Равкина Прасковья Ивановна
Прасковья (Полина) Ивановна Равкина (эрзя Прасковья (Полина) Ивановна Равкина; 12 апрель 1923 йыл — 13 сентябрь 2023 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, тыл ветераны, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).
Равкина Прасковья Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 апрель 1923 |
Тыуған урыны | Батушево[d], Атяшевское сельское поселение[d], Атяшевский район[d] |
Вафат булған көнө | 13 сентябрь 2023 (100 йәш) |
Һөнәр төрө | агроном |
Уҡыу йорто | Нижегородская государственная сельскохозяйственная академия[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәПрасковья Ивановна Равкина 1923 йылдың 12 апрелендә Сембер губернаһының Ардатовский өйәҙе Батушево ауылында (хәҙер Мордовия Республикаһының Атяшево районы) тыуған[1][2][3][4]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, шул уҡ көндә тыуған, ә инде 1925 йылда тыуған[5][6]. Паспорт буйынса Прасковья булһа ла, ҡыҙҙар араһында Полина булараҡ билдәле була, һәм артабан үҙен шулай итеп атай[7][8][9].
Милләте буйынса — эрзәндәрҙән мордва[10]. Ярлы крәҫтиән ғаиләһенән, Прасковьяның уҡый-яҙа белмәгән әсәһе яңғыҙ дүрт бала тәрбиәләй[11][10][12][13]. Кесе йәштән эшләй башлай, әсәһенә йортта һәм баҫыуҙа ярҙам итә, йорт хайуандарын ҡараша. 1943 йылда һуғыш ваҡытында урта ете мәктәпте тамамлай, Батушево ауыл советына секретарь булып эшкә урынлаша. 1944 йылда иҫәпсе һәм «Октябрҙең 13 йыллығы» колхозында хисапсы ярҙамсыһы булып эшләй[14][15][16].
1946 йылда баҫыусылыҡта эшләй. Комсосмол ойошмаһы секретары булараҡ 8 кешенән торған баҫыусылыҡ звеноһын етәкләй, звеноға бер нисә гектар арыш, бойҙай, һоло һәм етен беркетелә[17][16][18]. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығында булған ҡыйынлыҡтар, өҫтәүенә 1946 йылда көтөлмәгән ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан Равкинаның эште яҡшы ойоштороуы һәм алдынғы агротехника ҡулланыуы арҡаһында, уның звеноһы үҙенә беркетелгән 10 гектар майҙанда 1947 йылда һәр гектарҙан 210 бот ужым арышы йыйып ала, шуның өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ә уның дуҫ ҡыҙҙары — «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалына лайыҡ була[15][12].
Етенселеккә иғтибарын биреп, 1948 йылда Равкинаның звеноһы тағы ҙур һөҙөмтәләргә ирешә, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, 3,1 гектар майҙанда сүс уртаса 7 центнер сүс уңышы һәм 12 центнер центнер йыйып тапшыра, бындай продукция тапшырыу һөҙөмтәһендә колхоз кассаһына 75 мең һумдан ашыу аҡса инә[10][15][17][12]. Колхоздың бөтә төр ауыл хужалығы продукттарын дәүләткә һатыу буйынса етен сүсе һәм орлоҡтан юғары уңыш алғаны, 1949 йылғы яҙғы сәсеү өсөн бөтә культураларҙың орлоғо менән тәьмин иткәне өсөн звено башлығы Равкинаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Звеноның ҡалған һигеҙ ҡыҙы Ленин ордены, ә колхоз рәйесе И. И. Видяев — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[18].
Мордовияла Равкина был юғары наградаға лайыҡ булған беренсе комсомолка була[19][15]. Уға ошо ваҡытта 26 йәш була[20][21]. Кремлдә түгел, ә туранан-тура баҫыуҙа, эш кейемендә һәм барабанда тирләп-бешеп иген елгәреп торған сағында бүләкте тапшыралар[17][16]. Икенсе Герой — комосмолка М. Горохова була[22][23]. Мородовия АССР-ының ауыл хужалығынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройҙары О.А. Стеняхина һәм уның бригадиры П.Ф. Анисимов була.[24][25][26][27]. Атяшевский районындва барлығы 9 кеше был исемгә лайыҡ була[28].
