Разин Альберт Алексеевич
Альберт Алексеевич Разин (12 июнь 1940 йыл — 10 сентябрь 2019 йыл[2], Ижевск, Рәсәй) — СССР, Рәсәй һәм Удмурт Республикаһының йәмәғәт һәм дин эшмәкәре[3][4][5]. Удмурт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты, доцент. Удмуртстан Ғалимдары союзында эшләй.
Разин Альберт Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 июнь 1940 |
Тыуған урыны | Кузюмово[d], Алнашский район[d], Удмурт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 10 сентябрь 2019[1] (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Ижевск, Рәсәй |
Үлем төрө | Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу |
Үлем сәбәбе | самосожжение[d] |
Һөнәр төрө | этнограф, социолог, фәлсәфәсе, активист, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | фәлсәфә |
Эш урыны | Удмурт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Удмурт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре кандидаты[d] |
2019 йылдың 10 сентябрендә Удмурт Республикаһы парламенты бинаһы алдында Рәсәйҙәге тел сәйәсәтенә — удмурт телен йөрөтөүселәрҙең һаны кәмеүенә килтерәсәк милли телдәрҙе ирекле уҡыу тураһындағы закон проектына ҡаршы булып, үҙ-үҙен яндыра .
Биографияһы
үҙгәртергә1940 йылдың 12 июнендә Удмуртстандың Алнаш районы Кузюм ауылында тыуа. Игеҙәк туғаны — Рево Алексеевич Разин. Әсәһе Ирина Ивановна Разина 1989 йылда вафат була. 1962 йылда «химия һәм биология уҡытыусыһы» һөнәре буйынса Удмурт дәүләт педагогия институтын таммалай. Удмурт дәүләт университетының (УдДУ) милли мөнәсәбәттәр лабораторияһын ойоштороусыларҙың береһе. 1996 йылда икенсе никахҡа инә. Ҡатыны — Юлия Разина (1966 йылдың 11 июнендә тыуған), яҙыусы һәм шағир[6], филология фәндәре кандидаты[7]. Үгәй ҡыҙы Софи Разина (1991 йылғы). Философия фәндәре кандидаты, диссертация темаһы — «Ауыл хеҙмәтсәненең шәхесе формалашыуы проблемалары». Доцент.
Йәмәғәт һәм дини эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1990 йылдар башынан Разин удмурт неомәжүсилек хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре булып китә, изге урмандарҙа табыныу ойоштора һәм ҡатнаша, үҙен «боронғо туно йолаһы шаманы» тип атай. Ижевскиҙың Козье паркында хайуандарҙы ҡорбан килтереп, удмурт мәжүсилек йолаларын тергеҙә, неомәжүсилекте пропагандалау өсөн «Дэмэн» удмурт мәҙәниәте йәмғиәтен ойоштора. Удмурттарҙы мәжүсилек лине тамырҙарына ҡайтырға саҡыра. Разин «Удмурт Кенеш» удмурт хәрәкәте активисы була, балаларҙың мәктәптә удмурт телен мотлаҡ уҡыуы өсөн сығыш яһай һәм Дәүләт Советына «Удмурт этносы юҡҡа сыға» тип аталған мөрәжәғәт әҙерләй, удмурт телен йөрөтөүселәр һанын кәметеүгә килтерәсәк милли телдәрҙе ирекле уҡытыу тураһындағы закон проектын ҡабул итеүгә ҡаршы булырға өндәй[8]. Разин, милли телде һәм милли мәҙәниәтте юғалтыу дөйөм социологик мәғәнәлә регресс булып тора, «эрозияға, социаль бәйләнештәрҙең ябайлаштырылыуына, мәҙәниәттең тарҡалыуына, кешенең деградацияланыуына килтерә», тип раҫлай[9]. Рәсәй халыҡтарының ассимиляцияланыуына ҡаршы сығыш яһай, уларҙың әҙәби рус телендә түгел, «ябай канцелярия телендә» һөйләшәсәгенә хәүефләнә[10]. Удмурттарҙы Арҡайымды төҙөүсе, хтта Геродот тарафынан аримасп тип аталған «арий ҡәбиләләре вариҫтары» тип иҫәпләй[11]. Удмурттарҙың барлыҡҡа килеүен зороастризмға нигеҙ һалыусы ҡанбаба Заратуштраға һәм татар шағиры Ғабдулла Туҡайға, шулай уҡ удмурттарҙың ата-бабаларының «үҙенсәлекле цивилизация тыуҙырыуы», ерҙәргә эйә булыуы, малсылыҡ, металл эшкәртеү менән шөғөлләнеүе, «Ҡытай, Һиндостан, Персия» менән сауҙа итеүе менән бәйләй[12].
Үҙен яндырыуы
үҙгәртергә2019 йылдың 10 сентябрендә Ижевскиҙа Альберт Разин Рәсәйҙең тел сәйәсәтенә ҡаршы булып, Удмурт Республикаһының Дәүләт Советы бинаһы алдында үҙен яндыра. Ул ҡулына Дағстан шағиры Рәсүл Ғамзатов шиғырынан алынған: «Иртәгәнән телем юҡҡа сыҡһа, мин бөгөндән әҙер үлергә», — тигән юлдар яҙылған плакат тотоп тора. Альберт Разиндың тәне 100 процент бешә, ул ауыл хәлдә дауаханаға оҙатыла һәм бер нисә сәғәттән һуң вафат була.
Наградалары һәм исемдәре
үҙгәртергә- Удмурт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Трокай Борисов исемендәге премия лауреаты
- Алнаш районының почетлы гражданы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Алексей Гирнык
- Муса Мамут
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.rbc.ru/rbcfreenews/5d77a38c9a7947375024693d
- ↑ Совершивший попытку самосожжения в Ижевске ученый умер в больнице
- ↑ Бунт языческого Разина (рус.)
- ↑ В РФ, в день выборов сжег себя выдающийся деятель Удмуртии Альберт Разин (рус.)
- ↑ Участник пикета у Госсовета УР рассказал об обстоятельствах суицида Альберта Разина (рус.)
- ↑ Юлия Николаевна Разина 2019 йыл 24 сентябрь архивланған. (рус.)
- ↑ Поздравляем с защитой кандидатской диссертации 2019 йыл 2 сентябрь архивланған. (рус.)
- ↑ Ижевский учёный Альберт Разин совершил самосожжение (рус.)
- ↑ Обращение А. А. Разина к депутатам Госсовета Удмуртской республики, 20 августа 2019 г. C. 1.
- ↑ Там же. C. 2.
- ↑ Разин А. А. Удмурты — потомки создателей древней цивилизации 2019 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Восстание Разина (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Альберт Разин: «Удмуртский этнос исчезает на глазах» (рус.)
- Удмуртский ученый поджег себя перед зданием Госсовета в Ижевске.
- «Умру за язык»: в Удмуртии ученый Разин сжег себя перед Госсоветом.
- Альберт Разин: биография учёного, устроившего акт самосожжения у здания Госсовета УР
- Ижевский учёный Альберт Разин совершил самосожжение