Рус милли кейеме
Рус милли кейеме — урыҫ халҡының көндәлек көнкүрешендә һәм байрамда (һыйҙа) ҡулланылып, быуаттар дауамында формалашҡан традицион кейем, аяҡ кейеме һәм аксессуарҙар комплексы. Билдәле төбәккә, енескә (ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар), тәғәйенләнешенә (байрам, туй һәм көндәлек) һәм йәшенә (балалар, ҡыҙ, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ, әбейҙәр) ҡарата айырым үҙенсәлектәргә эйә.
Рус милли кейеме | |
Барлыҡҡа килгән | рустар |
---|---|
Рус милли кейеме Викимилектә |
Киҫелешенә һәм биҙәү алымдарында дөйөм оҡшашлығына ҡарамаҫтан, урыҫ костюмы айырым үҙенсәлектәргә эйә. Урыҫ халыҡ кейеменең ике төп— төньяҡ һәм көньяҡ тибы бар. Рәсәйҙең төньяғында крәҫтиәндәр көньяҡ райондарҙағы крәҫтиәндәрҙән күпкә айырылған кейем кейгән. Үҙәк Рәсәйҙә характеры буйынса төньяҡтыҡына яҡын кейем кейгән, ләкин, ҡайһы бер урындарҙа көньяҡ урыҫ кейеменең айырым һыҙаттары күренеп ҡалған.
Рус милли кейеменең айырмалы үҙенсәлеге — өҫкө кейемдең күплеге. Иңбашҡа (яурынға) һалына торған һәм елбәгәй кейем. Яурынға һалына торған кейемде баш аша кейгәндәр, ә елбәгәй кейем өҫтән аҫҡа тиклем тотош ырғаҡ йә төймәгә эленгән.
Юғары ҡатлам кешеләренең кейеме — византия тибында. XVII быуатта польша кейеменән үҙләштереү: польша сапаны, польша туны барлыҡҡа килә. Милли үҙенсәлекте һаҡлау маҡсатында, 1675 йылдың 6 август указы менән батша табыны өсөн яуаплылар (стольник), батша һарайында хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнеүсе хеҙмәтсе (стряпчий), мәскәү дворяндарына, һәр ваҡыт Мәскәүҙә йәшәргә һәм хеҙмәткә, яуға барырға әҙер булырға тейешле дворян, бояр, стряпчий һәм стольник балаларына (жильцы) сит ил өлгөһөндәге кейемдә йөрөү тыйылған[1]. Юғары ҡатлам кешеләренең кейеме ҡиммәтле туҡыманан, алтын, көмөш, ынйы, ҡиммәтле төймә ҡулланып, тегелгән. Бындай кейем мираҫ буйынса тапшырылған.
Крәҫтиән кейеменең фасоны быуаттар дауамында ла үҙгәрмәгән. Мода төшөнсәһе булмай.
Батша Пётр I 1699 йылда бөтә халыҡ өсөн костюм кейеү тыйыла, бынан крәҫтиәндәр, монахтар, дин әһелдәренән башҡа, барыһына ла халыҡ костюмын кейергә тыйғандан һуң, урыҫ милли кейеме аҙыраҡ кейелә. Башта венгр күлдәге, һуңынан өҫкө-саксон һәм француз кейеме, камзол һәм эске кейем — немец кейеменән индерелә. Ҡатын-ҡыҙҙар немец күлдәген кейергә тейеш була. Ҡалаға урыҫ кейеме һәм һаҡал менән ингән һәр кемдән пошлина: йәйәүленән 40 тин һәм атлынан 2 һум түләткәндәр[2].
Ирҙәр кейеме
үҙгәртергәТөп ирҙәр кейеме эске күлдәк сорочка йәки аҫҡы күлдәк була. XVI—XVII быуаттарҙа урыҫ ирҙәр күлдәгенең ҡултыҡ аҫтында — квадрат кештәк ластовица, ике яҡ ҡабырғаһында билбауҙан аҫтараҡ — өсмөйөшлө ҡыйыҡ ҡушып тегелгән. Күлдәктәрҙе етен һәм кизе-мамыҡ туҡыманан, шулай уҡ, ебәктән теккәндәр. Ҡул суғына табан күлдәк еңе тар булған. Ең оҙонлоғо күлдәк тәғәйенләнешенә бәйле. Яға йә булмай (муйын ауыҙы ябай түңәрәк), йә — ултырма яғалы (воротник-стойка), түңәрәк йәки дүрткел («каре»), ниеҙе тире йәки ҡайын туҙынан, бейеклеге 2,5—4 см; төймәгә эленә. Яға булһа, күкрәк уртаһынан йә һулдан киҫелгән (косоворотка), төймәгә ҡаптырылған йә бәйләп ҡуйылған.