Республика Почет таҡтаһына индерелгән Равкинаның звеноһы тураһында, 1949 йылда документаль фильм төшөрөлә, ә бер аҙҙан уныңтыуған колхозы миллионер булып китә. Равкинаға мордва яҙыусыһы А.А.Соболевский «Звеньевая» очеркын арнай[14][29]. Кремлдә И.В.Сталиндың тыуыуына 70-йыллыҡты байрам итеүҙә ҡатнаша[13]. Мородовия АССР-ы Юғары Советының депутаты итеп һайлана (1959), ВЛКСМ-дың XI съезы (1949), КПСС-тың XIX (1952) һәм XXI (1959) съездары делегаты итеп һайлана[30][31][32][33]
Яҡшы эш күрһәткестәренә ҡарамаҫтан һәм ҡабаттан исем биреү тураһында документ әҙерләү тирәһендәге имеш-мимештәр арҡаһында, Равкина баҫыуҙан китергә һәм агрономия һөнәре буйынса белем алырға ҡарар итә[17][12][21]. 1950-1953 йылдарҙа колхоз етәксе кадрҙарын әҙерләү буйынса Саранский мәктәбендә уҡый, унда Сталин стипендиаты була, ә 1958 йылда Горький ауыл хужалығы институтын тамамлай[14][10][15]. Уҡыу осоронда синыфташы— һуғыш инвалидына кейәүгә сыға, ҡыҙҙары Светлана тыуа, әммә ире йыш ҡына эсә, бер ҡайҙа ла эшләмәй һәм бала бала тәрбиәләшеүҙә ҡатнашмай[12]
Институтты тамамлағандан һуң «Сараст» (1958—1960 йылдарҙа) совхозында баш агроном, Ленин исемендәге колхоз (1960—1961 йй.) рәйесе, үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса Атяшево район ауыл хужалығы идаралығында баш агроном (1961—1970 йй.) вазифаларын биләй)[14][10][15][12][17]. Туған колхозында рәйес булып (элекке Октябргә 13 йыл), элекке етәкселек тарафынан бөлгөнлөккә төшкән колхозды элекке етештереү темптарына сығара.
1967 йылда киң инфаркт кисерә, Боткин исемендәге дауаханала оҙаҡ реабилитация үтә[12]. 1970 йылдар башында, эскән ирен ҡалдырып, ғаилә торошо буйынса Сахалин өлкәһенә күсеп китә, бында 1974—1979 йылдарҙа «Невельский» совхозының баш агрономы, район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, Невельск ҡала башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары булып эшләй[10]. Планды 78 тоннаға арттырып үтәп һәм 250 тонна йәшелсә продукцияһы йыйып, артта ҡалған хужалыҡты алға сығара[17][21]. Был юғары ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Ауыл хужалығы министры Л. Я Флорентьев ҡулынан күсмә Ҡыҙыл Байраҡ ала[12][21].
Сахалинда эшләгәндән һуң Мәскәү өлкәһенең Ленин районына күсеп китә, йыл самаһы «Валуево» шифаханаһында эшләп, кисерелгән инсульттан һуң һаулығы буйынса пенсияға сыға[12][10][16]. 1990 йылдар аҙағында күреү һәләте насарая, өс операция кисерә. 3-сө төркөм инвалиды[12].[34]
Әлеге ваҡытта Мәскәүҙең Новомосковский административ округы Мәскәү ҡасабаһында йәшәй[17][10]. Ҡыҙы, кейәүе, ейәндәре[12][16] менән бергә йәшәй. Көн һайын ике сәғәт йәйәүләп йөрөй һәм 60 тапҡыр урҙала тартыла. 2018 йылда үҙенең 95 йәшлек юбилейы билдәләй, Рәсәй Президенты В. Путиндан бүләк ала[35][21].
Наградалары
үҙгәртергә- Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы (СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 9 июлендәге указы)[25][10].
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948)[17].
