Бәрхәт ( ихтимал нем. Barchent; ингл. Velvet, франц. Velours) — башта өбөрөләп туҡылған ебәк туҡыма[1]. Туҡыма нигеҙе киндер йә саржа үреме менән туҡыла[2]. Ебәк, йөн йәки кизе-мамыҡ ептән оҙон өбөрө менән туҡылғаны - плюш (хәтфә) тип атала. Бәрхәт техникаһында һыҙаттар рәүешендә биҙәктәр һалып сығарылған туҡыма - вельвет

Бәрхәт
Рәсем
 Бәрхәт Викимилектә

Этимологияһы үҙгәртергә

«Бәрхәт» һүҙе ғәрәп-төрки barracan — «ҡара кейем» тигәнгә барып тоташа, урыҫ теленә немец һәм поляк теле[3] аша килгән.

Тарихы үҙгәртергә

Энциклопедия Британника хәбәр итеүенсә, бәрхәт туҡыу Алыҫ Көнсығышта барлыҡҡа килгәнгә оҡшаған[4], ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, беренсе булып бәрхәт Ҡытайҙа етештерелә башлаған, шулай уҡ Һиндостандан килеп сығыуы тураһында гипотеза бар[5]. .

Бәрхәт туҡыманы Европала XII быуатта ҡуллана башлайҙар. Улар көнсығыштан алып ҡайтыла. Үҙҙәрендә тәүге тапҡыр Сицилияла һәм Венецияла сығарыла башлаған. Италияла башта йәшел төҫтә, ә һуңғараҡ зәңгәр, күк, ҡыҙыл бәрхәт барлыҡҡа килә[6].

Рәсәйҙә үҙгәртергә

 
Ҡыҙыл бәрхәт күлдәк

XVII быуатҡа тиклем Рәсәйҙә тик ебәктән һуғылғаны ғына бәрхәт тип аталған. Сит илдәрҙән — Италия, Испания, Персиянан алып ҡайтҡандар, бигерәк тә италия бәрхәте юғары баһалана[7]. Башҡа илдәрҙәге кеүек, тәү сиратта дәрәжәле һәм бай кешеләр генә ҡуллана алған[8]. 1584 йылда бер аршын венедицкий (венеция) бәрхәте өсөн бер һум түләйҙәр.

1623 йылда Мәскәүҙә батша һарайы ҡарамағында Бәрхәт һарайы асыла, уға Иван Дмитриев идара итә[9]. Бында хатта күп төҫлө бәрхәт етештерелә. Мануфактура XVII быуат уртаһында ябыла [10].

XX быуат — хәҙерге заман үҙгәртергә

Бәрхәт техникаһында эшләп сығарылған туҡымаларҙан XX быуатта пан-бәрхәт популярлығын һаҡлап ҡалған. . XХ быуатта барлыҡҡа килгән яһалма һәм синтетик сүстәрҙән етештерелгән туҡыма, шулай уҡ яңы технологиялар күп булыуы менән бәйле, тәбиғи сүстән етештерелгән бәрхәт ҡыҫырыҡлап сығарылған[11].

Бәрхәт — символ булараҡ үҙгәртергә

  • Ал бәрхәт тышлы китап «Бәрхәт китап» тигән исем алған(1687), унда Рәсәйҙең атаҡлы дворян заттар исемлеге бирелгән[12].
  • Бәрхәт миҙгелдәре, ял итеү өсөн иң яйлы ваҡыт
  • Бәрхәт революция, йәғни ҡан түкмәй, көс ҡулланмай яһалған революция.

Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Информация из энциклопедии интерьерных идей 4living.ru 2014 йыл 31 ғинуар архивланған.
  2. Кирсанова, 1995
  3. М. Фасмер. Этимологический словарь. — 1986. — Т. 1.
  4. s:en:1911 Encyclopædia Britannica/Velvet
  5. Кирсанова, Р. М. Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв. : Опыт энциклопедии. — 1995.- с.63
  6. Михайлова И. Великолепный «косматый», «рытый», «петливатый»: бархат в средневековой Европе // Теория моды: Одежда. Тело. Культура. — 2012. — № 25, с.63
  7. Игнатьева Т. И., Килачицкая И. Р. О чем рассказано серебряной нитью по бархату // Живая старина: Журнал о русском фольклоре и традиционной культуре. — 2008. — № 3(59). — С. 11—13.
  8. Кирсанова, 1995, с. 30
  9. Кирсанова, Р. М. Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв. : Опыт энциклопедии. — 1995.с=22
  10. ГИМ, 1999, с. 12
  11. Кирсанова, Р. М. Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв. : Опыт энциклопедии. — 1995.
  12. Кирсанова, Р. М. Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв. : Опыт энциклопедии. — 1995.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бархат// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 3-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Бархат, материя // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Бархат — Краткая энциклопедия домашнего хозяйства / Ред. И. М. Скворцов и др. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия» — 1959.
  • Л. Кибалова. О. Гербенова. М. Ламарова. Иллюстрированная энциклопедия моды.. — Прага : Артия, 1988.
  • Кирсанова, Р. М. Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв. : Опыт энциклопедии. — 1995.
  • Р. М. Кирсанова. Бархат // Розовая ксандрейка и драдедамовый платок: Костюм — вещь и образ в русской литературе XIX в. / под ред. Э. Б. Кузьминой. — М.: Книга, 1989. — С. 22. — 286 с. — ISBN 5-212-00130-7.
  • Михайлова И. Великолепный «косматый», «рытый», «петливатый»: бархат в средневековой Европе // Теория моды: Одежда. Тело. Культура. — 2012. — № 25 (осень).
  • Старинные узорные ткани России XVI — начала ХХ века: Из фондов Государственного Исторического музея. — М., 1999. — 156 с.
  • Лермонтова Е. (A.), Шелковая фабрика в правление царевны Софьи Алексеевны, П., 1915; История Москвы, т. 1,. М., 1952, с. 415-16.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Ирина Михайлова. Великолепный «косматый», «рытый», «петливатый»: бархат в средневековой Европе (рус.) // Теория моды. Одежда. Тело. Культура. — М.: Новое литературное обозрение, 2012. — Вып. 25, № 3. — ISBN 5-86793-472-1. Архивировано 19 января 2015 года.