Халыҡ костюмында күлдәк өҫ кейеме, ә бай костюмында — аҫҡы кейем була. Өйҙә баярҙар горничный күлдәк кейгән—ул һәр саҡ ебәк була.
Күлдәк төҫө төрлө: йышыраҡ аҡ, күк һәм ҡыҙыл. Күлдәкте ыштан тышына сығарып кейгәндәр һәм киң булмаған билбау быуғандар. Күлдәктең арҡа һәм күкрәк өлөшөнә инес (подкладка) ҡушып теккәндәр, күлдәк эслеге (подоплёка) тип аталған.
- Зепь — кеҫә төрө.
- Ыштан. Гачи. Порты.
Итек ҡунысына тығып йәки сабата лапоть эсендәге силғауға ҡыҫтырып кейелгән. Ыштандың аҙым (аҫҡы) өлөшөндә ромб формаһындағы кештәк. Өҫкө яғында (билдектә) билбау-гашник (ошонан загашник — билбауға тағылған кескәй сумка), бәйләп ҡуйыу өсөн шнур йәки бау.
Урыҫ ирҙәр костюмының, ҡатын-ҡыҙ кейеменә ҡарағанда, төрҙәре күп түгел. Ул нигеҙҙә күлдәктән, ҡағиҙә булараҡ, яға, итәк һәм ең ситтәре сигеү йәки туҡыу менән биҙәлгән ҡыя яғалы (косоворотка) булған, салбар тышына сығарылып, туҡылған йә үрелгән билбау быуып кейелгән[3].
Өҫ кейеме
үҙгәртергәИр-егеттәр күлдәк өҫтөнән йортта һуғылған буҫтауҙан тегелгән зипун кейгән. Байҙар зипун өҫтөнән сәкмән (кафтан) кейгән. Боярҙар һәм дворяндар кафтан өҫтөнән яғаһыҙ һәм билдекһеҙ оҙон еңле өҫ кейеме (ферязь) йәки яғаһыҙ, оҙон еңле һәм итәкле, күкрәк тәңгәлендә ҡаптырмалы буҫтау өҫ кейеме (охабень) кейгән. Йәйен кафтан өҫтөнән оҙон итәкле һәм ҡулдар өсөн йырыҡлы, ҡаптырмалы, эслекһеҙ тегелгән өҫ кейеме (однорядка) кейгәндәр. Крәҫтиәндәрҙең өҫ кейеме әрмәк була.
Йәйге оҙон итәкле һәм оҙон еңле өҫ кейеме (опашень) — оҙон итәкле кафтан (буҫтау, ебәк һ. б.) киң оҙон еңле, аҫҡа тиклем йыш төймәле һәм эләктереп ҡуйыла торған тире яғалы.
Свитка. Өҫ кейеме — свитка йә свита. Ул елбәгәй (кафтан), йә тотош ҡаптырмалы (өҫкө күлдәк). Өҫ күлдәк —буҫтауҙан йәки буятылған тығыҙ етендән тегелә. Кафтан өсөн — моғайын, эслекле буҫтау. Свита ғәҙәттә яға, ең һәм итәк ситтәре төҫлө еп менән ҡайылып биҙәлә. Ҡайһы саҡта өҫкө күлдәктең яурын менән терһәк араһында тағы ла бер төҫлө һыҙаты урынлашҡан була. Дөйөм алғанда, киҫелеше буйынса сорочкаға (эске күлдәк) тура килә. Кафтан сабыуы тирәләй 8-12 төймә йә эскә индерелеп ябыулы сабыуҙы разговорҙарлы бау менән ҡаптырып ҡуйылған (был ҡатырма элмәге ҡыҙылармеецтар кейемендә лә ҡулланылған).
- Һарыҡ тиреһенән тегелгән толоп (кожух) — ҡышҡы кафтан.
- Һарайҙа тантаналы ҡабул итеүҙәр ваҡытында кейелгән (терлик)
- Тула сәкмән (сермяга)
- Шырт туҡыманан тегелгән өҫ кейеме (вотола)
- Яурынға һалынған (корзно) — тантаналы осраҡтарҙа кейелгән плащ.
