Рейзинь Лилия Яновна

Социалистик Хеҙмәт Геройы

Рейзинь Лилия Яновна (Шенберг[1]; 27 сентябрь 1924 йыл — 25 февраль 2014 йыл) — СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы. Рига урта мәктәбе директоры. 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1979—1984). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).

Рейзинь Лилия Яновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Латвия
Тыуған көнө 27 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Рига, Латвийская Республика[d]
Вафат булған көнө 25 февраль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Рига, Латвия
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, мәктәп директоры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рейзинь Лилия Яновна 1924 йылдың 27 сентябрендә Рига ҡалаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа.

1944 йылда Риганың 2-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, хеҙмәт һәм педагогик эшмәкәрлеген тыуған мәктәбендә уҡытыусыһы вазифаһында башлай.

1949 йылда, ситтән тороп Латвияның П. Стучка исемендәге дәүләт университетының химия факультетын. Артабан Риганың 9-сы урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1950 йылда Сигулдский районында уҡыта. 1956 йылда — Лигатне ҡалаһында завуч була. 1960 йылдан — Риганың 24-се мәктәбе завучы.

1963 йылдан 45-се мәктәп директоры. Л. Я Рейзинь етәкселегендә Латвия ССР-ының алдынғы мәктәбенә әүерелә. Йыл һайын белем усағында СССР халыҡтары дуҫлығы фестивале үткәрелә, унда башҡа республикалар һәм социалистик илдәр вәкилдәре лә ҡатнаша. 1968 йылда мәктәп музыка йүнәлешендә эшләй башлай, күп йылдар йыр һәм бейеү байрамы лауреаты була. Мәктәптә уҡыусыларҙың һөнәр һайлауына, хеҙмәт һәм эстетик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йыл 1 ғинуарындағы Указы менән «хеҙмәт уңыштары өсөн» Л. Я .Рейзинь Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1971 йылдың 20 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Л. Я. Рейзинь Ленин орденына лайыҡ була.

1978 йылдың 27 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «уҡыусыларға белем һәм коммунистик тәрбиә биреү эштәрендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Лилия Яновна Рейзинь «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә.

Төп эшмәкәрлегенән тыш, Л. Я. Рейзинь Рига ҡалаһы халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағында эстетик тәрбиә биреү буйынса секция рәйесе, Бөтә Союз Эстетика советы ағзаһы, ССР ПАН нәфис тәрбиә ғилми-тикшеренеү инстиутының ғилми корреспонденты була. СССР Юғары Советының Латвия ССР-ынан Милләттәр советы депутаты (1979—1984)[2]. Рига ҡала һәм район депутаттары советына депутат итеп һайлана.

1988 йылда пенсияға сыға. Рига ҡалаһында йәшәй. 2014 йылдың 25 февралендә вафат була, Лесная зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (27.09.1978)
  • Ике Ленин ордены (20.07.1971, 27.09.1978)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1.1.1965)
  • Латвия ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә