона күсерә. Тергеҙелгән һәйкәл 1988 йылдың көҙөндә яңынан асыла. Бронза фигураның бейеклеге 2,28 метр, ауырлығы 320 килограмм тәшкил итә. Һәйкәл Эстонияның мәҙәни ҡомартҡыларының Дәүләт регистрына индерелгән[17].
  • 2010 йылдың 26 июнендә ҡасабала Эстония әсәһенең монументы асыла. Был һәйкәл эстондарҙың киләсәккә өмөттәрен сағылдыра, эстон ҡатын-ҡыҙҙарының әсә булараҡ ҡиммәтен раҫлай, уға рәхмәтен белдерә, эстон халҡының берләшеүен һәм алдағы йәшәйешенә ышанысын күрһәтә. Монумент Удмуртиянан алып киленгән һоро граниттан башҡарылған, уның бейеклеге 3,6 метр, ауырлығы 6 тонна тиерлек тәшкил итә; хаҡы яҡынса 1,7 миллион крона, шуларҙың яҡынса 60 % халыҡ һәм төрлө учреждениелар ҡаплай[18][19][20].

Топонимының килеп сығышы

үҙгәртергә

Фараз ителеүенсә, Рыуге боронғо шәхси Раука (Rauka) исеменән килеп сыҡҡан. Уға оҡшаған фин фамилияһы Raukko скандинав шәхси Рагнвальд (Ragnvald) исеменең ҡулайлашыуы тип иҫәпләнә[21].

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://metaweb.stat.ee/view_xml.htm?id=4388196&searchText=7181
  2. Перепись населения Эстонии (2021)
  3. https://geoportaal.maaamet.ee/est/Ruumiandmed/Haldus-ja-asustusjaotus-p119.html — 1990.
  4. 4,0 4,1 Rõuge (эст.). Словарь эстонских топонимов. Eesti Keele Instituut.
  5. Rõuge alevik, Estonia.
  6. Statistics Estonia. NUMBER AND SHARE OF ESTONIANS BY PLACE OF RESIDENCE (SETTLEMENT), 31 DECEMBER 2011.
  7. Kalev Katus, Allan Puur, Asta Põldma. Reviewed population vital and census statistics. Võrumaa 1965-1990 (2003). 2020 йыл 2 август архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  9. Statistikaamet. Asulate rahvaarv - Mehed ja naised, Vanuserühmad kokku.
  10. Rõuge alevik (эст.).eestigiid.ee.
  11. 5721 Rõuge kihelkonnakooli hoone.Kultuurimälestiste riiklik register.
  12. Rõuge alevik(эст.).eestigiid.ee.
  13. Rõuge(эст.).Словарь эстонских топонимов.Eesti Keele Instituut.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 14,5 Rõuge valla hetkeolukorra ülevaade ja arengukava aastateks 2019–2035+ (2019).
  15. Kaitsealune ala või üksikobjekt: Rõuge mõisa park (KLO1200106). Keskkonnaagentuur.
  16. Rõuge muuseum (эст.).
  17. 5722 Vabadussõja mälestussammas, V. Mellik, 1926 (pronks, graniit) (эст.).
  18. Peep Varju. Eesti Ema monument (эст.).
  19. Merike Tamm. Eesti ema monument jõudis Rõugesse (эст.) (22 июнь 2010).
  20. Монумент "Эстонской матери".
  21. Rõuge (эст.). Словарь эстонских топонимов. Eesti Keele Instituut.