Кесе Ро́берт Де Ни́ро (ингл. Robert De Niro, Jr., 17 август 1943 йыл, Нью-Йорк, АҠШ) — америка актёры, режиссёры һәм продюсеры. «Алтын глобус» (1981, 2011) премияларына һәм «Оскар» кинопремияһына эйә беренсе актёр, 1981), (1975 — кинематограф тарихында беренсе тапҡыр инглиз телендә уйналмаған роль өсөн, 1981).

Роберт Де Ниро
Robert De Niro
Исеме

кесе Роберт Энтони Де Ниро[1]

Тыуған көнө

17 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][4][…] (81 йәш)

Тыуған урыны

Манхэттен, Нью-Йорк, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Италия Италия

Һөнәре

актёр, кинорежиссёр, продюсер

Карьераһы

кинола 1963 йылдан бирле

Наградалары
«За заслуги перед Итальянской Республикой» ордены Почётлы легион ордены кавалеры
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)

«Оскар» (1975, 1981)
«Алтын глобус» (1981, 2011)

IMDb

ID 0000134

 Роберт де Ниро Викимилектә

Артистың генеалогияһы

үҙгәртергә

Роберт Де Нироның шәжәрә ағасы яңы тормош эҙләп Италияның Молизе регионындағы Ферраццано местечкоһынан ҡатыны Анджелина Меркурио менән Америкаға эмиграциялаған атаһының ҡарт олатаһынан — Джованни ди Ниронан (итал. Giovanni di Niro – Ниронан килгән Джованни тигәнде аңлата) башлап документаль күҙәтелә. АҠШ иммиграция хеҙмәтенең хаталы яҙыуы арҡаһында «di» ҡушымсаһы «De» киҫәксәһе булып киткән[5].

Был парҙың улы тыуған. Ошо егет Ирландия иммигранты Эдвард О’Рейллиҙың ҡыҙы Хелена О’Рейллиға өйләнгән. Шул никахтан, үҙ сиратында, 1922 йылда өлкән Роберт Де Ниро, һуңғараҡ — билдәле скульптор һәм рәссам-абстракционист, тыуған. Провинстаунда (Массачусетс) Һанс Һофмандың курстарында һынлы һүрәт сәнғәте (живопись) серҙәрен өйрәнгәндә, ул Вирджиния Адмирал менән таныша, ә һуңғараҡ (1942 йылда) уға өйләнә. Ҡатыны ла, өлкән Де Ниро кеүек, шиғриәткә һәм һынлы сәнғәткә һәләтле ижади кеше булған. Ҡыҙҙың ғаиләһендә — инглиз, немец, француз һәм һолланд тамырҙары. Бер йылдан был ғаиләлә улдары Роберт тыуа. Тағы ла өс йыл үтеүгә Де Нироның ата-әсәһе айырыла.

Балалыҡ һәм йәшлек йылдары

үҙгәртергә

Роберт Де Ниро Кескәй Италия йәиһә түбәнге Манхэттенға күрше Гринвич-Виллидж районының бер милләт кешеләре компакт йәшәгән һәм күп йылдар Нью-Йорктың художество һәм артистик богемаһының һыйыныр мөйөшө булған урамдарында үҫкән[6]. Робертҡа, йөҙө үтә аҡ булғанға, «Һөт-Бобби» тигән ҡушамат таҡҡандар[7]. 10 йәшендә Де Нироның «абсолют» артислыҡ дебюты була. Мәктәптә «Оз иленең һоҡланғыс тылсымсыһы» әкиәтен ҡуйғанда, ул Ҡурҡаҡ Арыҫлан ролен уйнаған. Дөйөм белем биреүсе хосуси мәктәптә бер нисә йыл уҡығандан һуң, Роберт, әсәһенең талабы буйынса, Нью-Йорктағы Фьорелло Ла Гуардия исемендәге музыка, сәнғәт һәм башҡарыу оҫталығы Юғары мәктәбенә уҡырға инә (шуныһы ҡыҙыҡ, был уҡыу йортонда Аль Пачино ла уҡыған)[6]. Де Ниро Стелла Адлерҙың (ул элегерәк Константин Сергеевич Станиславский таныш булған һәм уның «Иң төп бурыс» теорияһын әүҙем пропагандалаған) курстарына[8]), шулай уҡ Ли Страсбергтың актёрлыҡ студияһына йөрөй[6]. Театр оҫталығы классик мәктәбенең вариҫтары Роберт Де Нирола Станиславский системаһына бирелгәнлек тәрбиәләгән.

Кино карьераһы

үҙгәртергә

1960-сы һәм 1970-се йылдар

үҙгәртергә

Төрлө сығанаҡтарҙа ҡабул ителгән[9][10] Де Нироның ролдәрен күрһәтеү хронологияһына ҡарағанда, уның кинолағы, «Манхэттендағы өс бүлмә» фильмындағы, тәүге эше эпизодик роль түгел (1965). 1963 йылда актёр Брайан Де Пальманың «Туй кисәһе» (1969) фильмында кейәү егеттең дуҫтарының береһен уйнай[11]. Еңел комедияны, фарсты төшөрөү бер үк ваҡытта бер нисә йәш актёр өсөн старт майҙансығына әүерелгән. Әммә сығарыусы компанияның банкротлығы арҡаһында әҙер фильм 6 йыл дауамында «кәштәлә» ята һәм экрандарға тик 1969 йылда сыға.

