Сөләймәнов Рим Солтан улы

техник фәндәр кандидаты
(Рим Солтан улы Сөләймәнов битенән йүнәлтелде)

Сөләймәнов Рим Солтан улы (3 ғинуар 1949 йыл) — ғалим-инженер, хужалыҡ эшмәкәре. 1986—2012 йылдарҙа «Газпром добыча Уренгой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Рәсәйҙең Тау академияһы академигы. Техник фәндәр кандидаты (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың газ сәнәғәте (1984) һәм Рәсәйҙең яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998). СССР-ҙың Дәүләт (1987), Ленин комсомолы премиялары (1981) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) һәм Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1996) ордендары кавалеры

Сөләймәнов Рим Солтан улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Яңы Ҡарамалы, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рим Солтан улы Сөләймәнов 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Яңы Ҡарамалы ауылында тыуған. КПСС ағзаһы.

1971 йылдан — хужалыҡ эштәрендә, шул иҫәптән 19712019 йылдарҙа — тау инженеры, «Игримгаз» газ промыслоһы идаралығында төрлө вазифаларҙа, «Надымгазпром» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, «Төмәнгазпром»-дың «Уренгойгаздобыча» ВПО-һы директорының производство буйынса урынбаҫары, С. А. Оруджев исемендәге Уренгой производство берекмәһенең генераль директоры, Уренгойгазпром" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры, "Газпром добыча Уренгой"яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры була.

ЗСНГК-ның тиҙ үҫешен тәьмин итеү өсөн Медвежий һәм Уренгой газ ятҡылыҡтарын проектлау, анализлау һәм идара итеү ысулдарын камиллаштырған өсөн 1981 йылда техника өлкәһендә Ленин комсомолы премияһына лайыҡ була.

Уренгой газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе тиҙләтеүҙе тәьмин иткән фәнни-техник ысулдар уйлап тапҡын һәм ҡулланылышҡа индергән өсөн 1987 йылда СССР дәүләт премияһына лайыҡ була.

Криолитозонаның ҡеүәтле газ транспортлау системаһының ышаныслылығын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса фәнни нигеҙ булдырған һәм техник ҡарарҙар комплексын индергән өсөн 2000 йылда РФ дәүләт премияһына лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1979)
  • Дуҫлыҡ ордены (1996)
  • 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999)
  • РФ-ның атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе(1998)
  • «Көнбайыш Себер ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм нефть-газ комплексын үҫтергәне өсөн» миҙалы
  • «Рәсәй таусыһы» алтын билдәһе
  • «Участник строительства газопровода „Уренгой — Помары — Ужгород“ газ үткәргесен төҙөүҙә ҡатнашыусы» билдәһе
  • «Рәсәй иҡтисады лидеры — 2003» почет билдәһе
  • СССР газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре (1984)
  • РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почетлы хеҙмәткәре (1998)
  • ЯНАО һәм Яңы Уренгой ҡалаһы муниципаль берәмегенең почетлы гражданы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә