Рыленко Владимир Данилович

Рыленко Владимир Данилович (7 ноябрь 1927 йыл — 1 июнь 2015 йыл) — хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, генерал-лейтенант. 1962—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының эске эштәр министры, БАССР Юғары Советы депутаты. (1963—1990).

Рыленко Владимир Данилович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 7 ноябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған көнө 1 июнь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (87 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Данилович Рыленко 1927 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Троицк ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

1944 йылдан алып, Стәрлетамаҡ педагогия техникумын тамамлағандан һуң, 17 йәшендә В. Д. Рыленко үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген уҡытыусы булып Башҡорт АССР-ының Фёдоровка районы мәктәптәрендә башлай. 1945 йылда хәрби пилоттар мәктәбен тамамлаған. 1945—1947 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында хеҙмәттә була[1][2].

Совет Армияһынан демобилизацияланғандан һуң В. Д. Рыленко Федоровка район комсомол комитеты секретары булып эшләй башлай. 1955 йылдан алып ВЛКСМ Үҙәк Комитеты эргәһендәге Үҙәк комсомол мәктәбен тамамлағандан һуң Бәләбәй ҡалаһында ВЛКСМ-дың беренсе секретары булып эшләй. Шкапов нефть ятҡылығын үҙләштереүендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн В. Д. Рыленко Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының почет грамотаһы менән бүләкләнәБашҡорт АССР-ы Юғары Советы.

1957−1960 йылдарҙа В. Д. Рыленко Башҡорт өлкә комсомол комитетының секретары, артабан икенсе секретары булып эшләй. 1960 йылда КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәкәтәбен тамамлағандан һуң В. Д. Рыленко Башҡорт АССР-ы эске эштәр министрының милиция һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1][2].

1962 йылдан алып 1987 йылға тиклем, егерме биш йыл дауамында, В. Д. Рыленко Башҡорт АССР-ының эске эштәр министры вазифаһын биләй. 1975 йылда СССР Министрҙар Советы Ҡарары менән уға генерал-лейтенант званиеһы бирелә[2]. 1970 йылда Өфө ҡалаһында В. Д. Рыленко ярҙамында СССР МВД-ының махсус урта мәктәбе асыла һәм Башҡортостан эске эштәр органдары тарихы музейы булдырыла[2]. 1967 йылда В. Д. Рыленко ситтән тороп — Свердловск юридик институтын, шулай уҡ ике тапҡыр 1976, 1983 йылдарҙа — СССР МВД Академияһы эрһәгендәге эске эштәр министрлығының етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең юғары академия курстарын тамамлай[2].

Төп эшмәкәрлегенән тыш В. Д. Рыленко ижтимағи-сәйәси эш менән шөғөлләнә, 1963 йылдан алып 1990 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 6-11 саҡырылыш депутаты итеп һайлана[3].

1990 йылдан алып В. Д. Рыленко Башҡортостан эске эштәр органдары һәм эске эштәр органдарының ветеран ойошмаһы етәксеһе була[1].

2015 йылдың 1 июнендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Өфө ҡалаһы Киров районында «Генерал Рыленко» исемле урам барлыҡҡа килде.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия : в 7 т. / гл . ред. М. А. Ильгамов. — Уфа : Башк. энцикл., Т. 5: П—С — 2009 г. — 575 с. — ISBN 978-5-88185-072-2
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 На 88 году жизни ушел из жизни бывший министр внутренних дел республики Владимир Рыленко. МИНИСТЕРСТВО ВНУТРЕННИХ ДЕЛ ПО РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН. Дата обращения: 2 август 2020. 2020 йыл 15 август архивланған.
  3. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Под ред. К. Б Толкачева. Сост.: В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Кн.2. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005 г. — 304 с. — ISBN 5-8258-0204-5

Әҙәбиәт үҙгәртергә