1973 йыл Роберт Де Ниро карьераһындағы иң мөһим йылдарының береһе булды. Ул «Барабанға аҡрын һуҡ» фильмында бейсболист Брюс Пирсон ролен башҡара, һәм шул роль өсөн Нью-Йорк кинотәнҡитселәре берләшмәһенең Премияһына (икенсе планлы иң яҡшы роль), шуның менән бергә билдәлелек һәм тамашасы иғтибарына лайыҡ була. Икенсенән, «Уҫал урамдар» фильмы менән ул Мартин Скорсезе менән күп йылдарға һуҙылған хеҙмәттәшлеген башлай. Джонни Боя роле өсөн Де Ниро шулай уҡ премияға, был юлы АҠШ кинотәнҡитселәренең Милли советы премияһына, «икенсе планлы иң яҡшы роль» номинацияһына, лайыҡ була. Йыл һуңында Фрэнсис Форд Копполаның «Крёстный атай-2» проектында йәш Вито Корлеоне роленә кинопроба үтә[12]. Был статуста раҫланғансы, Де Ниро трилогияның беренсе фильмындағы Санни Корлеоне, Майкл Корлеоне, Карло Рицци ролдәрендә уйнап ҡараған була[13]. Дон Вито роле өсөн Роберт Де Ниро икенсе планлы иң яҡшы ир-егет роле өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була. Был премияны биреү ике төрлө прецедент менән бәйле. Фильмдың персонажы Вито Корлеоне итальян телендә һөйләшә, шулай итеп, беренсе тапҡыр ролен сит телдә һөйләшеп уйнаған америка актёрына Оскар бирелә. Марлон Брандо һәм Роберт Де Ниро бер үк персонажды (әммә төрлө йылдарҙа) уйнаған һәм «Оскар»ға лайыҡ булған берҙән-бер артист булдылар.

Тәнҡтиселәр ҙә, күмәк тамашасы ла уңышлы тип табылған ролдәр бер-бер артлы донъя күрә: «Таксист» фильмындағы Трэвис Бикл, «Егерменсе быуат» (1976) фильмындағы Альфредо Берлингьери, «Нью-Йорк, Нью-Йорк» (1977) мюзиклындағы Джимми Дойл, «Боландар һунарсыһы» фильмындағы Михаил Вронский. Бөтөн был эштәр иң престижлы кинематографик премияларға йә шул премияларҙың берәй номинацияһына лайыҡ булған[14]. «Таксист» фильмындағы «көҙгө алдында» сәхнәһе актёрҙың ролде скрупулёз рәүештә эшкәртеүен раҫлай. Фильмдың сценарисы Пол Шрейдер, Кевин Джексонға интервью биргәндә, Де Нироның «Һин миңә әйттеңме?» фразаһын импровизациялауын иҫенә төшөрөп, түбәндәгене әйтте[15]:

  Сценарийҙа ябай ғына: «Трэвис үҙенең көҙгөләге сағылышы менән һөйләшә» тип яҙылғайны. Бобби минән, уның геройы нимә тип һөйләшергә тейеш, тип һораны, һәм мин, ул пушка менән уйнаусы һәм үҙен текә итеп күҙ алдына килтереүсе малай кеүек, тинем. Ә Де Ниро бер нью-йорк юморисы интермедияларының төп канваһы булып торған шул рефренды файҙаланды.

 

«Көҙгө алдында» эпизоды «кино тарихындағы иң яҡшы 100 сәхнә» теҙмәһенә индерелгән[16] һәм төрлө жанрлы кинофильмдарҙа ҡабатлап кителә (цитаталана) йәиһә пародиялана.

1980-се һәм 1990-сы йылдар

үҙгәртергә
 
Де Ниро в 1988 году

1980 йыл — Роберт Де Нироның кинематографик карьераһының артабанғы пигы. Боксёр Джейк Ламоттаның иҫтәлектәре мотивына нигеҙләнеп ҡуйылған Мартин Скорсезеның «Ҡоторған үгеҙ» тип аталған сираттағы эше ике «Оскар» премияһына лайыҡ була. Шуның береһе Де Нироға, иң яҡшы актёрға, тапшырылған. Ҡара-аҡ фильм үтә тупаҫ реалистик манерала төшөрөлгән һәм спортсы тормошоноң төрлө этаптарын күрһәтә. Өлкәнәйә барған персонажына максималь тап килер өсөн, Де Ниро ауырлығын 27 килограмға үҫтерә. «Һуҡ миңә!» тигән билдәле сәхнәлә [ Джо Пеши һәм Де Ниро ысынлап тороп бер-береһен туҡмайҙар[17]. Актёр эштәрен ысынбарлыҡҡа тура килтерер өсөн Роберт Де Ниро йыш ҡына башҡаса кәүҙәләндереүҙең өҫтәлмә методтарын файҙаланған: «Ҡоторған үгеҙ» өсөн бокс дәрестәре алған, "Ҡурҡыу мороно"нда уйнар өсөн тешен ҡушлата, «Нью-Йорк, Нью-Йорк» (1977) фильмы өсөн саксофонда уйнарға өйрәнә, 1976 йылда өс ай таксист булып эшләй[6]. «[[Комедия короле]» (1983 йыл) фильмын төшөргәндә, Де Ниро, эләгешеп китеү сәхнәһе алдынан, үҙенең партнёры Джерри Льюисҡа тупаҫ антисемит тирадаһын төбәп әйтә. Был һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Льюис былай тип хәтерләй: «Мин камералар ҡайҙа икәнен дә оноттом… Мин Боббиҙың үңәсенә үрелдем [Бобби — Роберт исеменең иркәләтеү формаһы]»[18].