- Бекеша —бөрмә билле ирҙәр тире кейеме
Однорядка — яғаһыҙ оҙон итәкле һәм оҙон еңле, төймәле һәм биҙәк өсөн тегеп ҡуйылған тар һыҙатлы, баулы кейем. Уны ябай буҫтауҙан һәм йөн туҡыманан теккәндәр. Еңен кейеп тә, яурынға ғына һалып та кейгәндәр.
Охабень однорядкаға оҡшаған булған, әммә ул арҡаға төшөп торған яғанан торған, ә оҙон еңдәре лә артҡа ташланған һәм уның аҫтынан, однорядкалағы кеүек, улар ҡулдарға ҡалдырылған йырыҡтар күренеп торған. Ябай охабень буҫтауҙан, йөн һәм кизе-мамыҡ ептәр ҡушылған етен сыбар туыманан (мухояр), ә һыйға кейелгәне — бәрхәттән, биҙәкле ебәк туҡыманан (обьярь), ике яғы ла туҡылған ебәк туҡыманан (камка) һәм биҙәкле ауыр ебәк туҡыманан (парча) тегелгән, тар һыҙаттар һәм төймәләр менән биҙәлгән.
Опашень киҫелеше буйынса алғы яғы артҡы яҡтан оҙонораҡ булған, еңе беләҙеккә табан тарайған. Опашень бәрхәттән, атластан, обьярҙән, камканантегелгән, селтәр (кружева), биҙәк һыҙаттар менән биҙәлгән, төймәләр йә сасаҡлы элмәктәр ярҙамында эленгән. Опашенде билбауһыҙ ҙа, иҙеүҙәрен асып («наопашь»), һәм яурынға һалып та кейгәндәр.
Еңһеҙ епанча (япанча) йонсоу көндәрҙә кейелә торған түңәрәкләп бөрөлөп тегелгән плащ. Юл епанчаһы — шырт буҫтауҙан йә дөйә йөнөнән эшләнә. Һыйға — тире ҡушылған сифатлы туҡыманан.
Тунды йәмғиәттең бөтә ҡатламдары ла: крәҫтиәндәр һарыҡ, ҡуян тундар, ә байҙар — һыуһар, кеш, ҡара төлкө тиреһенән тегелгән тун кейгән. Боронғо урыҫ туны бик ҙур, оҙонлоғо буйынса тиклеиҙәнгә тиклем, туп-тура. Йөҙ яғынан еңдәре терһәккә тиклем ярылған һәм киң ҡайтармалы яғалы һәм ең ҡайтармалары тире менән биҙәлгән. Тире йөнөн эскә ҡаратып теккәндәр, өҫтән тун буҫтау менән ҡапланған. Тире һәр саҡ эслек хеҙмәтен үтәгән. Өҫ яҡтан тун төрлө туҡыма: буҫтау, ауыр ебәк һәм бәрхәт туҡыма менән ҡаплана. Тантаналы осраҡтарҙа тунды йәй ҙә, бүлмә эсендә лә кейгәндәр.
Урыҫ тундары охабень һәм однорядкаға, оҡшаған, әммә күкрәк тәңгәленән башланған киң тире яғалы булған. Рус тун, оҙон һәм ауыр була, иҙәнг тиклем, тура, аҫҡа— итәк тирәһендә 3,5 м-ға тиклем киңәйә.
Алғы яҡтан бау менән бәйләп ҡуйылған. Яғаһы һәм ең ҡайтармалары тиренән булған. Тун төймәләр йәки тоҡанлы элмәктәр ярҙамында ҡаптырылған.
Баш кейеме
үҙгәртергәСәстәре ҡыҫҡа ҡырылған баштарына ғәҙәттә, XVI быуатта митрополит Филипптың етди киҫәтеүҙәренә лә ҡарамай, хатта сиркәүҙә лә тафья кейгәндәр. Тафья — түңәрәк бәләкәй башлыҡ. Тафья өҫтөнән кәпәс: ябай халыҡ— кейеҙҙән, йәш бәрәс йөнөнән (поярок), йортта эшләнгән шырт буҫтауҙан (сукманина), байҙар — йоҡа буҫтауҙан һәм бәрхәттән тегелгәнен кейгән.
