Румынияла ер тетрәү (1802)
Румынияның Вранча тауҙарында ер тетрәү 1802 йылдың 26 октябрендә Изге Параскева көнөндә була[1]. Рихтер шкалаһы буйынса 7,9 балл менән ул Румынияла теркәлгән иң көслө ер тетрәү осрағы булып тора. Ул Европала ла иң көслө ер тетрәүҙәрҙән иҫәпләнә: уның ҡеүәтен ике миллион квадрат километр майҙанда — Көнсығыш Европала һәм Балҡанда, Санкт-Петербургта һәм Эгей диңгеҙендә тойғандар[2].
Бухареста ер тетрәү көсө Меркалли шкалаһы буйынса VIII-ІХ тип баһалана[3]. Күп кенә сиркәү манаралары [4], Котрочень монастыры емерелгән. Башлыса түңкәрелгән мейестәр арҡаһында күп янғындар сыҡҡан. Болгарияла Русе, Варна һәм Видин ҡалалары тулыһынса тиерлек емерелгән була[5] .
Емереклектәр һәм ҡорбандар
үҙгәртергәИң көслө тетрәү Бухареста көндөҙгө сәғәт ун ике менән бер араһында була[6]. Көслө ер тетрәү 10 минут тирәһе була. Бик күп тарихи ҡомартҡылар, шул иҫәптән Изге Николай сиркәүе, Котрочент монастыры һәм 54 метрлыҡ Колцей манараһы емерелә[7][8]. Грек тарихсыһы Дионисий Фотино хәбәр итеүенсә, господарь Константин Ипсиланти ғаиләһе менән Вакарести монастырына күсенгән, сөнки уның һарайына ныҡ зыян килгән була. Әммә биналарға килгән ҙур зыянға ҡарамаҫтан, дүрт генә үлем теркәлгән, уларҙың өсәүһе — балалы йәһүд ҡатыны һәм сәйәхәт итеүсе сауҙагәр Колцей емерелгәндә һәләк була[9]. Кеше ҡорбандары, моғайын, йорттарҙың бер-береһенән алыҫ төҙөлөүе, ҙур баҡсалар һәм ихаталар менән уратып алыныуы, тимәк тирбәлеү бер бинанан икенсеһенә таралмауы арҡаһында аҙ булғандыр. Бынан тыш, төҙөлөштә ағас һәм гонт кеүек еңел материалдар ҡулланылған[10].
Яссы ҡалаһында кенәз һарайының диуарҙары, күп ҡорамдар һәм монастырь манаралары емерелә. Брашов ҡалаһы һәм уның тирә-яғына, шул иҫәптән Ҡара сиркәүгә, ҙур зыян килә[11]. Константинополь һәм күрше төбәктәр ҙә ҡаза күрә[12]. 13:30 сәғәттә көслө тирбәлеүҙәр хәҙерге Украинала һиҙелә[13][14]. Мәскәүҙә диуарҙарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килә, тәҙрә быялалары ватыла, көмбәҙҙәр ишелеп төшә[15].
Көсөргәнешлеге
үҙгәртергәУрыны | Көсөргәнешлеге |
---|---|
Бухарест | IX |
Яссы | VIII-IX |
Крайова
Русе, Силистра |
VIII |
Дева, Себеш, Сигишоара
Видин, Варна Сороки |
VII |
Киев | VI |
Истанбул | V-VI |
Мәскәү | IV-V |
Бухаресты төҙөкләндереү
үҙгәртергәЕр тетрәүҙән һуң Константин Ипсиланти кисекмәҫтән Бухаресты төҙөкләндерергә бойора. Ташсылар һәм һөнәрселәр һәләкәтте байығыу маҡсатында файҙаланып ҡалмаһындар өсөн, ул эшселәрҙең хеҙмәт хаҡын сикләй. Бухарест бер нисә йыл эсендә төҙөкләндерелә, әммә ҡайһы бер биналар һәм ҡоролмалар ҡабат тергеҙелмәй.
Артабанғы йылдарҙа тағы бер нисә ер тетрәү була, ләкин улар күп зыян килтермәй. Уларҙың береһе 1803 йылдың 15 июнендә була, Бухареста һыу менән тәьмин итеү системаларын һәм күп насостарҙы эшлектән сығара. Тағы өс көслө ер тетрәү 1804 һәм 1812 йылдарҙа була[16].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Marius Ionescu Bucureștiul și Marele Cutremur de la 1802 (билдәһеҙ). 2013 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Frohlich Cliff. Deep Earthquakes. — Cambridge: Cambridge University Press. — P. 17. — ISBN 978-0521123969.
- ↑ Georgescu E. S. The partial collapse of Coltzea Tower during the Vrancea earthquake of 14/26 October 1802: the historical warning of long-period ground motions site effects in Bucharest. — Bucharest: The International Conference Earthquake Loss Estimation and Risk Reduction.
- ↑ Kozák Jan. The Illustrated History of Natural Disasters. — Dordrecht: Springer. — ISBN 9789048133246.
- ↑ Popescu I. G. Etude comparative sur quelques tremblements de terre de Roumanie, du type du celui du 10 novembre 1940. — Bucharest: Cartea Romaneasca, May–June 1941.
- ↑ Giurescu Constantin C. Istoria Bucureştilor din cele mai vechi timpuri până astăzi. — Bucharest, 1966.
- ↑ Zaicenco Anton. Harmonization of Seismic Hazard in Vrancea Zone: with Special Emphasis on Seismic Risk Reduction. — Chișinău: Springer. — P. 101–102. — ISBN 978-1-4020-9242-8.
- ↑ Georgescu Emil-Sever. Coltzea Tower, earthquakes and Bucharest. — INCERC, 1999.
- ↑ The European Magazine: And London Review, volume 42.
- ↑ The earthquake of 1802 (11 май 2009).
- ↑ Nussbächer G. Din cronica cutremurelor în Ţara Bârsei (secolele XV-XX). — Kriterion, 1987. — P. 54–58, 231–233.
- ↑ Nouveau dictionnaire d'histoire naturelle, appliquée aux arts, à l'agriculture, à l'économie rurale et domestique, à la médecine, etc. — Paris: Chez Deterville.
- ↑ Nova acta Academiae scientiarum imperialis petropolitanae. — Petropolis: Typis Academiae Scientiarum.
- ↑ Nichols Jack. The Gentleman's Magazine, volume 92. — P. 1151.
- ↑ Nichols, John Abstract of Foreign Occurrences . The Gentleman's Magazine.
- ↑ Ramona Ursu Blestemele lui Dumnezeu asupra Capitalei: istoria cutremurelor care i-au îngrozit pe bucureșteni. Cum s-a refăcut orașul! (рум.). Adevărul (4 март 2012).