Родионова Екатерина Ивановна

Родионова Екатерина Ивановна (5 декабрь 1904 йыл27 ғинуар 1972 йыл) — колхозсы, Половинская машина-трактор станцияһының трактор бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Родионова Екатерина Ивановна
рус. Екатерина Ивановна Родионова
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 5 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Тубыл губернаһы[d]
Вафат булған көнө 27 ғинуар 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Ҡурған өлкәһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены медаль «За освоение целинных земель» «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

БиографияһыҮҙгәртергә

Екатериан Ивановна Родионова 1904 йылдың 5 декабрендә Тобольск губернаһы Ҡурған өйәҙе Половинский улусының Половинное ауылында (хәҙер Ҡурған өлкәһе Половинский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Иртә йәштән баҫыуҙа эшләй.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда Половинский районының «Пролетар юл» колхозында башлай. 1931 йылда ире менән бергә «Биш йыллыҡтың икенсе йылы» колхозына эшкә инә. Баҫыусылыҡ бригадаһында ашнаҡсы булып эшләй. 1933 йылда тракторсылар курсын тамамлай. 1935 йылда «ЧТЗ-Сталинец» тракторын йөрөтөү буйынса курстар тамамлай. Половинский МТС-ында тракторсы булып эшләй, һуңынан «Дала» совхозына эшкә күсә. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша. 1955-1956 йылдарҙа «Дала» совхозы 10 мең гектарҙан ашыу сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерә. Екатерина Родионова ДТ-54 тракторында ошо осорҙа 3139 гектар сиҙәм ерҙе һөрә. Был фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 1957 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ҡурған өлкәһе һәм Половинский район советы депутаты итеп һайлана.

Половинное ауылында йәшәй.

1972 йылдың 27 ғинуарында вафат була.

НаградаларыҮҙгәртергә

ХәтерҮҙгәртергә

  • Екатерина Родионова исемен Половинное ауылында урам йөрөтә.
  • Екатерина Родионова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Золотое созвездие Зауралья, кн. 2, Курган, Парус-М, 2007

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Родионова Екатерина Ивановна. «Герои страны» сайты.