Клобук рәүешендәге кәпәстәрҙән башҡа, ҡолаҡсын бүрек һымаҡ (треух), тире ҡайтармалы бүрек (мурмолка)һәм бейек цилиндр рәүешендәге тантаналарҙа кейелә торған кәпәс (горлатная шапка). Треух — өс ҡалаҡтан торған кәпәс — ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ кейгән, өҫтәүенә, ҡатындарҙың треух аҫтында, ғәҙәттә, ынйы менән биҙәкләнгән елкәлектәре беленеп торған. Мурмолка — ялпаҡ киңәйгән бәрхәт йәки парча түбәле аҡбур төҫөндәге ҡалаҡлы кәпәс. Кейгән урындан башты ҡымтып торған һәм, киңәйеп китеп, бейеклеге терһәк оҙонлоғонда булған кәпәс (горлатная шапка); уларҙың өҫкө яғына кейелә торған урынынан төлкө, һыуһар йәки кеш тиреһе тегелгән.
Ҡатын-ҡыҙ кейеме
үҙгәртергәҠатын-ҡыҙ кейеменең төп нигеҙе — оҙон күлдәк. Күлдәкте әҙеп (сигеү-оторочка) йәки ҡайма менән сигеп биҙәгәндәр, ҡайһы берҙә ынйы баҫҡандар. Затлы ҡатын-ҡыҙҙар өҫ — горничный күлдәктәр кейгән. Горничный күлдәктәрҙе йыш ҡына ҡыҙыл төҫтәге сағыу ебәк туҡыманан теккәндәр. Оҙон тар еңле күлдәктәр тар еңле тип аталған да. Ең оҙонлоғо 8-10 терһәкоҙонлоғонда булған. Уларҙы ҡулда йыйырсыҡландырып йыйғандар. Күлдәкте билбау менән быуып кейгәндәр. Уны йортта кейгәндәр, әммә ҡунаҡ килгәндә түгел. Ҡулбаш өҫтөнә ҡуйылған ҡулбашлыҡ (полики) — тура йә осло мөйөшлө.
Ең остарына ҡайылған беләҙектәр беркетелгән аҡ йәки ҡыҙыл күлдәк өҫтөнә оҙон ебәк тамаҡҡа саҡлы төймәгә эленгән йәйге кейем летник, оҙон еңенә (алтын йә ынйы тегелгән) һәм муйынды ҡаплап эленгән яғалы (ынйы мунсаҡ).
Урыҫ ҡатын-ҡыҙ кейеменең ике төп нигеҙе — сарафанлы (төньяҡ) һәм понёвалы — кейәүгә сыҡҡан ҡатындарҙың бер нисә төрлө (ҡара күк шаҡмаҡлы һәм ҡара, һирәк осраҡта — ҡыҙыл туҡыма киҫәгенән тегелгән һәм бик бай биҙәлгән итәкле йөн юбка (көньяҡ) комплексы:
- Сарафан — урыҫ ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәк һымаҡ, йыш осраҡта еңһеҙ, халыҡ кейеме. Сарафандар бесеме һәм туҡымаһы менән айырыла.
- Понёва — кәләш йәшенә еткән һәм инициация үткән ҡыҙҙарға бүләк ителгән сандыр кейеме.
- Запона — уртаға бөкләп һалынған һәм бөгөмөндә баш тығыр өсөн тишек ҡалдырылған тура мөйөшлө киндер туҡыма кейем.
- Тән йылытҡыс (телогрея) — алғы яҡтан өҫтән аҫҡа тиклем ҡаптырмалы тарая барыусы оҙон еңле тире йәки эслек ҡуйылған кейем.
- Приволока — еңһеҙ яурын япмаһы (накидка).
- Шушпан — ҡайһы берҙә, ҡыҙыл менән ҡаймалап, шырт кизе-мамыҡ еп (гарус) менән сигелгән киндер кафтан.
- Летник — ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо өҫ кейеме.
Өҫ кейеме
үҙгәртергәҠатын-ҡыҙҙарҙың билдән быуылмай ғына өҫтән аҫҡа тиклем ҡаптырмалы өҫ кейеме. Кеше араһына кейеп сыға торған ҡатын-ҡыҙҙың өҫкө кейеме — оҙон буҫтау опашень, йыш төймәле, ситтәре ебәк йәки алтын теген менән биҙәлгән, өҫтәүенә, опашендең оҙон еңдәре һалынып төшөп торған, ә ҡулдар үҙенә бер төрлө йырыҡтар аша сығарылған; һәм улар телогрея йәки душегрея һәм тун менән ҡапланған. Әгәр телогрея баш аша кейелһә, өҫтән кейелеүсе (накладной) тип аталған.
