Ҡалып:Устарело

Ростсельмаш
Биржала Листинг

РТС: RTLM

Нигеҙләнгән йыл

1929

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Дондағы Ростов ҡалаһы (Ростов-на-Дону)

Төп фигуралар

Бабкин Константин Анатольевич,
Удрас Дмитрий Александрович,
Рязанов Юрий Викторович,
Мальцев Валерий Викторович

Тармаҡ

машиналар төҙөү, Ауыл хужалығы өсөн машиналар төҙөү

Эшселәр һаны

10 000 хеҙмәткәр

Сайт

rostselmash.com


Ростсельмаш — Рәсәй компанияһы, донъялағы биш иң ҙур ауыл хужалығы өсөн техника сығарыусы иҫәбенә инә. Составында 13 предприятие. Производство майҙандары Канада, Рәсәй, Америка Ҡушма Штаттарында, Украина һәм Ҡаҙаҡстанда бар.

Завод тарихы

үҙгәртергә

1929—1940 йылдар

үҙгәртергә

Ростсельмаштың рәсми тыуған көнө тип 1929 йылдың 21 июле иҫәпләнә. Был көндө, әле төҙөлөш теүәлләнмәгән ваҡытта, беренсе 5 цех эшләй башлай,тәүге продукция - крәҫтиәндәр өсөн тәгәрмәстәр, арҡыры тырмалар, трактор һабандары һәм сәскестәр сыға башлай.[1]

Завод ауыл хужалығы ҡоралдары сығарырға тейеш булһа ла, бер йыл үтеүгә Ростсельмашта иген урып-йыйыу машиналары сығарыу производствоның төп йүнәлешенә әйләнә .

1930 йылдың 30 июнендә һынауҙы уңышлы үткән беренсе Рәсәй комбайны — «Колхоз» сығарыла башлай.

1931 йылдың йәйендә төҙөлөп ятҡан комбайндар цехының тәжрибә оҫтаханаһында камилыраҡ конструкциялы ике комбайнды йыялар, улар «Сталинец» исеме ала. Яңы комбайндар Америка комбайндары менән бергә һынау үтә. Ростсельмаш машиналары яҡшыраҡ эшләй һәм сит ил комбайндарынан айырмалы икмәк кенә түгел көнбағыш, кукуруз, тарыны ла йыя ала.

1932 йылдың ғинуар айында Ростсельмаштың комбайндар йыйыу цехы асыла, май айында илебеҙ баҫыуҙарына беренсе эшелон менән «Сталинец-1» комбайны оҙатыла. Рәсәй ошо ваҡыттан алып комбайндарҙы һатып алыуҙы туҡтата, хатта сит илдәргә сығара башлай.

1937 йылда Париждағы Бөтә донъя сәнәғәт күргәҙмәһендә Ростсельмаш Европа өсөн асышҡа әйләнә, унда «Сталинец-1» комбайны ебәрелә. Юлда алып барғанда уҡ Рәсәй комбайны Франция халҡының ҡыҙыҡһыныуын уята, кешеләр төркөм-төркөм булып йыйылышып, яңы машинаны күрергә килә. «Сталинец-1» комбайнына Париждағы күргәҙмә һөҙөмтәләре буйынса иң юғары награда — «Grand Prix» дипломы һәм күргәҙәмәнең алтын миҙалы бирелә.

Ростсельмаш комбайндары агросәнәғәт комплексында ысын мәғәнәһендә революция яһай. Иң шәп комбайнерҙар уларҙа ураҡта эшләп, донъя рекордтары ҡуя. Мәҫәлән, Чкалов өлкәһендә (Ырымбур) бер сезонда 6012 га (элек - 378 га)урып йыйыла, 16 тонн яғыулыҡ экономиялана. Ике «Сталинец-1» комбайн тағылмаһында 1637 кеше, 373 ат, 25 урғыс, 25 һуҡҡыс, 25 елгәргес, 40 сортировка, алмаштырыла, ҡул көсө менән эшләгәндә бының өсөн 3323 кеше кәрәк булыр ине .

1938 йылда Мәскәүҙә үткән ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Ростсельмаш беренсе дәрәжә диплом ала.

1940 йылдың 14 июнендә төп конвейерҙа 50-меңенсе «Cталинец-1» комбайны йыйыла.[2]

 
Геройҙар стелаһы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында завод эшселәре күрһәткән батырлыҡ хөрмәтенә ҡуйылған .[3]

Һуғыш башланғас, заводтың меңәрләгән эшсеһе фронтҡа үҙ теләге менән китә, станоктар янына уларҙың ҡатындары, һеңлеләре, балалары баҫа. Цехтар тиҙ арала хәрби продукция сығарыуға күсерелә. Станоктар фундаментһыҙ, ҡалын таҡталар өҫтөнә, тиҙ генә һүтеп алып, икенсе урынға күсерерлек итеп ҡуйыла. Немец ғәскәрҙәре Ростовҡа яҡынлашҡанда,эшселәр фронт өсөн кәрәкле продукция сығара һәм шул уҡ ваҡытта оборона ҡоролмалары һәм бомбоубежищелар төҙөй.