1984 йылда Серджо Леоненың "Бер ваҡыт Америкала"тигән гангстер сагаһы прокатта ҙур уңышҡа өлгәшә. Роберт Де Ниро унда характерлы, төрлө «миҙгелле» «Туҡмас» («Лапша») ҡушаматлы Дэвид Ааронсон ролен, йәш бутлегер сағынан аҙап ҡалған ҡартлыҡ осорона тиклем, уйнай. Был фильмдан һуң режиссёрҙар һәм продюсерҙар Де Нироның талап ителгәнлеген өс бер төрлө йүнәлештә файҙалана башлайҙар: енәйәтсе «Бразилия» (1985), «Ҡағылғыһыҙ» (1987), «Дан егеттәр» (1990), «Алыш» (1995) һ.б.); полицейский /спецагент/ («Төн уртаһына саҡлы өлгөрөргә» (1988), «Ронин» (1998), «Шоу башлана» (2002) һ.б.); демоник яуыз («Ангел йөрәге» (1987), «Ҡурҡыу мороно» (1991), «Фанат» (1996) һ.б.). 1990-сы йылдар уртаһына тиклем был фильмдар тәнҡитселәрҙең позитив һәм хатта һоҡланыулы баһаһына лайыҡ булды, ә 1995 йылдан башлап, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡараштар нейтраль була барған, быны, мәҫәлән, кино өйрәнеүсеһе Роджер Эберт баһаһынан асыҡ күреп була[19][20].

1993 йылда Де Ниро үҙен «Бронк тарихы» фильмы режиссёры сифатында һынап ҡарай. Фильмдың әҙәби нигеҙе итеп Чезз Палминтериҙың автобиографик пьесаһын һайлаған. Чезз Палминтери тәүҙә Де Нироға әҫәрен экранлаштырыуҙы рөхсәт итмәй, Де Ниро уға төп ролдәрҙең береһен тәҡдим итә һәм киноны төшөрөү процесын артистар һайлауҙан башлап музыка мәғлүмәте алыуға тиклем контролдә тотоуға өлгәшә[21]. Де Нироның ҡуйыусы (постановщик) сифатында дебютын тәнҡитселәр ыңғай ҡабул итә. 1993 йыл — актёрҙың атаһы вафат булған йыл. Картина өлкән Роберт Де Нироға бағышланған

1995 йылда Роберт Де Ниро Аль Пачино менән бергә «Алыш» фильмында уйнаған. Фильмдың динамик сюжетын һәм ике арҙаҡлы актёрҙың уйнауын тамашасы яҡшы ҡабул иткән. Йыйылған аҡса суммаһы фильмдың бюджетын өс тапҡыр ҡаплаған (178 млн долл.- 60 млн долл.)[22]. Шул уҡ йылда Де Ниро һәм уның кино буйынса даими партнёры Джо Пеши ҡатнашлығында «Казино» (1995) фильмы сыға. Тәнҡитселәр фильмды һәм артистарҙың эшен юғары баһалай, төрлө ҡырлы, бөтөнләй кире персонаждарҙы ла, кешесә хуплау һәм ихтирам тыуҙырырлыҡ итеп, уйнауын билдәләй[23][24]. Әммә күренекле артист өсөн коммерция уңышын һәм позитив профессиональ тәнҡитте һыйҙырған был ике фильм һуңғы фильмдары булып сыға. 1995 йылдан һуң Де Нироның бер фильмы ла әйҙәүсе кинематографик исемлектәргә (IMDb фаразы буйынса, 250 иң яҡшы фильм[25], «Empirе» журналы рейтингына йәиһә AFI фаразы буйынса, 100 йылға 100 иң яҡшы америка фильмы теҙмәһенә) эләкмәгән[26] һ.б.).

 
Де Ниро һәм Мэтт Деймон Берлинда (2007 йылдың феврале) «Алдаҡ әүрәтеү» фильмының премьераһында
 
Де Ниро 2008 йылда

Роберт Де Ниро төрлө жанрлы фильмдарҙа өҙлөкһөҙ төшә. Ул: «Хәрби сумыусы»ла — АҠШ Хәрби-диңгеҙ флоты офицеры (2000), «Йоҙаҡ ватыусы» фильмында — сейфтарҙы профессиональ ватыусы (2001), «15 минутлыҡ дан» драматик боевигы детективында (2001), «Шоу башлана» комедия боевигы детективында (2002).

Де Нироның был дәүерҙәге һәм һуңғыраҡ ижадындағы бөтөн фильмдары коммерция йүнәлешендә, яҡшы аҡса йыйһалар ҙа, профессиональ эксперттарҙың яғымлы-нейтраль тәнҡитенә генә эйә була улар[27][28]. Роберт Де Ниро талантын һәм мөмкинлектәрен бөтөн күләмендә файҙалана алмауын, һуңғы тиҫтә йылдарҙағы бәхәсле кинопроекттарҙа ҡатнашыуын[29] бына нисек аңлатырға мөмкин. 2001 йылдың 11 сентябрендәге террористик акттан һуң Де Ниро түбәнге Манхэттендың террористик акттарҙан зыян күргән райондарын иҡтисади тергеҙеүгә ярҙам итеү маҡсатында «Трайбек» кинофестивален ойоштороусыларҙың береһе була. Де Ниро йондоҙҙар менән ҙур гонорарлы фильмдарҙа уйнай, һәм уларҙың төп абруйы аҡсаны шәфҡәтлелек сараларына, фестивалде ойоштороуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙә[30].

Мартин Скорсезе «Мөртәт» фильмын төшөрөргә тотона, ул Де Нироға офицер Куинан ролен тәҡдим иткән була (картинала был ролде Мартин Шин уйнай), ләкин актёр, «Алдаҡ әүрәтеү» яңы проектында режиссёр сифатында эшләүе һәм буш ваҡыты булмауы сәбәпле, тәҡдим ителгән ролдән баш тарта[31]. Де Ниро фильмына көслө һәм популяр актёрҙарҙы: Мэтт Деймонды, Анджелина Джолиҙы, Джо Пешиҙы, Алек Болдуинды йәлеп иткән. Әммә Де Нироның режиссёр эше негатив тәнҡиткә дусар ителә. Мәҫәлән, Роджер Эберт шундай хөкөм сығара: «Үҙәк разведка идаралығынаннан Джордж Тенеттың операцияһы — уңышһыҙлыҡ, тип һанаһағыҙ, һеҙ Де Нироның был ведомство тарихы тураһындағы төшөнкө һәм ышандыра алмаҫлыҡ фильмын күрмәйенсә бөлгөнлөк тураһында бер нимә лә белмәйһегеҙ»[32].

