Рослый Иван Павлович

Иван Павлович Ро́слый (1902 йылдың 8 июле1980 йылдың 15 октябре) — совет хәрби етәксеһе, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (21.03.1940). Генерал-лейтенант (20.04.1945). Бөйөк Ватан һуғышында уҡсылар дивизияһы һәм уҡсылар корпусы командиры.

Рослый Иван Павлович
Файл:Иван Павлович Рослый.jpg
Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1924—1961

Хәрби звание
Генерал-лейтенант
Генерал-лейтенант
Командалыҡ итеү

4-я стрелковая дивизия,
11-й гвардейский стрелковый корпус,
46-я армия,
9-й стрелковый корпус,
16-й гвардейский стрелковый корпус

Хәрби алыш/һуғыш

Польский поход РККА,
Советско-финская война,
Великая Отечественная война

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин орденыЛенин орденыЛенин орденыҠыҙыл Байраҡ ордены
Ҡыҙыл Байраҡ орденыҠыҙыл Байраҡ орденыҠыҙыл Байраҡ орденыII дәрәжә Суворов ордены
II дәрәжә Кутузов орденыОрден Богдана Хмельницкого II степени
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«Берлинды алған өсөн» миҙалы
«Берлинды алған өсөн» миҙалы
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
«Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙал
«Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙал
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы

Иностранные награды:

Орден Крест Грюнвальда III степениҠалып:Орден Тудора Владимиреску 3 степени
«Варшава өсөн 1939-1945» миҙал
«Варшава өсөн 1939-1945» миҙал
«Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙал
«Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙал

Йәш сағы һәм һуғышҡа тиклемге хеҙмәте үҙгәртергә

Иван Павлович Рослый 1902 йылдың 8 июлендә Петрова Буда ауылында (хәҙер — Брянск өлкәһенең Гордеевка районы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — урыҫ. Ауыл юғары башланғыс училищеһын тамамлаған. Граждандар һуғышы йылдарында комсомол активисы була, тыуған ауылында ауыл советы рәйесе урынбаҫары, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары, китап уҡыу йорто мөдире булып эшләй.

1924 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында. Украина хәрби округында конвой батальонында ҡыҙылармеец булып хеҙмәт итә башлай, һуңынан унда отделение командиры була. 1925 йылдың ноябрендә 151-се уҡсылар полкына рота политругы вазифаһына күсерелә. 1929 йылда Киев пехота мәктәбе ҡарамағындағы сәйәси етәкселәр курстарын тамамлай, һуңынан ошо полкта хеҙмәт итеүен дауам итә. 1935 йылдың декабрендә Алыҫ Көнсығышта 105-се уҡсылар дивизиһянда (ОКДВА хеҙмәт итә, 1936 йылдың авгусынан — 32-се уҡсылар дивизияһының 95-се уҡсылар полкында батальон командиры[1]. 1937 йылда «Выстрел» пехотаһының командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу-тактика курстарын тамамлай, шул уҡ йылда уны тамамлағандан һуң М. В. Фрунзе исемендәге РККА-ның Хәрби академияһына инә. Академияның бер төркөм уҡытыусылары һәм тыңлаусылары менән бергә фронтҡа ебәрелгән булараҡ, 1939 йылдың сентябрендә Поляк походында ҡатнаша.

Совет-фин һуғышы башланғандан һуң, 1939 йылдың декабрендә шулай уҡ хәрби стажировкаға ебәрелә һәм Төньяҡ-Көнбайыш фронттың 7-се армияһы 123-сө уҡсылар дивизияһы 245-се уҡсылар полкы командиры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[1]. 1940 йылдың 11 февралендә һөжүмгә күсеп, И. П. Рослый етәкселегендәге полк дивизияла беренселәрҙән булып Выборг йүнәлешендә нығытылған "Маннергейм линияһы"н өҙөп сыға, бер нисә тимер-бетон доттарҙы баҫып ала һәм, һөжүмде үҫтереп, дивизияның уңышын тәьмин итә.

