Рихтер Зинаида Владимировна

Рихтер Зинаида Владимировна (11 (23) октябрь 1890 йыл13 ноябрь 1967 йыл) — СССР яҙыусыһы, очерктар авторы.

Рихтер Зинаида Владимировна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 11 (23) октябрь 1890
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 ноябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Зинаида Владимировна Рихтер (ҡыҙ фамилияһы Дурова) 1890 йылдың 11 (23) октябрендә Мәскәүҙә артистар ғаиләһендә тыуған.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың реаль училищеһын тамамлай. Строганов художество-сәнәғәт училищеһында (хәҙер С.Г. Строганов исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт академияһы) уҡый, директоры ул саҡта булып Николай Васильевич Глоба (1859—1941) була[1]. Художество белем алып, Зинаида Рихтер 1905—1916 йылдарҙа Мәскәү һәм Бишенсе Лефортово училищеларында рәсемдән уҡыта.

1912—1914 йылдарҙа ире Константин Рихтер менән Мәскәүҙән Ҡырымға йәйәү сәйәхәтенән һуң яҙылған «Записки путешественницы — пешком по России» эшен баҫтырып сығара. Ире фронтта 1916 йылда Беренсе донъя һуғышында һәләк була. 1918 йылдан Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осоронда Зинаида Рихтер — «Известия» гәзитенең махсус хәрби хәбәрсеһе. Артабан 1920 йылда Рәсәй телеграф агентлығының Мәскәү губерна бүлексәһе мөдире һәм инструктор булып эшләй. 1920-1921 йылдарҙағы Волга буйындағы аслыҡ ваҡытында ҡабаттан «Известия» гәзитенең махсус хәбәрсеһе булып эшләй[2]

Зинаида Рихтер беренсе булып Монголия аша МәскәүПекинТокио осошонда ҡатнаша[3] (сәйәси сәбәптәр арҡаһында шул ваҡытта матбуғатта Мәскәү−Пекин осошо ғына яҡтыртыла); Врангель утрауына «Литке» боҙватҡысында ҡотҡарыу экспедицияһы ағзаһы була; КавказСванетия һәм Хевсуретияның алыҫ ерҙәренә бара; Лаптевтар диңгеҙендә ҡышлай, Алтай, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанда була. Шулай уҡ РККА-ның 2-се Альпиниадаһында ҡатнаша һәм Эльбрустың көнсығыш түбәһенә күтәрелә]][4]. Вера Инбер былай тип яҙа: «Ул айға ла осор ине, әгәр быға бәләкәй генә мөмкинлек булһа»[2].

1930 йылда Зинаида Рихтер әҙәби эшкә күсә. 1934 йылдың 1 июнендә СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Ошо уҡ йылдан «Правда» гәзитенең махсус хәбәрсеһе булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ТАСС һәм Совинформбюро заданиелары буйынса эшләй. Уның сәфәрҙәре тураһында очерктар «Октябрь» журналы биттәрендә баҫылып сыға. 1952 йылда ҡулға алына һәм Ҡаҙағстандың Джамбул өлкәһе Талас районына ебәрелә. 1955 йылдың мартында реабилитациялана, азат ителә һәм СССР Яҙыусылар союзына тергеҙелә.

1967 йылдың 13 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә[2].

Зинаида Владимировна Рихтер миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» һәм «Мәскәүҙең 800-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалдары; Осоавиахимдың алтын сәғәте; Врангел утрауына ҡотҡарыу экспедицияһында ҡатнашыуы өсөн Почет грамотаһы һәм һәм билдә менән бүләкләнә[2].

Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында З.В.Рихтерға ҡағылышлы материалдар бар[5].

Һайланма библиография

үҙгәртергә
  • Кавказ наших дней, 1923—1924. — М.: Жизнь и знание, 1924.
  • За полярным кругом. — М. — Л.: Молодая гвардия, 1925.
  • 7 000 километров по воздуху. Москва — Монголия — Китай. — М.: Авиоиздат, 1926.
  • Золотой Алдан. [Путевые очерки]. — М. — Л.: Гиз, 1927.
  • Семафоры в пустыне. На изысканиях Туркестано-Сибирской железной дороги / пред. А. Халатова. — М. — Л.: Молодая гвардия, 1929.
  • Азиатская Швейцария. (По киргизским кочевьям). — М. — Л.: Физкультура и туризм, 1930.
  • В солнечной Абхазии и Хевсуретии. [Путевые очерки]. — М. — Л.: Физкультура и туризм, 1930.
  • Мед и золото. [По Алтаю]. — М. — Л.: Молодая гвардия, 1930.
  • На «Литке» к острову Врангеля. Записки участника спасательной экспедиции. — М.: Молодая гвардия, 1931.
  • У белого пятна. Спасательная экспедиция ледореза «Литке» на остров Врангеля. — М.: Федерация, 1931.
  • Поход Осевэка [Особый северный экспедиционный отряд. Урал. 1919 г.]. — М.: ГИХЛ, 1933.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә