Шәғәлиев Рамаҙан Нурғәли улы

(Рамаҙан Шәғәлиев битенән йүнәлтелде)

Шәғәлиев Рамаҙан Нурғәли улы (1 февраль 1935 йыл — 20 февраль 2010 йыл) — башҡорт шағиры, музыкант. 1959—1995 йылдарҙа Силәбе ҡалаһының хәҙерге «Мечел» мәҙәниәт һәм техника һарайының «Айгөл» татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы, 1962—2007 йылдарҙа Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987). Аҡмулла исемендәге (2002), Ҡадир Даян исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының почётлы гражданы.

Шәғәлиев Рамаҙан Нурғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Мөслим, Ҡоншаҡ районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 февраль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рамаҙан Нурғәли улы Шәғәлиев 1935 йылдың 1 февралендә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Мөслим ауылында икмәк бешереүсенең күп балалы ғаиләһендә тыуа. Рамаҙан алты бала араһында өсөнсө була. Олатаһы Хәлил малайҙы скрипкала уйнарға өйрәтә.

Урта мәктәпте тамамлағас, Рамаҙан Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһында уҡый, әммә аҡса етмәү сәбәпле, дәрестәрен ҡалдырып, Силәбеләге Силәбе машиналар эшләү заводына ФЗУ-ға уҡырға инә. Крансы булып эшләй. Беренсе эш хаҡына уҡ баян һатып ала, артабан бер ҡасан да унан айырылмай.

1959 йылда Силәбе киске музыка мәктәбен тамамлап, шул уҡ йылды «Мечел» акционерҙар йәмғиәтенең мәҙәниәт йортонда башҡорт театры ойоштора (хәҙер — «Айгөл» йыр һәм бейеү ансамбле). 1975 йылда «Айгөл» йыр һәм бейеү ансамбленә менән «Халыҡ ансамбле» тигән маҡтаулы исем бирелә.

1958 йылда гәзит һәм журналдарҙа баҫыла башлай, Өфө һәм Силәбенең шиғри йыйынтыҡтарында һәм альманахтарҙа сыға. 19622007 йылдарҙа Силәбеләге өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе була. «Откровенно говоря» тип аталған беренсе шиғырҙар йыйынтығы 1973 йылда рус теленә тәржемә ителеп баҫылып сыға.

Китаптары

үҙгәртергә

... Пусть отступлюсь я невзначай,
Ты накажи меня сурово,
Лишь с Родиной не разлучай
И не лишай родного слова!

Һөйгәнемдән айырһаң, айыр әйҙә,
Ҡанатымды ҡайырһаң, ҡайыр әйҙә.
Тик айырма мине тыуған илемдән,
Мәхрүм итә күрмә туған телемдән.

Рамаҙан Шәғәлиев.
  • Күңелле тау. Балалар өсөн шиғырҙар китабы: (Силәбе, 1991),
  • Йәнлектәрҙең бишек йырҙары (Өфө, 1993)
  • Откровенно говоря: Стихи. Челябинск, ЮУКИ, 1973 — 96 с., 5 000 экз.;
  • Твоя черемуха: Стихи. Челябинск, ЮУКИ, 1979. — 72 с., 5 000 экз.;
  • Безымянные звезды: Стихи. Уфа, 1981;
  • Йәнлектәрҙең бишек йырҙары: шиғырҙар. Өфө, 1983;
  • Страна озер: Стихи. Уфа, 1994;
  • Короче говоря: Стихи. Уфа, 1998.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
  • Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2002)
  • Ҡоншаҡ районының почётлы гражданы[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Әлибай С. Моңло егет //Ағиҙел, 1995, № 2;
  • Урал литературный библиографический справочник. Челябинск, 1988.
  • Рамазанов Г. Пятиголосье // Лит. Россия. 1970. 20 мая;
  • Валеев Р. О сокровенном // ВЧ. 1973. 21 июня.

Һылтанмалар

үҙгәртергә