Ҡурған өйәҙе
Ҡурған өйәҙе — Рәсәй Империяһы Тубыл губернаһы, һуңынан РСФСР составындағы Төмән һәм Силәбе губерналарының административ берәмеге. Хәҙерге ваҡытта Ҡурған өйәҙенең биләмәләре тулыһынса Ҡурған өлкәһе составына инә. Ҡурған — өйәҙ ҡалаһы.
Ҡурған өйәҙе | |
Нигеҙләү датаһы | 19 (30) ғинуар 1782 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Курганский округ[1] |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ үҙәк | Ҡурған |
Административ-территориаль берәмек | Тубыл өлкәһе[d], Тубыл губернаһы һәм Силәбе губернаһы |
Халыҡ һаны |
359 223 кеше (1916), 260 095 кеше (1897)[2] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 12 ноябрь 1923 |
Майҙан | 21 636 км² |
Ҡурған өйәҙенә сиктәш өйәҙҙәр:
— төньяҡта — Тубыл губернаһы Ялуторcк өйәҙе — көнсығышта — Тубыл губернаһы Ишем өйәҙе — көньяҡта — Аҡмулла өлкәһе Петропавловск өйәҙе — көнбайышта — Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе — төньяҡ-көнбайышта — Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе
Тарихы
үҙгәртергәҠурған өйәҙе 1782 йылдың 19 ғинуарында Тубыл наместнилығы Тубыл өлкәһе составында булдырыла.
1796 йылдан — Тубыл губернаһы составында.
1804—1898 йылдарҙа Тубыл губернаһы Ҡурған ҡала округы исемен йөрөтә, 1822—1882 йылдарҙа Көнбайыш-Себер генерал-губернаторлығы составына инә.
1817 йылда өйәҙ училищеһы асыла.
1898 йылдың 2 июненән Ҡурған ҡалаһы — Тубыл губернаһы Ҡурған өйәҙенең административ үҙәге.
1900 йылда, Ҡурғандан 20 километр алыҫлыҡта, Введенск улусы Логовушка ауылында А. П. Ванюковтың һәм А. Н. Балакшиндың крахмал шәрбәте заводы эргәһендә механик оҫтахана төҙөлә, уны инженер Сергей Александрович Балакшин етәкләй. Ошо ваҡиға Урал аръғындағы машина төҙөү сәнәғәтенә нигеҙ һала. 1904 йылда С. А. Балакшин суйын ҡойоу заводын төҙөй, унда башта май һығыу аппараттары эшләнә, ә 1905 йылда бында Себерҙәтәүге гидротурбина барлыҡҡа килә.
1918 йылдың 3 апрелендә Советтарҙың губерна конференцияһы губерна үҙәген Тубыл ҡалаһынан Төмәнгә күсереү һәм Тубыл губернаһын Төмән губернаһы тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Тубыл Советы конференцияның был ҡарарына ҡаршы сыға һәм 1918 йылдың 3 майында Тубыл губернаһын иғлан итә. ВЦИК-тың 1919 йылдың 27 авгусындағы ҡарарында губерна тубыл губернаһы тип исемләнә, шул уҡ ваҡытта уның биләмәләре аҡгвардеецтарҙан азат ителгәндән һуң губерна учреждениелары төмәндә ойошоторола.
ВЦИК-тың 1919 йылдың 27 авгусындағы ҡарарына ярашлы Ҡурған өйәҙе губерна органы хоҡуҡтарында Силәбе район Идаралығы составына индерелә. Әлеге орган Себер Революцион Комитетына буйһона. 1921 йылдың 21 апрелендә, ВЦИК ҡарары нигеҙендә, 1-се хеҙмәт армияһының Революцион Советы ҡарамағына тапшырыла.
ВЦИК-тың 1923 йылдың 3 һәм 12 ноябрендәге ҡарарҙары менән юҡҡа сығарыла. Өйәҙ территорияһы РСФСР-ҙың Урал өлкәһе Ҡурған округы составына инә.
Күсенеп ултырыу
үҙгәртергәУрыҫтар Урал аръяғы биләмәләренә XVII—XVIII быуаттарҙа күсенә башлай. Башта, XVII быуаттың беренсе яртыһында, төньяҡ райондарҙы үҙләштерәләр, ә 40-сы йылдарға улар Иҫәт йылғаһы буйҙарына барып етәләр һәм Көньяҡ Урал ерҙәренә күсеп ултыра башлайҙар[3].
1730-сы йылдарҙа Тубыл, Иеим һәм Иртыш, йылғалары араһындағы дала арауығын һаҡлау маҡсатында Себер нығытмалар һыҙатының бер өлөшө Ишем нығытылған һыҙарт төҙөлә. Уның нығытмалары Үтәк форпостынан Тубыл йылғаһы ағымынан Ҡурған, Ыҡ биҫтәһе, Шмаковское ауылы һәм артабан Ялуторовск өйәҙе биләмәләренә тиклем һуҙылалар. бында хәрби хәҙмәтте урындағы казактар һәм еңел ялан командалары драгундары алып бара, улар нығытмаларҙы күсмә тормош алып барған ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарҙан. башҡорттарҙан, татарҙарҙан һаҡлап торалар.