1940 йылдың 21 мартында полк менән уңышлы етәкселек иткән һәм шунда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән майор Рослый Иван Павловичҡа, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Тиҙҙән Рослый И. П. хәрби дәрәжәлә полковникка тиклем күтәрелә. 1940 йылдың апрелендә Кавказ аръяғы хәрби округына 4-се уҡсылар дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә. Шул саҡта уҡ академияны тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышында үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышын ошо вазифала ҡаршылай. 1941 йылдың 1 авгусында Кавказ аръяғы хәрби округында 46-сы армия булдырыла һәм 4-се уҡсылар дивизияһы уның составына индерелә. Әммә тиҙҙән дивизия (1-се формирование) Көньяҡ фронтҡа күсергә бойороҡ ала һәм унда 18-се армия составына индерелә. Донбасс-Ростов оборона һәм Ростов һөжүм итеү операцияларында уның хәрби хәрәкәттәренә етәкселек итә. Беренсе операцияла, 1941 йылдың 5-7 октябрендә Запорожье өлкәһенең Зелёный ауылы янында полковник И. П. Рослыйҙың 4-се уҡсылар дивизияһы 18-се армияның төп көстәре өсөн ҡулсаны өҙә һәм үҙ хәрәкәттәре менән армияның бик күп һалдаттарҙың «ҡаҙандан» сығыуҙы тәьмин итә, ләкин дивизия (дивизия штабы начальнигы подполковник М. А. Прокопенко, дивизия комиссары полк комиссары М. П. Кириллов, полк командирҙары һәләк була) ҙур юғалтыуҙар кисерә[2][3]. 1942 йылдың 13 майында И. П. Рослыйға «генерал-майор» хәрби исеме бирелә. Артабан Көньяҡ фронттың 12-се армияһы составындағы дивизия Ворошиловградтан төньяҡтараҡ ҡышҡы һөжүм итеү һуғыштарында, 1942 йылда Донбасс оборона операцияһында һәм Кавказ өсөн һуғыштың оборона этабында ҡатнаша. 1942 йылдың август аҙағына дивизия Туапсе ҡалаһы йүнәлешендә һуғыштар менән сигенә.

30 августа генерал И. П. Рослый Кавказ аръяғы фронты ғәскәрҙәренең Төньяҡ төркөмө 9-сы армияһының 11-се гвардия уҡсылар корпусы командованиеһына инә. Корпус частары Кавказды обороналау барышында 1942 йылдың сентябренән алып декабренә тиклем Малгобек йүнәлешендә (Моздок-Малгобек оборона операцияһы) һәм Нальчик-Орджоникидзе оборона операцияһында дошмандың һөжүмен кире ҡағыуҙа, шулай уҡ уның Кавказдың мөһим нефть райондарына үтеп инергә маташыуҙарын өҙөүҙә айырылып тора. 1942 йылдың декабрендә 58-се армия ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1943 йылдың 25 ғинуарынан 10 февраленә тиклем И. П. Рослый Кавказ аръяғы һәм Төньяҡ Кавказ фронттарының 46-сы армияһы командующийы вазифаһын башҡара. Уның етәкселегендә ғәскәрҙәр Төньяҡ Кавказ, Новороссийск-Майкоп һәм Краснодар һөжүм итеү операцияларында, шул иҫәптән Майкоп һәм Краснодар ҡалаларын азат итеүҙә уңышлы хәрәкәт итә. 46-сы армияны фронт резервына сығарғандан һуң, 1943 йылдың майында Рослый йәнә 58-се армия ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә

1943 йылдың июнь уртаһында Төньяҡ Кавказ фронтының 58-се армияһы 9-сы Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар корпусына командалыҡ итә башлай һәм һуғыш аҙағына тиклем ошо корпус менән етәкселек итә. 1943 йылдың сентябрь-октябрендә корпус Новороссийск-Таманск һөжүм итеү операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың октябрендә корпус Көньяҡ фронттың 5-се удар армияһы составына тапшырыла, Донбасс һәм Мелитополь һөжүм итеү операцияларында һәм Макеевка, Орджоникидзе, Сталин, Пологи, Чистяково ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың мартынан август аҙағына тиклем корпус 3-сө Украина фронтының 57-се армияһы составында һуғышты һәм был ваҡыт эсендә Одесса операцияһында, Бендерҙан төньяҡ-көнбайыштараҡ Днестр уң ярында плацдармды алыу һәм һаҡлап ҡалыу буйынса алыштарҙа һәм Яссы-Кишинёв һөжүм итеү операцияһының башланғыс фазаһында ҡатнашты.

Август аҙағында корпус йәнә 5-се удар армия составына индерелә, ул октябрь аҙағына тиклем Һауа-десант ғәскәрҙәре Ставкаһы резервында була һәм 1-се Белоруссия фронты составына инә. И. П. Рослый Варшава-Познань операцияһы, Кюстрин районында плацдармды һаҡлап ҡалыу һәм киңәйтеү буйынса хәрби хәрәкәттәр барышында һәм Берлин һөжүм итеү операцияһында корпус ғәскәрҙәре менән етәкселек итә.

1945 йылдың 4 майында Берлинға һөжүм иткәндә күрһәткән хәрби батырлыҡтары өсөн 5-се удар армия ғәскәрҙәре командующийы генерал-полковник Н. Э. Берзарин корпус командиры Рослыйҙы икенсе «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме менән бүләкләүгә бирә, ләкин юғары инстанциялар награда статусын Ленин орденына тиклем түбәнәйтә[4][5].