Затлы ғаиләләр ҡатын-ҡыҙҙары тунҡайҙар — тундың ҡатын-ҡыҙ төрө. Тунҡай (шубка) летникка оҡшаған, тик унан формаһы менән айырылған. Тунҡайҙың декоратив еңдәре оҙон һәм ҡайтармалы була. Ҡулдарҙы ең аҫтындағы махсус йырыҡтарға тыҡҡандар. Әгәр тунҡайҙы еңенән кейһәләр, еңде арҡыры бөрмә итеп йыйғандар. Тунҡайға түңәрәк тире яға беркеткәндәр.
Ҡыҫҡа душегреяны халыҡтың бөтә ҡатламдары ла кейеп йөрөгән, әммә крәҫтиәндәр өсөн ул байрам кейеме булған. Шугай һәм уның еңһеҙ төрө бугай.душегреяға оҡшаған булған.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ир-ат кейеменә оҡшаған әйберҙәрҙе лә: однорядка, ҡайтармалы тун да кейгән.
Иван Грозный ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙар өс ҡат күлдәкте өҫтө-өҫкә кейеп йөрөгән. Бер ҡат ҡына күлдәк кейеү оятһыҙлыҡҡа һәм намыҫһыҙлыҡҡа тиң тип һаналған. Бояр ҡатынының кейеме ауырлығы 15-20 килограмм тартҡан.
Муфта — тиреһен эскә ҡаратып тегелгән һәм тире менән ҡапланған алынмалы ең.
Баш кейемдәре
үҙгәртергәКейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар сәсен мотлаҡ ҡаплап йөрөрөгә тейеш булған, өйҙә волосник йәки повойник кейгән һәм тағы ла яулыҡ ябынған, ә йортонан ҡайҙалыр барырға сыҡһа, бай итеп биҙәлгән кика йәки кокошник кейгән. Ҡыҙҙар башында арт яғында киң таҫмалы ҡайылған киң бәйләүес (венчик) йөрөткән. Ҡыш көнө ҡатын-ҡыҙҙар өйҙән сыҡҡанда, тире бүрек кейгән йә башына яулыҡ ҡаплаған.
Урыҫ милли кейеменең башҡа айырып торған һыҙаты — ҡатын-ҡыҙ баш кейеменең күп төрлөлөгө:
- Кичка (кика) — кейәүҙәге ҡатындарҙың байрам баш кейеме.
- Сорока — ҡаты тирәсле бәйләүес төрө.
- Кокошник — баш тирәләй тараҡ (елпеүес йәки түңәрәк ҡалҡан) рәүешендәге урыҫ традицион костюмы символы.
- Повойник — туй йолаһын атҡарғанда, бер ҡыҙ сәс толомонан ике толом итеп үрелгән сәсте тулыһынса ҡаплап торған йомшаҡ башлыҡҡай
-
С. Соломко.
Сорока -
Сорока.
Белгородская область -
К. Маковский.
Кичка -
Кичка.
Калужская губерния -
Кичка.
Тверская губерния -
Рогатая кичка.
Рязанская губерния -
М. Нестеров.
Кокошник -
К. Маковский.
Кокошник -
В. Суриков.
Кокошник -
Кокошник.
Белгородская область -
В. Суриков.
Убрус -
Повойник (очипок).
Курская губерния -
Повойник (очипок).
Курская губерния -
Повойник (очипок).
Воронежская губерния
Аяҡ кейеме
үҙгәртергә- Сабата (лапоть) — йүкәнән үрелгән тәпәш аяҡ кейеме. Ныҡлыҡ өсөн табанын сыбыҡ, йүкә, бау йә тире менән үргәндәр. Сабата аяҡҡа йүкәне сиратып эшләнгән бау менән бәйләп кейелгән.
- Башмаҡтар — тиренән эшләнгән һәм бау менән бәйләп кейелгән.
- Чёботы — ҡыҫҡа ҡуныслы итек төрө. Чёботтар сафьяндан тегелгән, ҡиммәтлеләре — атластан һәм бәрхәттән. Чёботтар тура һәм кәкре булған. Кәкре чёботтарҙың остары өҫкә бөкләнгән була.
Ҡуныстар прежник тип атала. Олтораҡтар кейеҙҙән. Поднаряд —чёботтың эске көпләүе. Һалҡындарының — атластан, йылыларының- ҡондоҙ тиреһенән. Бай чёботтар көмөш һәм алтын, ынйы һәм аҫыл ташлы тегеү менән биҙәлгән. Ҡуныстарының өҫтө алтын менән ҡаймаланған. Табандарына ваҡ сөй ҡағылған, үксәләре көмөш йәки тимер беркеткестәр менән нығытылған.
- Ситектәр — итек формаһына эйә еңел осло һәм эске ҡаты үксәле еңел аяҡ кейеме.
- Быймалар — кейеҙләнгән һарыҡ йөнөнән яһалған кейеҙ йылы итек; йыш ҡына ҡаты итеп яһала, башҡа аяҡ кейеменә оҡшатҡанда йомшаҡ та эшләнә.
- Силғау йәки ыштыр (онуча) — оҙон, киң (30 см тирәһе) аяҡты тубыҡҡа тиклем уратып (сабата менән) кейелгән аҡ, ҡара йә һоро төҫтәге (киндер, йөн) туҡыма киҫәге.
- Поршниҙар — иң ябай, иләнмәгән күндән күн ҡайыш менән бәйләп нығытылған славян аяҡ кейеме.
Ҡалала итек кейгәндәр. Яҡынса XIV быуат башынан үксәле аяҡ кейеме барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә итек остары тупаҡ, ә байҙарҙа ҡайһы саҡ өҫкә бөкләнгән булған.
Тубыҡтан түбән мөйөш итеп киҫелгән ҡыҫҡа итектәр. Итектәрҙе төҫлө тиренән, сафьяндан, бәрхәт, ауыр ебәк — парчанан, йыш ҡына сигеп биҙәп теккәндәр. Дағалар һәм ҡаҙаҡтар көмөш булған, итек остары һәм үксәләре ынйы һәм аҫыл таштар менән биҙәлгән.
XVII быуат аҙағынан юғары ҡатлам тәпәш туфлиҙар кейә башлаған.
Ҡатын-ҡыҙҙар итек һәм башмаҡтар кейгән. Башмаҡтарҙы бәрхәттән, парчанан, тиренән, башта йомшаҡ табанлы итеп, ә XVI быуаттан — үксәле итеп теккәндәр. Ҡатын-ҡыҙ аяҡ кейемененң үксәһе 10 сантиметр бейеклеккә еткән.
Туҡымалар
үҙгәртергәТөп туҡымалар: тарма (посконный) һәм етен, буҫтау, ебәк менән бәрхәт. Киндяк — эслеккә тәғәйенләнгән туҡыма (подкладочная).
Юғары ҡатлам кешеләренең кейемдәре ситтән килтерелгән ҡиммәтле туҡымаларҙан: тафта, камка (куфтырь), парча (алтабас һәм аксамит), бәрхәттән (ябай, ырылған биҙәкле ҡабарынҡы (рытый), алтынлы), объярь (алтын йә көмөш биҙәкле муар), атлас, коноват, куршит, кутня (бохар ярым йөн туҡыма). Кизе-мамыҡ туҡымалар (китайка, миткаль), сатынь (һуңыраҡ сатин), кумач. Пестрядь — төрлө төҫтәге ептәрҙән эшләнгән туҡыма (ярым ебәк йәки киндер).
Кейем төҫтәре
үҙгәртергәСағыу төҫтәге туҡымалар ҡулланылған: йәшел, ал ҡыҙыл (малиновый), алһыу күк (лиловый), зәңгәр, алһыу һәм сыбар. Йыш ҡына: аҡ, күк һәм ҡыҙыл[4].
Ҡорал палатаһы исемлектәрендә осраған төҫтәр: ал, аҡ, аҡ йөҙөм, бурһат ҡыҙыл (багровый), ҡыҙыл көртмәле (брусничный), зәңгәр-күк (васильковый), сейә, ҡәнәфер, күкһел-һорғолт (дымчатый), аҡтың бер төҫмөрө (еребелевый), эҫе, һары, үлән, көрән, кесерткән, ҡыҙыл сейә, кирбес, зәңгәрһыу, лимон һары, лимонлы мәскәү буяуы, мәк, һағыҙаҡ, ут ҡыҙыл, ҡом, үтә йәшел, ҡыҙғылт һары-көрән, шәкәр, һоро, һалам һары, аҡһыл-йәшел, аҡһыл-ҡыҙыл, аҡһыл-һоро, һоро-ҡайнар, яҡты-ценин, ҡара шәмәхә, ҡара-ҡәнәфер, ҡара-һоро, асыҡ алһыу (червчатый), зәғферән (шафранный), күк (ценниный), алмасыуар (чубарый), ҡара лимон, ҡара кесерткән, ҡара ҡыҙыл.
