Романовка торамалары

Археологик ҡомартҡы

Романовка торамалары (рус. Романовские поселения) — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө эсендә урынлашҡан мезолит, бронза быуаты һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы[1][2].

Романовка торамалары
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Өфө

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Романовка торамалары Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы эсендә Ағиҙел йылғаһының Козарез утрауын барлыҡҡа килтергән иҫке үҙәненең һул ярында урынлашҡан.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Был ҡомартҡы күп ҡатламлы торамаларға ҡарай. Майҙанының якынса 360 м² археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән.

Нығытылмаған 6 торама асыҡланған. Ҡомартҡының төп өлөшө б.э. V—VII быуаттарына, йәғни иртә Урта быуаттарға ҡарай.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған әйберҙәр Романовка тибындағы яҫы төплө көршәк рәүешендәге, ҡайһыларының ауыҙ ситтәре ваҡ һәм эре һырҙар менән биҙәлгән һауыттарҙан тора. Һөйәк әйберҙәр, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡ килеп сыҡҡан.

II Романовка торамаһы һәм III Романовка торамаһы мезолит осорона ҡарай. Аҫҡы ҡатламында саҡматаштан эшләнгән бысаҡ һымаҡ пластинала уҡ башаҡтары, ярғыстар, ҡырҡҡыстар табылған. Улар микролит әйберҙәр булып тора.

II Романовка торамаһында хужалыҡ соҡорҙары, Абаш мәҙәниәте керамикаһы ярсыҡтары табылған.

Был урындарҙа боронғо кешеләр ваҡытлыса йәйҙәрен йәшәгән тип фараз ителә.

Һаҡланыуы

үҙгәртергә

Романовка торамалары материалдары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге, Башҡорт дәүләт университеты, Һамар университеты фондтарында һаҡлана[1].

бөгөнгө торошо

Ҡала эсендә урынлашыуы археологик ҡомартҡылар яҙмышын хәүеф аҫтына ҡуя.[3]

Асыш тарихы

үҙгәртергә

Торамалар 1959 йылда СССР һәм Рәсәй ғалим-археологы, СССР Фәндәр академияһы Археология институты өлкән ғилми хеҙмәткәре тарих фәндәре докторы Г. Н. Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә.

1961 йылда ғалим-тикшеренеүсе, тарих фәндәре докторы К. В. Сальников тарафынан өйрәнелә, 1965, 1989 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй археологы, педагог, профессор Г. И. Матвеева тикшерә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 В. В. Овсянников Романовка торамалары//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 8 август архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. На археологических памятниках Башкирии строят дороги//Археологическое общество Республики Башкортостан

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Матюшин Г. Н. Новые археологические памятники в окрестностях города Уфы //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1962. Т.1.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.