Еңеү парадында генерал-лейтенант И. П. Рослый 1-се Белоруссия фронтының йыйылма полкына етәкселек итә[1][6].

Һуғыштан һуңғы хеҙмәте үҙгәртергә

Файл:Могила Героя Советского Союза Ивана Рослого.JPG
Мәскәүҙәге Кунцев зыяратында И. П. Рослый ҡәбере

Һуғыштан һуң армияла хеҙмәтен дауам итә, Махсус хәрби округ һәм Балтик буйы хәрби округтарының 11-се гвардия армияһы командующийы ярҙамсыһы (1945—1947) итеп тәғәйенләнә. 1948 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академия ҡарамағындағы Юғары академик курстарҙы тамамлай һәм 1948 йылдың авгусынан Балтик буйы хәрби округының 11-се гвардия армияһы командующийы ярҙамсыһы була. 1949 йылдың авгусынан 16-сы гвардия уҡсылар Кёнигсберг гвардия корпусына етәкселек итә. 1955 йылдың сентябренән — Балтик буйы хәрби округының 11-се гвардия армияһы командующийының беренсе урынбаҫары. 1957 йылдың мартында Карпат буйы хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының юғары уҡыу йорттары буйынса 1-се урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1961 йылдың майынан отставкала.

Иван Павлович Рослый 1980 йылдың 15 октябрендә вафат була. Мәскәүҙә Кунцев зыяратында ерләнә[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

сит ил ордендары һәм миҙалдары
  • 3-сө дәрәжә «Грюнвальд тәреһе» ордены (Польша 24.04.1946)[12];
  • 3-сө дәрәжә Тудор Владимиреску ордены (Румыния)[13];
  • «Одра, Ниса һәм Балтика өсөн» миҙалы (Польша 15.04.1946)[14];
  • «Варшава өсөн 1939-1945» (Польша 27.04.1946) миҙалы[15];
  • «Румынияны азат итеүгә 25 йыл» миҙалы (Румыния)[16]

Хәтер үҙгәртергә

 
Одесса ҡалаһындағы мемориаль таҡта
  • Владикавказдың почётлы гражданы
  • Донецк ҡалаһында[17] һәм Краснодарҙғы урамдарға И. П. Рослый исеме бирелгән.
  • Одессала И. П. Рослый 1962 йылдан 1980 йылға тиклем йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Краснодар ҡалаһының 94-се урта мәктәбе бинаһы алдында И. П. Рослый иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[18]

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Герой Советского Союза И. Рослый. Одиннадцатое февраля // Бои в Финляндии: Воспоминания участников. — М.: Воениздат, 1941. — Ч. 2. — С. 21—23.
  • Выстоять и победить. — М., 1977.
  • Последний привал в Берлине. — М., 1983.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Рослый И. П. Последний привал — в Берлине. — М.: Воениздат, 1983.
  2. Бусловский В. В районе села Зелёный Гай… Герои боёв 1941 года должны навсегда остаться в нашей памяти. // Красная звезда. — 2021. — 8 декабря. 2021 йыл 12 декабрь архивланған.
  3. 2021 йылда урындағы энтузиастар яу геройҙары иҫтәлегенә йырып сыҡҡан урында мемориаль стела урынлаштыра
  4. 4,0 4,1 Наградной лист с представлением к званию дважды Героя Советского Союза «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 38, л. 45)
  5. ОБД «Подвиг народа». Оборотная сторона наградного листа на И. П. Рослого
  6. Штеменко С. М. Генеральный штаб в годы войны. — М.: Воениздат, 1989
  7. Фото надгробия на сайте «Герои страны»
  8. 8,0 8,1 Наградной лист с представлением к званию Героя Советского Союза «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 41, л. 15)
  9. За 25 лет службы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 0170417сс, д. 0121, л. 2)
  10. Ҡалып:Источник:Подвиг Народа
  11. За 20 лет службы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. Р7523, оп. 4, д. 260, л. 16)
  12. Рослый Иван Павлович :: Картотека иностранных наград, ящик 023. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 19 сентябрь 2021.
  13. Рослый Иван Павлович :: Картотека иностранных наград, ящик 026. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 19 сентябрь 2021.
  14. Рослый Иван Павлович :: Картотека иностранных наград, ящик 023. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 19 сентябрь 2021.
  15. Рослый Иван Павлович :: Картотека иностранных наград, ящик 023. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 19 сентябрь 2021.
  16. Рослый Иван Павлович :: Картотека иностранных наград, ящик 026. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 19 сентябрь 2021.
  17. Карта войны
  18. Без прошлого нет будущего. Пусть память о героях будет вечной :: Krd.ru. krd.ru (8 октябрь 2021). Дата обращения: 11 октябрь 2021.

Әҙәбиәт үҙгәртергә