Һуңғараҡ ҡара төҫтәге туҡымалар барлыҡҡа килә[5]. Европа йоғонтоһо аҫтында ҡара төҫ ҡайғылы төҫ булып иҫәпләнә һәм фәҡәт XIX быуат аҙағында һәм XX быуат башында раҫлана[6].
Биҙәүестәр
үҙгәртергәКейем бесеме үҙгәрешһеҙ ҡала. Бай кешеләрҙең кейеме туҡымалар, сигеү, биҙәүестәр байлығы менән айырыла. Әйберҙең сите һәм итәгенә селтәр — киң ҡаймалы төҫлө туҡыма тегелә.
Биҙәүес итеп ҡулланыла: төймә, тегелеп ҡуйылған тар туҡыма биҙәк, алына торған яға-«беләҙек», ең өҫтөнә кейелгән әйберҙәр, ҡаптырмалар. Ҡаптырмалар — таралғы йәки айылдар, ҡаптырма йәки элмәк, аҫыл ташлы сүкелгән айылса. Боронғо кейемдәрҙең еңе өҫтөнән кейелә торған затлы биҙәкле ең (зарукавья), беләҙектәр — өҫтән беркетеп ҡуйылған ҡайтармалар, беләҙек төрө.
Былар барыһы ла кейем биҙәге, күлдәк ҡулайламаһы тип атала. Биҙәүестәрһеҙ кейем таҙа тип аталған.
Төймәләр
үҙгәртергәТөймәләр төрлө материалдарҙан, төрлө формала һәм дәүмәлдә эшләнгән. Төймәнең ағас (йәки башҡа) нигеҙе тафта менән көпләнә, алтын канитель, иләнгән алтын йәки көмөш менән сырмаландырылып ҡаплана, тирәләп ваҡ ынйы теҙелә. Алексей Михайлович батшалыҡ иткән оорҙа алмас төймәләр барлыҡҡа килгән.
Тимер төймәләр финифть, аҫыл таштар менән биҙәлгән, алтынланып торған. Металл төймәләрҙең формалары: түңәрәк, дүрт — һигеҙ мөйөшлө, тишекле, яртылаш, сенчатый, үрмәле, грушаға оҡшаған, оро кеүек, арыҫлан башы, табан балыҡ һымаҡ һәм башҡа.
Кляпыш — брусок йәки таяҡса рәүешендәге төймә төрө.
Тегелгән һыҙаттар
үҙгәртергәТегелгән һыҙаттар (нашивки) — төймәләр һанына тура килгән арҡыры буй һыҙаттар, ҡайһы берҙә сасаҡлы бәйләүестәр менән. Һәр һыҙатҡа төймә элмәге тегелә, шуға һуңғараҡ тегелгән һыҙаттар петлица тип аталған. XVII быуатҡа тиклем тегендәр өлгөләр (образцы) тип аталған.
Диуарҙарҙы теге оҙонлоғо өс бер тесьма вершок яртыһына тиклем булған йәки бер вершок һәм киңлеге. Ике яҡтан нашиваться улар кейем. Золотный бай туҡымаға тегеп кейгән. Теге үлән украшаться Тесьма рәүешендәге биҙәктәр, цветков һ.б.
Тегендәр күкрәктә билгә тиклем урынлашҡан. Ҡайһы бер костюмарҙа тегендәр бөтә уйым оҙонлоғо — итәгенә тиклем, һәм йырыҡтарҙа—ҡабырға уйымдары буйлап урынлашҡан. Тегендәр бер-береһенән тиң алыҫлыҡта йәки төркөмләп урынлашҡан.
Тегендәр төйөн рәүешендә— бауҙы остарында төйөн рәүешендә ҡалдырып айырым үреү алымы.
XVII быуатта ҡыҙылбаш һыҙаттарын тегеү популяр була. Мәскәүҙә ҡыҙылбаш оҫталары: туҡыманан һыҙаттар тегеү оҫтаһы Мәмәдәли Анатов, алты иптәше менән ебәк һәм таҫма тегеү эше оҫтаһы Шебан Иванов йәшәй. Урыҫ оҫталарын өйрәтеп, Мәмәдәли Анатов 1662 йылдың майында Мәскәүҙән күсеп киткән.
Муйынса
үҙгәртергәМуйынса — атласҡа, бәрхәткә, парчаға ынйы йәки таштар тегелгән һәм кафтанға, тунға һ. б. беркетелгән ҡупшы яғаһы. Ҡайтармалы йәки ултырма яға.
