Рдея ҡурсаулығы (рус. Рде́йский запове́дник)[1] — Рәсәйҙең Новгород өлкәһендәге дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.

Рдея ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны369,22 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты25 май 1994 йыл 
Урынлашыуы
57°16′09″ с. ш. 30°48′08″ в. д.HGЯO
РФ субъектыНовгород өлкәһе
Яҡындағы ҡалаХолм (ҡала) 

rdeysky.org
Рәсәй
Точка
Рдея ҡурсаулығы
 Рдея ҡурсаулығы Викимилектә

1994 йылдың 25 майында барлыҡҡа килә[2].

Географияһы

үҙгәртергә
Файл:Полистовский и Рдейский заповедники.png
Рдей ҡурсаулығы һәм йәнәшәһендәге махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре

Рдея ҡурсаулығы Новгород өлкәһе Поддор һәм Холмск райондары территорияһында урынлашҡан. Уның дөйөм майҙаны — 369,22 км² (буфер зонаһы 48,44 км²)[3].

Ҡурсаулыҡ климаты уртаса континенталь, диңгеҙгә хас. Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы — +4,9 °C. Һыуыҡ булмаған осорҙоң уртаса оҙайлығы — 143 көн. Вегетация осороноң дауамлылығы - 175 көн. Ҡурсаулыҡ территорияһында — Чуд (Поддор районы), Домшин (Холм районы) һәм Островисто (Холм районы)[4].

Тарихы һәм маҡсаттары

үҙгәртергә

1994 йылда Полисть һәм Ловать йылғалары һыу айырғысында көньяҡ тайганың сфагнум һаҙлығы массивын һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында Рдея һәм Полисть ҡурсаулыҡтары (Псков өлкәһендә) булдырыла.

Рдей ҡурсаулығының маҡсаттары[5]:

 
Ҡурсаулыҡтағы Тупиченка йылғаһы
  1. биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм һаҡланыусы тәбиғи комплекстарҙы һәм объекттарҙы тәбиғи хәлдә тотоу маҡсатында тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау;
  2. ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу һәм үткәреү, шул иҫәптән тәбиғәт йылъяҙмаһын алып барыу;
  3. тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү;
  4. экологик белем биреү;
  5. иҡтисади һәм башҡа объекттарҙың урынлашыу схемалары һәм проекттарының дәүләт экологик экспертизаһында ҡатнашыу;
  6. тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә ғилми кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам;
  7. ҡурсаулыҡ биосфера полигоны территорияһында тирә-яҡ мөхитте юҡҡа сығармаған һәм биологик ресурстарға зыян килтермәгән рациональ идара итеү ысулдарын тикшереү һәм индереү.

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡоштарҙың 122 төрө теркәлгән[6]. Улар араһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һирәк төрҙәрҙән кәлмәргән, бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, ҡара ҡауҙы, Европа ҡағарағы бар.

Ҡурсаулыҡ фаунаһында һөтимәрҙәрҙең 38 төрө йәшәй[7]. Мәҫәлән, үрғуян, ҡондоҙ, һыу көшөлө, ерән көшөл, туғырлама.

Һөйрәлеүселәрҙең һәм ер-һыу хайуандарының 6, балыҡтарҙың 9 төрө бар.

Уның территорияһында юғары ҡан тамырҙары үҫемлектәренең 370-кә яҡын төрө осрай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В официальных документах: Государственный природный заповедник «Рдейский».
  2. Постановление Правительства Российской Федерации от 25.05.1994 № 526. Дата обращения: 17 июль 2012. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  3. Официальный сайт
  4. Лист карты O-36-98 лесоучасток Сопки. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1988 г.
  5. Приказ МПР РФ от 17.02.2004 N 153 Об утверждении Положения о федеральном государственном учреждении "Государственный природный заповедник «Рдейский»(недоступная ссылка)
  6. Зуева Н. В. 2013. Птицы Рдейского заповедника (аннотированный список) // Труды государственного природного заповедника «Рдейский». — Великий Новгород, — Вып. 2. — С. 46-68.
  7. Завьялова Л. Ф., Завьялов Н. А. 2013. Фауна млекопитающих Рдейского заповедника и его охранной зоны // Труды государственного природного заповедника «Рдейский». — Великий Новгород, — Вып. 2. — С.18-45.

Һылтанмалар

үҙгәртергә