1941 йылдың 13 октябрендә заводты һүтеп,Ташкентҡа ебәреү башлана. Эвакуация иҫ киткес ҙур эш була. Предприятие территорияһы бер туҡтауһыҙ хәрәкәт иткән йөктәр менән тула, уларҙы төрлө ысул менән- катоктар, хатта авиация ҡулланып та алып киләләр. Завод ҡорамалдарын эвакуациялар өсөн 3500 вагон кәрәк була. 1941 йылдың 19 октябрендә директор Титаренко М.М. етәкселегендәге эшселәрҙең һуңғы төркөмө Урта Азияға табан ҡуҙғала.

Ростсельмашты Ташкентта урынлаштырыу өсөн ҡаланың төрлө ерендә дүрт майҙан бирелә. Ләкин урын етмәгәнлектән, ҡорамалдарҙың бер өлөшөн Ташкенттан 60 км алыҫлыҡтағы Чирчик ҡалаһына ебәрергә туры килә. Шулай итеп, Үзбәкстанда Ростсельмаштың дүрт филиалы барлыҡҡа килә— 3 Ташкентта һәм и 1 Чирчикта.

Ҡорамалдар Ташкентҡа килеп еткәс, 33-сө көндә предприятие яңынан фронт өсөн продукция сығара башлай. Станктарҙы һәм конвейерҙарҙы йыйыу асыҡ һауала, йә булмаһа ҡулайлаштырылған һарай һәм башҡа биналарҙа бара. Туҡтауһыҙ эшләүҙең 35-се көнөнә беренсе суйын ҡойола. 3 ай эсендә ҡола ялан 12 мең кв. м майҙанда завод цехтары ҡалҡып сыға. Ростсельмаш фронтҡа 82 мм калибрлы миналар корпусы, РС (катюша) снарядтарына боеголовкалар , 50, 100 һәм 250 килограмлы фугаслы авиабомбалар (ФАБ) бирә. Һуғыштан һуң Ташкентта ҡалған ҡорамалдар һәм белгестәргә таянып, Таштекстильмаш заводы булдырыла, бөгөн ул Үзбәкстан иҡтисадының алдынғы предприятиеһы. Чирчикта бөтә Үзбәкстанды металл менән тәьмин итеүсе айырым металлургия заводы эшләй.

1943 йылдың 14 февралендә Көньяҡ фронт ғәскәрҙәре Дондағы Ростов ҡалаһын азат итә. Ҡала, шулай уҡ Ростсельмаш һәм уның ҡасабалары, бик ныҡ емерелгән була, фашистар уларҙы ҡаланы ҡалдырып китерҙән алда, һигеҙ көн буйы туҡтауһыҙ шартлата. Предприятиеға 180 млн һумлыҡ зыян килтерелә. Ҡаланы азат итеүҙән һуң 10 көн үткәс, 23 февралдә, емерек Ростовта Ростсельмаштың беренсе 33 станогы эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта хәрби продукция сығарыуға ла әҙерлек башлана, танктар, тракторҙар, автомашиналар ремонтлау яйға һалына. Эште башлап ебәрер өсөн 150 мең кубометр емереклектәрҙе таҙартырға, 21 млн кирбес , 37 мең кубометр бетон һалырға, 8 мең тонна металл конструкцияларын, 185 мең кубометр түбә материалдарын ҡорорға туры килә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә145 000 м² производство майҙаны әҙер була.

Предприятиены ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу эштәре барғанда, сельмаш белгестәре А.А. Красниченко, В.В. Прошунин һәм И.И. Попов «Сталинец-6» комбайнының конструкцияһын эшләй, 1947 йылдың 30 апрелендә уңыш йыйыу машиналары цехында ошо моделдең беренсе комбайндары эшләнә. Уны эшләүсе конструкторҙар Сталин премияһы менән бүләкләнә. 1948 йылдың 30 апрелендә Ростсельмаш тулыһынса аяҡҡа баҫа. Шул йылды 7190 комбайн, ә бер йылдан һуң, 1949 йылда предприятие һуғышҡа хәтле булғандан күберәк продукция сығара башлай. Дүртенсе биш йыллыҡта (1946-1950 йылдарҙа) 34114 комбайн сыға.[4]

 
Марка СССР к 25-летию завода  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1906)

1950-се йылдарҙа ил халыҡ хужалығында сәнәғәт предприятиеларының махсуслашыуы башлана.