Башҡа биҙәүестәр
үҙгәртергәСикә алҡалары — баш кейеменә беркетелә торған биҙәүес (колты). Ҡоршау формаһындағы муйын гривнаһы.
Аксессуарҙар
үҙгәртергәЮғары ҡатлам ир-ат кейемендә бирсәткәләргә киң оҙон беләҙек (краги) өҫтәлгән. Бейәләйҙәрҙең бай нағышы булған. Бирсәткәләр (бармаҡ еңдәре (рукавки персчатые)) Рустә XVI быуатта барлыҡҡа килгән. Билбауға сумка-калита элеп ҡуйылған. Тантаналы осраҡта ҡулдарына таяҡ (посох) тотҡандар..Кейем тышынан киң ҡушаҡ йәки билбау менән билдәрен быуып бәйләгәндәр. XVII быуаттан башлап йыш ҡына козырь — бейек ултырма яға йөрөтөр булғандар.
Фляшкаларын (фляжка) тартмайылға йәки иңбаш ҡайышына (перевязь) тағып йөрөткәндәр. Фляжкала сәғәт тә ятыуы мөмкин булған. Тартмайыл —атлас һыҙатҡа тегелеп ҡуйылған алтын сынйыр.
Ҡатын-ҡыҙҙар ширинка — туҡыманың бөтә киңлеге буйынса ҡырҡып алынған яулыҡ, еңсәләр (тире муфталар) кейеп һәм бик күп ювелир биҙәүестәр тағып йөрөгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Народный костюм Белгородчины
- Украинский национальный костюм
- Русское национальное жилище
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Успенский Г. П. Опыт повествования о древностях русских. — Харьков, 1818 — с. 56
- ↑ Успенский Г. П. Опыт повествования о древностях русских. — Харьков, 1818 — с. 59—60
- ↑ ОЗНАКОМЛЕНИЕ ШКОЛЬНИКОВ С НАЦИОНАЛЬНОЙ ОДЕЖДОЙ НАРОДОВ РОССИИ И СНГ // Школа и труд . Школа и труд. Дата обращения: 8 октябрь 2014. Архивировано 11 октябрь 2014 года.
- ↑ Русский национальный костюм - ПоясOK.com Народная одежда для детей и взрослых . poyasok.com. Дата обращения: 10 октябрь 2019. 2016 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ А. Ф. Вельтман Московская оружейная палата. В Тип. И. Степанова, 1844
- ↑ Толстая, 2012, с. 314
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Древняя одежда народов Восточной Европы. — М., 1996
- Пушкарева Н. Л. Женщины древней Руси. — М.: Мысль, I999
- Древняя Русь. Быт и культура. Археология. — М.: Наука, 1997
- Кудь Л. Н. Костюмъ и украшенія древнерусской женщины. — Кіевъ, 1994
- Брайчевская Е. А. Летописные данные о древнерусском мужском костюме X—XIII вв.// В кн. Земли Южной Руси в IX—XIV вв. — К.: Наукова думка, 1995
- Гиляровская Н. Русский исторический костюм для сцены. — М.-Л.: Искусство,1945
- На путях из Земли Пермской в Сибирь: очерки этнографии североуральского крестьянства XVII—XX вв. — М.: Наука, 1989. — ISBN 5020099554
- Этнография русского крестьянства Сибири. XVII-середина XIX в. — М.: Наука, 1981.
- Забелин И. «Домашний быт русских царей в XVI и XVII столетиях». Издательство Транзиткнига. — М., 2005 — ISBN 5-9578-2773-8
- Русская народная одежда в рисунках B. Гордеевой. — М., 1974
- Траур // Славянские древности: Этнолингвистический словарь : в 5 т. / под общ. ред. Н. И. Толстого; Институт славяноведения РАН. — М. : Межд. отношения, 1995—2012.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Костюм // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Русский костюм IX—XII вв.
- Русские пуговки гирьки — классификация, история, материал, рисунки и их магический смысл. 2021 йыл 18 ғинуар архивланған.
- Материалы по истории русских одежд и обстановки жизни народной: в 4 т. — СПб.: Тип. Императорской Академии Наук, 1881—1885. на сайте Руниверс
- Выкройки старорусской одежды
- Цвет в русском народном костюме Художник О. Л. Толстикова
- Боровский Андрей. «Комплекс Шабельской»: вехи мифологизации народного костюма в XX веке (видео)
- Как назывались эти цветные застежки на форме красноармейцев, и что значил их цвет | дневник ролевика | Яндекс Дзен (yandex.ru)