2009 йылда актёрға Лос-Анджелестағы Британия киноакадемияһы бүлексәһе кинематограф үҫешенә шәхсән өлөш индергән өсөн «Британия» премияһын тапшыра.

2011 йылдың ғинуарында Роберт Де Нироға карьераһы дауамында кинематограф үҫешенә индергән өлөшө өсөн икенсе «Алтын глобус» (Сесиль Б. Де Милль премияһы категорияһында) тапшырыла. «Кино яңылыҡтары» сайты фекеренсә, премия тапшырыу церемонияһында актёр әйткән рәхмәт һүҙҙәре был саралағы иң сағыу сығыштарҙың береһе булған[33].

2011 йылда Де Ниро ҡатнашлығында «Профессионал» (2011), «Иҫке Яңы йыл» (2011), «Ҡараңғылыҡ өлкәләре» америка фильмдары, һәм шулай уҡ «Мөхәббәт: Ҡулланыу инструкцияһы» тигән итальян картинаһы төшөрөлә. Актёрҙың эшен ИД Коммерсантъ тәнҡитселәре актёрҙың был уңышын, «һуңғы йылдарҙа аптыратырлыҡ даимилыҡ менән үтә ахмаҡ голливуд комедияларында уйнағаны өсөн реабилитация, тип атаны»[34].

2012 йылда Роберт Де Ниро ҡулы тейгән дүрт картинаның: «Флинн булырға», «Ҡыҙыл уттар» (2012), «Фрилансерҙар» һәм «Минең егетем — псих» релизы була. Һуңғы фильмда актёр биполяр аффектив төшөнкөлөк менән сирләгән өлкән Пэт Солитаноны, йәш уҡытыусының атаһын, уйнай. Был башҡаса кәүҙәләнеш (перевоплощение) бөтөн АҠШ кинотәнҡитселәре берлегенең бер нисә премияһы менән билдәләнгән һәм 1991 йылдан һуң Де Ниро өсөн «Оскар»ҙың тәүге номинацияһы була.

2012 йылдың ноябрендә төп геройҙарҙы башҡарыусы бәхәсһеҙ йондоҙ квартеты: Роберт Де Ниро, Майкл Дуглас, Морган Фримен һәм Кевин Клайн ҡатнашлығында «Вегастағы һуңғы малай» (Last Vegas) кинокомедияһы төшөрөлә башлай. Донъя прокатына 2013 йылдың һуңында сығарыла[35].

2013 йылдың 4 февралендә Граумандың Ҡытай театры алдындағы тышҡы ихатаһында уҙғарылған тантаналы церемония сиктәрендә[36] актёр үҙенең ҡул һәм аяҡтарының күсермәһен ҡалдыра һәм былай ти[37]:

  Джо Пеши һәр ваҡыт, һин ҡасандыр бер аяғың менән цементҡа батырһыңдыр, ти ине. Мин, әлбиттә, ул ошо күренеште күҙ уңында тотҡандыр, тип уйламайым.  

Де Ниро ҡатнашлығындағы иң көтөлгән проекттарҙың береһе булып Бернард Мейдофф афераһына бағышланған журналист тикшеренеүҙәрен экранизациялау тора. Роберт Де Ниро донъя иҡтисадында киң билдәле финанс пирамидаһын ойоштороусы енәйәтсе Бернард Мейдофф ролен уйнай, шулай уҡ картинаның продюсеры ла була[38][39].

2015 йылдың аҙағында Де Ниро «Бронк тарихы»н ҡуйыуға кире әйләнеп ҡайта, был юлы уны, 8 «Оскар» премияһына эйә Алан Менкен яҙған музыкаға нигеҙләнеп, мюзикл итеп төшөрә. Сценарийҙың авторы — Чезз Палминтери. 2016 йылдың 4 февралендә спектаклдең премьераһы була һәм тәнҡитселәр уны яҡшы баһалай[40].

Кинола эшләгән йылдарында Роберт Де Ниро америка һәм донъя кинематографының иң кәрәкле артистарына әйләнгән. Rolling Stone журналы «Де Ниро — бөтөн дәүерҙәрҙең иң бөйөк актёрҙарының береһе»,- тип яҙҙы[29].

Эшлекле әүҙемлеге

үҙгәртергә

Роберт Де Ниро бизнеста ла әүҙем һәм уңышлы кеше. Үҙ аҡсаһының (средство) күпселек өлөшөн актёр Нью-Йорктың Трайбекалағы төрлө предприятиеларын инвестициялауға тотона.

ТрайБеКа (TriBeCa, Triangle Below Canal Street — мәғәнәһе Кэнэл стрит көньяғындағы өсмөйөш) — айырым административ статусҡа эйә булмаған Түбәнге Манхэттен районының йәнле һөйләштәге атамаһы . Ул Tribeca Productions «Трайбека Продакшнс» (фильмдар һәм телепрограммалар төшөрөү) һәм «Трайбека» кинофестивале компанияһының атамаларында ҡулланыла. Был проекттарҙы Роберт Де Ниро кинопродюсер Джейн Розенталь менән партнёрлыҡта тормошҡа ашырған.