1955 -се йылдың авгусынан ЦК КПСС-тың Үҙәк комитетының июль айындағы ҡарары менән , Ростсельмаш иген урып-йыйыу комбайндарын сығарыуға махсуслаша. Һабан һәм кукуруз йыйыусы комбайндар сығарыу туҡтатыла.

1955 йыл аҙағында яңы «Ростсельмаш-8» комбайнын сығарыу башлана . «Сталинец-1», «Сталинец-6» кеүек үк ул завод конструкторҙары тарафынан эшләнә. Комбайндың урғысы киңерәк була, һуҡҡысы күберәк игенде эшкәртә ала. Штифтлы барабан бильный барабанға алмаштырыла. Эти усовершенствования делали его более производительным Был камиллаштырыуҙар уның етештереүсәнлеген арттыра. «РСМ-8» комбайны 1 йыл(декабрь 1956, декабрь — 1958, ғинуар) сығарыла һәм 50 мең дана сығарыла.

1958 йылдың мартында Ростсельмаш биш ай эсендә үҙйөрөшлө комбайндар сығара башларға яңы яуаплы задние ала . 15 март 17сәғәт 30 минутта баш конвейерҙан һуңғы «РСМ-8» комбайны сыға. Шуның менән таҡҡыс иген урыу комбайндары осоро бөтә һәм үҙйөрөшлө ауыл хужалығы техникаһы осоро башлана.

1958 йылдың 12 июлендә, «РСМ-8» комбайны сыҡҡандан һуң йөҙ көн үтеүгә, Ауыл хужалығы минстрлығы ҡабул итеүсеһе беренсе 27 үҙйөрөшлө комбайнды ҡабул итеп ала ( Изаксон етәкселегендәге Таганрог конструкторҙары эше).[5]

1973—1984-сы йылдар

үҙгәртергә

1973 йылдың авгусында Ростсельмаш иң күпләп сығарылған СК-5 «Нива» иген йыйыу машинаһын сығара башлай. Был комбайн нигеҙендә таулы ерҙәр өсөн модификациялар һәм дөгө йыйыу өсөн модификациялар эшләнә.

Бынан тыш, был дәүерҙә томат йыйыу комбайндары, етен һуҡҡыс, ярма культураларын йыйыу ҡоролмалары эшләп сығарыла. Шул уҡ ваҡытта предприятиела реконструкция бара. 1970-е йылдарҙа Ростсельмашта тулыһынса реконструкция үтә .

1979 йылда үҙенең 50 йәшлек юбилейын Ростсельмаш үҙ тармағында алдынғы урында ҡаршылай.

Реконсрукциянан һуң Ростсельмаш ил ауыл хужалығын шул заман өсөн алдынғы техника менән тәьмин итергә әҙер предприятиеға әйләнә. 1984 йылда 2 миллионынсы комбайн эшләп сығарыла.[6]

1980-се йылдар уртаһында завод янында Завод-втуз булдырыла.

1980-се йылдарҙа коллектив юғары етештереүсәнлекле «Дон» иген йыйыу комбайндарын эшләп сығара башлай. Был предприятиеның етенсе тапҡыр яңы машиналар сығарыуға күсеүе була. Беренсе сериялы "Дон"дар 1986 йылдың октябрь айында йыйыла.

1985—1999 г.г. күп кенә яңы моделдәр эшләп сығарыла(мал аҙығы йыйыу комбайны «Дон 680», энергоҡулланма «Дон 808», Дон-1500 һәм башҡа.

Ошо осорҙа дәүләт предприятиеһын асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әйләндереү бара(1992 йыл аҙағы), Ростсельмаш коллективы милек эйәһенә әйләнә.

1990 -се йылдарҙағы илдәге сәйәси-иҡтисади үҙгәрештәр компанияның эшмкәрлегенә йоғонто яһамай ҡалмай . Ростсельмаш өсөн ауыр осор етә.[7]

2000—2017- се йылдар

үҙгәртергә

2000 йылда инвестор, «Новое Содружество» иҡтисади берләшмәһе, табыла.

2004 йылдың июненән VECTOR комбайны сыға башлай.

2005 йылда Ростсельмаш SIMA-2005 (Франция) инновациялар конкурсында миҙал ала.

2007 йылдың яҙында Ростсельмашта 5 класс етештереүсәнлекле ACROS 530 сыға башлай .

2007 йылдың көҙөндә Ростсельмаш Канадала «Бюлер Версатайл» трактор заводын һатып ала .

2008 йылда Ростсельмаш составына мал аҙығы йыйыусы, таҡма һәм аҫма техника сығарыусы Klever компаняһы инә.

2009 йылда 7 класс етештереүсәнлекле роторлы TORUM комбайнын сығара башлай. Роторлы комбайн менән бер үк ваҡытта предприятиела тағы ике тип машина- мал аҙығы йыйғыс комбайна RSM 1401, универсаль үҙйөрөшлө сапҡыс (КСУ) етештерелә.

