Саҡматаш
Кремний менән бутамаҫҡа.
Саҡматаш | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | диоксид кремния[d] |
---|---|
Саҡматаш Викимилектә |
Саҡматаш (рус. Креме́нь праслав. *kremy, төп килеш kremene; иҫке слав. кремы, төп килеш кремене)[1] — ултырма тау тоҡомдары араһындағы кристалл аморф кремнезёмдан (SiO2) торған минерал ҡатлам. Тимер һәм марганец окисе йоғонтоһонда йыш ҡына төрлө төҫтә була.
Физик-химик үҙенсәлектәре
үҙгәртергәМоос Шкалаһы буйынса минералдың ҡатылығы — 7. Саҡматаш быяланы сыя. Тығыҙлығы — 2,6 г/се3.
Ҡулланылышы
үҙгәртергәБорон
үҙгәртергәБоронғо кеше саҡматашты көнкүреш әйберҙәре һәм ҡорал эшләү өсөн ҡулланған (уҡ башаҡтары, бысаҡтар һәм башҡалар). Саҡма сағып ут ҡабыҙғандар.[2] Һуңғараҡ саҡматашты ата торған ҡоралдарҙа ҡулланғандар. Ундай таш "саҡма" тип аталған, саҡма мылтыҡтар ҙа булған [3]
Хәҙерге заманда
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта саҡматашты сағыштырмаса арзан сеймал булараҡ таш биҙәутәр эшләү өсөн ҡулланалар.
Ҡара таш тигән төрө лә бар, ул әҙ генә органик ҡатнашма арҡаһында шул төҫкә инә. Ул һыуҙың структураһын үҙгәртә һәм зарарһыҙландыра тигән ышаныу ҙа бар [4]. Әммә фәнни рәүештә иҫбатлап ҡарамағандар.
Мәғәнәүи үҙенсәлеге
үҙгәртергәУрыҫ телендә саҡматаш менән кремний оҡшаш яңғырашлығы арҡаһында (кремний һәм кремень) терминдар буталғылай. [5]
Күсмә мәғәнәлә — саҡматаштай ҡаты - көслө рухлы, ғорур, һүҙенән ҡайтмаҫ кешегә ҡарата ла ҡулланыла. (рус. «Не человек — креме́нь!»).
О мөхәббәт!
Күпме йыуаштарҙы
Батыр яһап солтан ир иттең.
Саҡматаштай ҡаты ҡатындарҙы
Балауыҙҙан былай иреттең. М. Кәрим.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Из словаря Шанского — Бобровой: КРЕМЕНЬ. Общеслав. Суф. производное (суф. -men, ср. ка-мень} от той же основы (*ker-), что и кора, корнать. Исходно kermy, кремень в результате метатезы и подравнивания основы им. пад. по косв. падежам. Кремень буквально режущий, рубящий камень (поскольку он был в дометаллическое время самым твердым)
- ↑ Какими способами древние люди добывали огонь?
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 161-се бит. - Саҡма. Саҡматаш
- ↑ Всякий ли кремень очищает воду?(недоступная ссылка)
- ↑ [http://www.gramota.ru/slovari/dic/?word=кремнёвый&all=x
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Описание, генезис и фотографии кремней
- Строение и происхождение конкреций кремнезёма в осадочных породах
- О происхождении природного кремнезёма на примере Подмосковья
Был минерал йә минералогия тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |