Распопова Ольга Владимировна

Распопова Ольга Владимировна (27 декабрь 1978 йыл) — Рәсәй еңел атлеткаһы, уртаса дистанцияға йүгереү буйынса белгес. Рәсәй йыйылма командаһы өсөн еңел атлетика буйынса 2000 йылдарҙың беренсе яртыһында сығыш яһай, 800 метрға йүгереү буйынса Европа кубогы ярыштарында еңеүсе, милли әһәмиәттәге беренселектәрҙә чемпион һәм призер, Сиднейҙағы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Мәскәү һәм Новосибирск өлкәләре исеменән сығыш яһаған. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Распопова Ольга Владимировна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 27 декабрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (45 йәш)
Тыуған урыны Барабинск, Новосибирск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө еңел атлет
Масса 52 килограмм[2]
Спорт төрө Еңел атлетика
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2000[d]
Бейеклеге/буйы 176 сантиметр[2]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ольга Владимировна Распопова 1978 йылдың 27 декабрендә Новосибирск өлкәһенең Барабинск ҡалаһында тыуған. Дүртенсе синыфта уҡыған саҡта уҡ тренер Нагайцев Михаил Николаевичта спорт менән шөғөлләнә башлай. Башта бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикерә, әммә тиҙ арала йүгереүгә күсә. Һуңыраҡ Новосибирскиға күсеп килә, унда Новосибирск дәүләт педагогия университетын тамамлай[3]. Һуңынан Мәскәүҙә «Динамо» һәм ЦСК МЧС клубтарында тренерҙар А. Г. Бухашеев, С Плескач-Стыркина, Я И. Ельяновтар ҡулы аҫтында йүгереү менән шөғөлләнә.

Бөтә Рәсәй кимәлендәге беренсе ҙур уңышына 2000 йылдың миҙгелендә ирешә, Тула ҡалаһында үткән Рәсәй чемпионатында 800 метрға йүгереүҙә көмөш миҙал яулап, финишта бары тик Наталья Цыганованан ғына ҡалыша. Чемпионат һөҙөмтәһе буйынса Сиднейҙағы Йәйге Олимпия уйындарында ил намыҫын яҡлау хоҡуғына эйә була — алдан һайлап алыу ярышы этабында 2:01,95 һөҙөмтәһен күрһәтә һәм ярымфинал стадияһын үтә алмай ҡала[4][5].

Сиднейҙағы Олмипия уйындарынан һуң Распопова Рәсәй милли йыйылма командаһы составында тағын да бер олимпия циклында ҡала һәм эре халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Мәҫәлән, ул Чебоксарҙа үткән Рәсәй чемпионатында 800 метр дисциплинала еңеү яулай һәм Мюнхенда үткән Европа чемпионатында ярымфиналға барып етә.

2004 йылдағы «Русская зима» ярыштарында 1000 метрға йүгереүҙә европа рекордын ҡуя — 2:34,68[6]. 800 метрға йүгереүҙә Лейпцигтағы япма стадионда Европа кубогы ярыштарында рекорд ҡуя — 2:00,41, шундай уҡ ярышта Будапешта алтынсы урында була. Ошо уҡ миҙгелдә Быдгошта үткән йәйге Европа Кубогында еңеүсе була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Olga Raspopova // https://worldathletics.org/athletes/-/14299050
  2. 2,0 2,1 Olympedia (ингл.) — 2006.
  3. Распопова Ольга Владимировна. Спортивная Россия. Дата обращения: 28 март 2020.
  4. Ольга Распопова (инг.) — страница на сайте Международного олимпийского комитета
  5. Ольга Распопова — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  6. Установлен мировой рекорд в беге на 600 метров. РИА Новости (1 февраль 2004). Дата обращения: 28 март 2020.