АҠШ-та популяр булған япон кухняһы шеф-ашнаҡсыһы Нобу Мацухиса (Nobu Matsuhisa) һәм башҡа партнёрҙар менән Де Ниро ҡунаҡхана һәм ресторан бизнесында, һәм бөтөн донъя «Nobu» ресторандар селтәрендә юғары класлы хеҙмәт күрһәткән Nobu Hospitality (Нобу ҡунаҡсыллығы) компанияһының хужаһы булып тора. Әйтер кәрәк, Мәскәүҙә 2009 һәм 2015 йылдарҙа ике «Nobu» рестораны асылды[41].

Һанап үткәндәрҙән тыш, Де Ниро (ХХ быуат уртаһына оҡшатып стилләштерелгән) «Трайбека Гриль», «Локанда Верде» ресторандарының, «Гринвич Отель» ҡунаҡханаһы һәм башҡа предприятиеларҙың уртаҡ милексеһе булып тора.

Шуға ҡушып, Роберт Фрэнсис Форд Коппола менән бергә Сан-Францисколағы «Рубикон» ресторанының да хужаһы булып тора. Ресторан ҡайһы бер йылдар исемлегендә 1700 атамаға еткән һәм күп тапҡыр махсус премиялар менән билдәләнгән шараптар картаһы менән дан алған[42].

Роберт Де Ниро социаль-әүҙем позицияла тора һәм шәфҡәтлек эшмәкәрлеген дауам итә. 2014 йыл аҙағында актёр Антигуа һәм Барбуда утрау дәүләтенең айырым иҡтисади вәкиле итеп тәғәйенләнде . Был илдең премьер-министры һәм бразиль бизнесмены Джеймс Пакер (James Packer) менән берлектә дәүләттең туристик бизнесына 250 миллион АҠШ доллары индереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Британия баҫмаһы The Guardian фекеренсә, актёрҙың был эшкә өлөшө булып проектты үҙ аҡсаһы менән финанслау түгел, ә инвесторҙарҙы һәм курорттың потенциаль ҡунаҡтарын йәлеп итеү тора[43]. 2015 йылдың ғинуарында актёр Нью-Йоркта 2014 йылдың 20 декабрендә атылған полиция офицерҙары ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында йәмәғәт шәфҡәтлек фонды асыу инициаторы булды[44].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә
 
2010 йыл. Де Ниро һәм уның хәләл ефете Грейс Хайтауэр

Роберт Де Нироның тәүге ҡатыны афроамерика сығышлы актриса һәм йырсы Дайэнн Эбботт (Diahnne Abbott) була. Ул иренең фильмдарында төшкән бер нисә кескәй: «Нью-Йорк, Нью-Йорк» фильмында клуб йырсыһы камео, «Комедия короле»ндә Рита эпизодик ролдәре аша билдәле. Де Ниро Дайэннаның тәүге никахынан тыуған Дренаны үҙ ҡыҙы итеп иғлан итә. Дрена Де Ниро һуңғараҡ уллыҡҡа алған атаһы менән: «Мутлашыу», «Ҙур өмөттәр» (1998), «Рокки һәм Буллвинклдең мажаралары», «Ламарканың һуңғы эше» фильмдарында төшкән. Де Нироның тәүге никахынан Рафаэль исемле улы ла бар. Үҫкәс, йәш егет атаһы юлынан китә, ләкин актёрлыҡ һөнәренән бик тиҙ төңөлә[45] һәм күсемһеҙ милек менән сауҙа итә башлай[46]. 1988 йылда Де Ниро һәм Эбботт айырылыша.

Артист оҙаҡ йылдар дауамында элекке модель Туки Смит (шулай уҡ афроамериканка) менән[47][48], мөнәсәбәттәрен юридик рәсмиләштермәгән көйө, бәйләнештә торған. 1995 йылда, экстракорпораль аталандырыу ярҙамында, суррогат әсә сағыштырмаса йәш булмаған ирле-ҡатынлыға ике игеҙәк малай — Джулиан Хенри һәм Аарон Кендрикты тыуҙырған. Де Ниро йыш ғына үҙенең атайлығын публика алдында һыҙыҡ өҫтөнә ала[49].

1997 йылда Роберт Де Ниро икенсе тапҡыр өйләнә. Яңы һайлаған ҡатыны — кейәүгә сыҡмаҫ элек стюардесса булып эшләгән Грейс Хайтауэр. 1998 йылда уларҙың улдары Эллиот, ә 2011 йылда — ҡыҙҙары Хелен тыуған.

2004 йылда уҙған Венеция кинофестивалендә Роберт Де Нироға почётлы итальян гражданлығы биреү планлаштырылған була. Был теләк менән «Италия улдары» америка йәмғиәте һәм Италия премьер-министры Сильвио Берлускони ҡәтғи рәүештә риза булмаған. Де Нироның итало-американлы образын күп тапҡырҙар ысынбарлыҡҡа тап килмәгән гангстер һәм енәйәтсе итеп асыуы бындай мөнәсәбәттең нигеҙе булып тора тип аңлатылған[50][51]. 2006 йылдың 21 октябрендә, шуға ҡарамаҫтән, уға италия гражданлығы бирелә[52][53].

Роберт Де Ниро сәйәсәттә эҙмә-эҙлекле АҠШ Демократик партияһына тоғро[1]. 2008 йылдың 4 февралендә ул «Супершишәмбе» алдынан һайлау алды митингыһында ҡатнаша һәм Барак Обама яҡлы була.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • 2015 йылдың сентябренә ҡарата Роберт Де Ниро ҡатнашлығындағы фильмдар IMDb фаразы буйынса 250 иң яҡшы фильмдар исемлегенә һәм 2007 йылғы АҠШ киноакадемияһы AFI фаразы буйынса 100 йыл эсендә 100 иң яҡшы америка фильмы - «100» исемлегенә түбәндәге фильмдар эҙмә-эҙлелектә урынлаштырылған (IMDb/AFI):
    • Крёстный атай 2 (3/32)
    • Дан егеттәр (17/92)
    • Бер ваҡыт Америкала (74/-)
    • Таксист (81/52)
    • Ҡоторған үгеҙ (115/4)
    • Алыш (1995) (123/-)
    • Казино(ҡомарлы уйын йорто) (1995) (139/-)
    • Болан һунарсыһы (149/53)
  • Роберт Де Ниро ҡатнашлығындағы фильмдарҙан алынған килем суммаһы 2 миллиард долларҙан артыҡ булған. 2011 йылдың сентябренә иң кассалы биш фильмдан килем түбәндәгесә булған (мультипликацияны иҫәпкә алмайынса, кинотеатрҙарҙа прокаттан һәм бөтөн донъяла DVD ҡортомонан алынған килем суммаһы килтерелгән; һыҙыҡ аша IMDb мәғлүмәттәре буйынса бюджет күрһәтелгән)[54]:
    • Факерҙар менән танышыу — 576 / 80 млн АҠШ доллары;
    • Ата-әсәләр менән танышыу — 330 / 55;
    • Алыш (1995) — 187 / 60;
    • Ҡурҡыу мороно (1991) — 182 / 35;
    • Быны анализла — 177 / 30.
  • Rolling Stone журналы күҙәтеүселәре командаһы актёрҙың ижадына бағышланған күҙәтеү мәҡәләһендә, үҙ фекеренә таянып, шартлы рәүештә, уның фильмдарын өс категорияға бүлгән: яҡшы, насар һәм шыҡһыҙ (бер ниндәй баһа ла бирерлек түгел)[29]. Беренсе төркөмгә (редакция тәҡдим иткән тәртиптә): «Таксист», «Ҡоторған үгеҙ», «Крёстный атай 2», «Уҫал урамдар», «Алыш», «Неприкасаемые», «Комедия короле», «Болан һунарсыһы», «Дан егеттәр», «Барабанға аҡрын һуҡ» фильмдары индерелгән.

Икенсе төркөмдә: «Шоу башлана», «Малавита», «Бер ваҡыт Һолливудта», «15 минутлыҡ дан», «Оло туй», «Ҡыҙыл уттар», «Мотель», «Факерҙар менән танышыу 2», «Тегенеһен анализла», «Иҫке Яңы йыл».

Өсөнсө төркөмдә: «Ҡурҡыу мороно», «Бразилия», «Уяныу», «Рокки һәм Буллвинкль мажаралары», «Франкенштейн Мэри Шелли», «Беҙ фәрештә түгел», «Фәрештә йөрәге», «Ҙур өмөттәр», «Сәләмләүҙәр» һәм «Сәләм, әсәй!», «Утлы өйөрмә».

Фильмография

үҙгәртергә

Наградалары һәм номинациялары

үҙгәртергә

Кинофильмдарҙағы актёрлыҡ оҫталығы

үҙгәртергә

Роберт Де Ниро лайыҡ булған номинация һәм наградалар буйынса мәғлүмәттең күп булыуы түбәндәге таблицаға уның тик кино актёры сифатындағы ҡаҙаныштары һәм үҙен күрһәткән конкурстар сиктәрендә алғандары ғына индерелде. Телевидение наградалары, ҡыҫҡа сроклы конкурс проектары (Америка кинопремияһы ингл. American Movie Awards тураһындағы махсус мәғлүмәт, Комедия жанрындағы ҡаҙаныштары өсөн америка премияһы ингл. American Comedy Awards) һәм айырым корпорация наградалары бында индерелмәгән(ингл. Blockbuster Entertainment Awards)

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1973 ф Бей в барабан медленно Bang the Drum Slowly Премия Объединения кинокритиков Нью-Йорка за Лучшую роль второго плана - Брюс Пирсон
1973 ф Злые улицы Mean Streets Премия Национального совета кинокритиков США за Лучшую роль второго плана - Джон Сивелло
1974 ф Крёстный отец 2 The Godfather: Part II Оскар за лучшую мужскую роль второго плана - Вито Корлеоне
1974 ф Крёстный отец 2 The Godfather: Part II Номинация на премию Британской академии кино и телевидения за лучший дебют - Вито Корлеоне
1976 ф Таксист Taxi Driver Номинация на Оскара за лучшую мужскую роль - Трэвис Бикл
1976 ф Таксист Taxi Driver Номинация на премию Британской академии кино и телевидения за лучшую мужскую роль - Трэвис Бикл
1976 ф Таксист Taxi Driver Номинация на премию «Золотой глобус» за лучшую мужскую роль в драме - Трэвис Бикл
1977 ф Нью-Йорк, Нью-Йорк New York, New York Номинация на премию «Золотой Глобус» за лучшую мужскую роль в комедии или мюзикле - Джимми Дойл
1978 ф Охотник на оленей The Deer Hunter Номинация на Оскара за лучшую мужскую роль - Михаил Вронский
1978 ф Охотник на оленей The Deer Hunter Номинация на премию Британской академии кино и телевидения за лучшую мужскую роль - Михаил Вронский
1978 ф Охотник на оленей The Deer Hunter Номинация на «Золотой глобус» за лучшую мужскую роль в драме - Михаил Вронский
1980 ф Бешеный бык Raging Bull Оскар за лучшую мужскую роль - Джейк Ла Мотта
1980 ф Бешеный бык Raging Bull Премия «Золотой глобус» за лучшую мужскую роль в драме - Джейк Ла Мотта
1980 ф Бешеный бык Raging Bull Номинация на премию Британской академии кино и телевидения за лучшую мужскую роль - Джейк Ла Мотта
1983 ф Король комедии The King of Comedy Номинация на премию Британской академии кино и телевидения за лучшую мужскую роль - Руперт Папкин
1987 ф Сердце Ангела Angel Heart Номинация на премию «Сатурн», как лучшему актёру - Луис Сайфер
1988 ф Успеть до полуночи Midnight Run Номинация на премию «Золотой глобус» за лучшую мужскую роль в комедии или мюзикле- Джек Уолш
1990 ф Славные парни Goodfellas Номинация на премию Британской академии кино и телевидения за лучшую мужскую роль - Джимми Конвей
1990 ф Пробуждение Awakenings Номинация на Оскара за лучшую мужскую роль - Леонард Лоув
1991 ф Мыс страха Cape fear Номинация на Оскара за лучшую мужскую роль - Макс Кэйди
1991 ф Мыс страха Cape fear Номинация на премию «Золотой глобус» за лучшую мужскую роль в драме - Макс Кэйди
1991 ф Мыс страха Cape fear Номинация на кинопремию MTV в категориях "Лучший злодей" и "Лучший Актёр" - Макс Кэйди
1994 ф Франкенштейн Мэри Шелли Mary Shelly’s Frankenstein Номинация на премию «Сатурн», как лучшему актёру - Существо
1996 ф Фанат The Fan Номинация на кинопремию MTV в категории «Лучший злодей» — Джил Ренард
1999 ф Анализируй это Analyze This Номинация на премию «Золотой глобус» за лучшую мужскую роль в комедии или мюзикле - Пол Витти
2000 ф Знакомство с родителями Meet the Parents Номинация на премию «Золотой глобус» за лучшую мужскую роль в комедии или мюзикле - Джек Бёрнс
2000 ф Знакомство с родителями Meet the Parents Номинация на кинопремию MTV в категории «Лучшая актёрская команда»
2000 ф Военный ныряльщик Men of Honor Номинация на премию «Спутник» Международной академии прессы в категории лучший актёр второго плана - Лесли Сандей
2009 ф Всё путём Everybody’s Fine Победа в категории «Лучший актёр» на Голливудском кинофестивале - Фрэнк Гуд
2012 ф Мой парень — псих Silver Linings Playbook Победа в категории «Лучший актёр второго плана» на Голливудском кинофестивале - Пэт Солитано-старший
2012 ф Мой парень — псих Silver Linings Playbook Номинация на премию «Спутник» в категории «Лучший актёр второго плана» - Пэт Солитано-старший
2012 ф Мой парень — псих Silver Linings Playbook Номинация на премию «Выбор критиков» в категории «Лучший актёр второго плана» - Пэт Солитано-старший
2012 ф Мой парень — псих Silver Linings Playbook Номинация на премию Гильдии киноактёров США в категории «Лучший актёр второго плана» - Пэт Солитано-старший
2012 ф Мой парень — псих Silver Linings Playbook Номинация на премию «Оскар» в категории «Лучший актёр второго плана» - Пэт Солитано-старший

Мәҙәниәт үҫешенә шәхси өлөшө өсөн

үҙгәртергә
Год Церемония / Событие Награда / Премия
1979 Гарвард университетының Театралдар Йәмғиәте йыйылышы Йыл кешеһе
1993 Венеция кинофестивале Алтын арыҫлан бөтөн кинематографик карьераһы дауамындағы ҡаҙаныштары өсөн
1997 Мәскәү халыҡ-ара кинофестивале Көмөш «Изге Георгий Победоносец» донъя кинематографына индергән өлөшө өсөн
1999 «Халыҡ һайлауы» премияһы «Бөтөн дәүерҙәр өсөн кино йондоҙо» (Номинация, премияны Харрисон Фордҡа тапшыртҡан)
2000 Сан-Себастьян халыҡ-ара кинофестивале Кинематографҡа индергән өлөшө өсөн «Доностия» почётлы наградаһы (ингл. Donostia Lifetime Achievement Award).
2000 Берлин халыҡ-ара кинофестивале Бөтөн карьераһы дауамындағы ҡаҙаныштары өсөн
2001 «Гофам» премияһы Бөтөн карьераһы дауамындағы ҡаҙаныштары өсөн
2003 Америка кино сәнғәте институты Бөтөн карьераһы дауамындағы ҡаҙаныштары өсөн
2004 Америка режиссёрҙары гильдияһы Почётлы ағзалыҡ
2004 Карловы Вары халыҡ-ара кинофестивале «Гәлсәр глобус»
2008 Германияның «Алтын кинокамера» телевизион премияһы Бөтөн карьераһы дауамындағы ҡаҙаныштары өсөн
2008 Карловы Вары халыҡ-ара кинофестивале «Гәлсәр глобус» — донъя кинематографына күренекле художество өлөшө өсөн
2009 Кеннеди Үҙәгенең дан залы Лауреат
2009 Лос-Анджелестағы Британия киноакадемияһы бүлексәһе «Британия» премияһы кинематограф үҫешенә шәхси өлөшө өсөн
2011 Алтын глобус Сесиль Б. Де Милль премияһы номинацияһында еңеү — Бөтөн карьераһы дауамында кинематограф үҫешенә индергән өлөшө өсөн.
  • Дуган Э. Неприступный Роберт Де Ниро / Пер. с англ. Оганяна Р. — М.: ТЕРРА, 1997. — 320 с.; 16 с. ил. — (Кумиры). — ISBN 5-300-01245-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Биография актёра на IMDb
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118823930 // Robert De Niro (нем.) — 2012—2016.
  3. Robert De Niro // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. Robert De Niro // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000.
  5. Delicious Italy — Famous people from Molise — Don Delillo, Robert De Niro, Mario Lanza
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Биография актёра на contactmusic.com
  7. Untouchable: a biography of Robert De Niro, страница 17 2013 йыл 7 июнь архивланған. (инг.)
  8. История школы Стеллы Адлер на её официальном сайте (инг.)
  9. Фильмография актёра на IMDb.
  10. Фильмография актёра на крупнейшем англоязычном сайте поклонников. 2012 йыл 29 ғинуар архивланған.
  11. Дуган Э. Неприступный Роберт Де Ниро / Пер. с англ. Оганяна Р. — М.: ТЕРРА, 1997. — 320 с. — С. 26—28. — (Кумиры). — ISBN 5-300-01245-9
  12. Подробности съёмок фильма «Крёстный отец II» по собственной информации IMDb
  13. Подробности съёмок фильма «Крёстный отец» по собственной информации IMDb
  14. Robert De Niro — Awards (инг.)
  15. 'There was a sense of exhilaration about what we had done' | Film | guardian.co.uk (инг.)
  16. 100 лучших сцен в истории кино Time Out Москва 2009 йыл 11 февраль архивланған.
  17. Raging Bull (1980) — Trivia
  18. People Feb. 7, '83 — De Niro… 2012 йыл 7 март архивланған.
  19. Роджер Эберт «GoodFellas» / Chicago Sun-Times (2 сентября 1990 года) 2010 йыл 30 июль архивланған.
  20. Роджер Эберт. Heat (ингл.). Ebert Digital LLC (15 декабрь 1995). Дата обращения: 30 сентябрь 2015.
  21. A Bronx Tale (1993) — Trivia
  22. Heat (1995) — Box office / business
  23. Джеймс Барардинелли, «Казино», рецензия на Reelviews.net.
  24. «Казино», рецензия на ВВС
  25. 250 лучших фильмов по версии IMDb
  26. 100 лучших американских фильмов за 100 лет по версии AFI 2011 йыл 21 июль архивланған.
  27. Алекс Экслер, Субъективные заметки о фильмах, Драма «Военный ныряльщик»
  28. Роджер Эберт, «The Score» / Chicago Sun-Times (13 июля 2001 года). 2012 йыл 27 сентябрь архивланған.
  29. 29,0 29,1 29,2 Eberi B., Murrey N., Phipps K., Tobias S. Robert De Niro's Best, Worst and Craziest Performances (ингл.). Rolling Stone (24 сентябрь 2015). Дата обращения: 29 сентябрь 2015. 2015 йыл 26 сентябрь архивланған.
  30. Список 25 лучших филантропов / Dow Jones & Company (30 ноября 2009 года).
  31. Подробности съёмок фильма «Отступники» на IMDb
  32. The Good Shepherd: rogerebert.com :Reviews 2011 йыл 14 ноябрь архивланған.
  33. Роберт Де Ниро произнес лучшую речь "Золотого глобуса". Новости кино. ООО "КиноНьюс" (18 ғинуар 2011). Дата обращения: 18 март 2016.
  34. Любовь: инструкция по применению. Коммерсантъ Weekend (10 июнь 2011). Дата обращения: 18 декабрь 2014.
  35. Де Ниро сыграет одну из главных ролей в «Последнем мальчишнике в Вегасе». АиФ (6 ноябрь 2012). Дата обращения: 10 декабрь 2012. Архивировано 16 декабрь 2012 года.
  36. Не следует путать с Голливудской «Аллеей славы», где актёр собственной звезды не имеет.
  37. Субботина Е. Роберт Де Ниро Голливудтың «Дан аллеяһы»нда «эҙен ҡалдырҙы». Российская газета (5 февраль 2013). Дата обращения: 6 февраль 2013.
  38. Смирнова А. Роберт де Ниро сыграет знаменитого финансового афериста. Российская газета (7 ноябрь 2011). Дата обращения: 12 декабрь 2012.
  39. A primeira fotografia de Robert de Niro como Bernie Madoff (итал.). Observador On Time (11 сентябрь 2015). Дата обращения: 29 сентябрь 2015.
  40. Isherwood Ch. Review: ‘A Bronx Tale: The Musical’ Doo-Wops Down Mean Streets (ингл.). The New York Times (24 февраль 2016). Дата обращения: 18 март 2016.
  41. Роберт Де Ниро открыл в Москве новый ресторан. РИА Новости (9 ноябрь 2015). Дата обращения: 18 март 2016.
  42. Private Dining at Rubicon 2010 йыл 14 июнь архивланған.
  43. The Mission: Robert De Niro to be economic envoy for Antigua & Barbuda (ингл.). The Guardian (29 ноябрь 2014). Дата обращения: 18 декабрь 2014.
  44. Cheryl K. Chumley. Robert De Niro urges gifts to slain policemen’s fund (ингл.). The Washington Times (2 апрель 2015). Дата обращения: 18 декабрь 2014.
  45. Рафаэль Де Ниро на IMDb
  46. Новости о сделках с недвижимостью в Нью-Йорке на realestate.ru (22 июля 2011 года).(недоступная ссылка)
  47. Елена Прокофьева, «Роберт Великолепный» / SweetStyle (01 июня 2011 года). 2011 йыл 31 август архивланған.
  48. «Роберт Де Ниро стал дедушкой» / LIVEstory (22 мая 2009 года). 2016 йыл 4 апрель архивланған.
  49. Toukie Smith — News
  50. Евгений БЕЛИКОВ, «Де Ниро не станет настоящим итальянцем» / Комсомольская правда (22 октября 2004 года).
  51. «Де Ниро не стал итальянцем» / «Коммерсантъ» (15 октября 2004 года).
  52. Собственные данные Лента. Ру (23 октября 2006 года).
  53. Интервью газете «Труд-7» (21 августа 2008 года).(недоступная ссылка)
  54. Meet the Fockers (2004) — Box office / business

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Иң яҡшы ир-егет роле өсөн «Оскар» премияһы 1961-1980 Ҡалып:Икенсе планлы ир-егет роле өсөн «Оскар» премияһы 1961-1980 Ҡалып:Иң яҡшы ир-егет роле өсөн «Алтын глобус» — драма 1961—1980