1752 йылда яңы Тубыл-Ишем һыҙаты төҙөлә, уның оҙонлоғо 576 км тәшкил итә. Уның нығытмалары Ҡурған өйәҙенең көньяҡ сиктәре буйлап урынлаша. Әлеге һыҙат урыҫтарҙың өйәҙ территорияһына күсеүен тиҙләтергә мөмкинлек бирә, ә Cеберҙә крепостной хоҡуҡтың булмауы күсенеүҙа еңелләштерә.
Обороналау нығытмалар һыҙаттының төҙөлөүе, үҙ сиратында, юлдар төҙөүгә булышлыҡ итә, атап әйткәндә, ям ҡыуыуҙы тәьмин итеү, тракттарҙы тәртипкә килтереү өсөн — былар бөтәһе лә һөргөнселәр көсө менән мәжбүри рәүештә эшләнә. Һөргөнселәрҙе башлыса Лебяжьевск (Ҡурған өйәҙе) һәм Частоозерск (Ишем өйәҙе) улустарына ебәрәләр. Уларҙы крәҫтиәндәрҙән айырым урынлаштыралар — махсус төҙөлгән ҡасабаларҙа.
Өйәҙ ойоштороу осоронда урыҫтар башлыса уның төньяҡ-көньяҡ өлөшөндә йәшәй. Дәүләт планына ярашлы, өйәҙҙең көньяҡ өлөшөнә күсенеү 1804—1806 йылдарҙа ойошторолорға тейеш була. 1822 йылда игенселәргә һыҙаттар тирә-яҡлап күсенергә рөхсәт итеү буйынса сенат Указы сыға.
1842 йылғы Закондар йыйылмаһында (икенсе баҫма) кемгә, ҡасан һәм ҡайҙа күсенеү тәртибе, урындарҙа күсенеүселәр нимәгә өмөт итә ала, ниндәй ташламалар уларға ҡаралған — барыһы ла ентекләп аңлатыла. 1845—1849 йылдарҙа өйәҙ халҡының һаны Үҙәк Рәсәйҙән күсеп килеүселәр иҫәбенә бик ныҡ арта. Күскенселәрҙе махсус билдәләнгән ерҙәргә урынлаштыралар, әммә ҡайһы бер осраҡта уларҙы рөхсәт буйынса элекке ауылдарға ла тараталар.
Округтың социаль-иҡтисади хәленә Трансибирск тимер юлы магистрале төҙөлөшө йоғонто яһай. Урал аръяғында уны 1892 йылдың июлендә төҙөй башланһа, ә 1893 йылдың октябрь айында тимер юлы тармағы төҙөлөшөн дауам итеү өсөн материалдар менән тәүге поезд килә. Ҡурған станцияһынан тәүге пассажир поезды 1894 йылдың авгусында китә.
Рәсәй империяһының 1897 йылғы Дөйөм халыҡ иҫәбен алыу мәғлүәмәттәренә ярашлы, Ҡурған өйәҙендә 260095 кеше йәшәгән, шул иҫәптән 125710 ир-егет һәм 134385 ҡатын-ҡыҙ[4].
Административ бүленеше
үҙгәртергә1922 йылда өйәҙ составына 50 улус инә: Арлағол, Байдарск, Батыр, Башҡорт, Белозерск, Большемартинск, Брылинск, Введенск, Глядянск, Давыдовск, Дубровск, Елошанск, Ыҡ, Казаркинск, Ҡамыш, Кривинск, Куреинск, Лапушинск, Лебяжьевск, Лисьевск, Лопатинск, Макушинск, Мало-Чаусовск, Марайск, Мендерск, Меньщиковск, Митинск, Михайло-Архангельск, Михайловск, Моревск, Морщихинск, Мостовск, Түбәнге Алабуға, Падеринск, Плотниковск, Половинск, Приволинск, Саламатовск, Салтосарайск, Спасо-Преображенск, Сычевск, Тәбәнәк, Усть-Суйыр, Үтәт, Черемуховск, Чернавск, Чесноковка, Чинеевка, Шмаковка. 1920 йылдың 15 февралендәге Губерна бүлеге идаралығы коллегияһы ҡарарына ярашлы улустар эреләтелә. Хәҙерге ваҡытта Башҡорт улусы Половинск районы составына инә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://bigenc.ru/domestic_history/text/4194589
- ↑ перепись населения Российской империи 1897 года
- ↑ Зауралье в XVII — XIХ вв.
- ↑ Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергәҠалып:Тубыл губернаһы өйәҙҙәре Ҡалып:Төмән губернаһы өйәҙҙәре