2009 йылда Ростсельмаш Red Ball Америка компанияһы активының бер өлөшөн һиптергестәр сығара башлау өсөн ала.

 
ACROS 530 комбайны Приднестровьела уңыш йыйыуҙа

2010 йылда Feterl Manufacturing Corp Америка компанияһының активы һатып алына. Шул уҡ йылда Ростсельмаш техникаһының моделдәр рәтендә 18 төрлө ауыл хужалығы машинаһы һәм 100 модель комбайндар, тракторҙар, мал аҙығы йыйыусы таҡма һәм аҫма техника, ашлыҡты һаҡлау һәм эшкәртеү техникаһы була.

2010 йылдың 12-13 июлендә Ростсельмаш (Рәсәй)һәм Gregoire Besson (Франция) компаниялары ер эшкәртеү буйынса донъя рекорды ҡуялар.[8]

2011йылда Ростсельмаш контроль пакетын тотҡан Buhler Industries Inc компанияһы Канадала сәсеү һәм ер эшкәртеү техникаһын етештереүсенең активын ала(Ezee-On Manufacturing). Был Ростсельмашҡа йыл буйы ауыл хужалығында кәрәк була торған бөтә төр ауыл хужалығы техникаһын етештереү мөмкинлеген бирә.

2012 йылда Ростсельмаш баҙарға VERSATILE ҡеүәте 575 ат көслө — C 3 и D 2 ике яңы сериялы тракторын сығара.

2014 йылдың ғинуарында Олимпия хәрәкәтендә беренсе тапҡыр факел тотоп барыусы булып иген йыйыу комбайны сығыш яһай. Дондағы Ростовта Олимпия уты эстафетаһында ACROS 580 ҡатнаша.[9]

2014 йылдың октябрендә Ростсельмаш яңы RSM 161 иген йыйыу комбайнын сығара башлай. Комбайндың рәсми презентацияһы Мәскәүҙә «Агросалон» күргәҙмәһендә үтә.[10]

2014 йылда Ростсельмаш Forbes рейтингында 198 юлда тора: Рәсәйҙең иң ҙур 200 шәхси компанияһы[11]

2016 йылда «Ростсельмаш» компанияһы Дондағы Ростовта тәүге Versatile-2375 тракторҙарын сығара башлай, был тракторҙарҙы сығарыу Канаданан Рәсәйгә күсерелә[12]

2017 йылда Ростсельмаш заводы техника етештереүҙе арттыра. Ғинуарҙа 500-ҙән артыҡ комбайн етештерелгән, был күрһәткес былтырға ҡарағанда 70 % артығыраҡ.Әлеге ваҡытта Ростсельмаш продукцияһы баҙарҙа иң яҡшыһы тип иҫәпләнә.[13]

"Ростсельмаш"тың 13 предприятиеһы донъяла эшләп сығарылған ауыл хужалығы техникаһының 17 % һәм Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә сығарылған ауыл хужалығы техникаһының 65 % етештерә .

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ростсельмаш — Википедия https://ru.wikipedia.org/wiki/Ростсельмаш

Ростсельмаш | Forbes.ru www.forbes.ru/profile/268889-rostselmash

Ростсельмаш (значения) — Википедия https://ru.wikipedia.org/wiki/Ростсельмаш_(значения)

  1. Глебов-Авилов Н. П. «Сельмашстрой». — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1930.
  2. 1926 - 1940. rostselmash.com. Дата обращения: 14 май 2016. 2016 йыл 1 август архивланған.
  3. Стела Героев.
  4. 1941-1949. rostselmash.com. Дата обращения: 14 май 2016. 2016 йыл 1 август архивланған.
  5. 27 сny/about/history/1950-1972|title=1950 - 1972|publisher=rostselmash.com|accessdate=2016-05-14}}
  6. История. rostselmash.com. Дата обращения: 14 май 2016. 2016 йыл 1 август архивланған.
  7. 1985 - 1999. rostselmash.com. Дата обращения: 14 май 2016. 2016 йыл 1 август архивланған.
  8. Ростсельмаштың донъя рекорды Гиннестың рекордтар китабында яҙып ҡуйылған. 2018 йыл 2 февраль архивланған.
  9. КОМБАЙН ACROS ПЕРВЫМ В МИРЕ ПОЛУЧИЛ СТАТУС «ФАКЕЛОНОСЦА». 2015 йыл 20 ғинуар архивланған.
  10. Мировая премьера нового зерноуборочного комбайна RSM 161 производства КЗ «Ростсельмаш». 2017 йыл 23 сентябрь архивланған.
  11. Ростсельмаш Forbes.
  12. «Ростсельмаш» выпустил первые экземпляры трактора, ранее производившегося в Канаде
  13. https://rostselmash.com/