- Бер нисә миҙал[10][36], шул иҫәптән «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы (2009)[37][38].
Хәтер
үҙгәртергә2004 йылда Равкинаның бюсы Атяшево ҡасабаһының Дан аллеяһында ҡуйыла[39][40][41]. 2013 йылдан Батушево ауылында Равкина призына ирекле көрәш буйынса ярыштар үтә[42][43].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тимур Каримов.Равкина Прасковья Ивановна. Герои страны.Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ В. А. Шурыгина.Золотая нить ее жизни. Мордовский республиканский объединённый краеведческий музей имени И. Д. Воронина(9 апреля 2010).Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Равкина Прасковья Ивановна. Герои Социалистического Труда. Администрация Ленинского муниципального района Московской области.Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ В Мемориальном музее военного и трудового подвига 1941—1945 гг. в преддверии 70-летия Победы и в рамках проекта «Люди долга и чести» состоится Вечер памяти и откроется выставка «Подвигу забвенья нет». Официальный сайт Администрации городского округа Саранск(27 апреля 2015).Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Тимур Каримов.Равкина Прасковья Ивановна.Герои страны.Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ В. А. Шурыгина.Золотая нить ее жизни.Мордовский республиканский объединённый краеведческий музей имени И. Д. Воронина(9 апреля 2010).Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Г. Кажаева.Полина Равкина: «Я скучаю по родине». Газета «Вперёд» Атяшевского района(13 апреля 2015).Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Ольга Платонова.Уроженка Мордовии, Герой соцтруда Прасковья Равкина: «У меня детства совсем не было». Газета «Столица С»(7 мая 2015).Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Фотина Песковская.Последняя из могикан.Газета «Новые округа» Троицкого и Новомосковского административных округов(28 мая 2015).Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 Тимур Каримов. Равкина Прасковья Ивановна . Герои страны. Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Ганчин, 2004, с. 222
- ↑ 12,00 12,01 12,02 12,03 12,04 12,05 12,06 12,07 12,08 12,09 12,10 Ольга Платонова. Уроженка Мордовии, Герой соцтруда Прасковья Равкина: «У меня детства совсем не было» . Газета «Столица С» (7 май 2015). Дата обращения: 7 май 2019. 2019 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 Галина Шергова. Сказ о мордовской земле // Журнал «Огонёк». — Москва : Издательство «Правда», 29 января 1950. — № 5 (1182). — С. 6—7. — 32 с.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 Ганчин, 2004
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 В. А. Шурыгина. Золотая нить ее жизни . Мордовский республиканский объединённый краеведческий музей имени И. Д. Воронина (9 апрель 2010). Дата обращения: 7 май 2019.(недоступная ссылка)
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 Г. Кажаева. Полина Равкина: «Я скучаю по родине» . Газета «Вперёд» Атяшевского района (13 апрель 2015). Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 17,6 17,7 Фотина Песковская. Последняя из могикан . Газета «Новые округа» Троицкого и Новомосковского административных округов (28 май 2015). Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ 18,0 18,1 Валентин Пиняев. Рекорды по выращиванию конопли ставила в Мордовии Полина Равкина . Известия Мордовии (9 апрель 2015). Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Равкина Прасковья Ивановна. Герои Социалистического Труда . Администрация Ленинского муниципального района Московской области. Дата обращения: 7 май 2019. 2019 йыл 15 июль архивланған.
- ↑ Ваш подвиг жив, неповторим и вечен! Проект «K26KM» (11 апрель 2015). Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ 21,0 21,1 21,2 21,3 21,4 Светлана Гаврилова. «Меня интересовали поля, а не медали». Герой Социалистического Труда Прасковья Равкина отметила 95-летний юбилей // Газета «Московский сегодня» поселения Московский в городе Москве. — Волоколамская типография, 20 апреля 2018. — № 10 (87). — С. 3. — 8 с.
- ↑ Корсаков et al., 1973
- ↑ Горохова Мария Михайловна . Герои страны. Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Лебедев et al., 1961
- ↑ 25,0 25,1 Ивашкин, 1984
- ↑ Стеняхина Ольга Алексеевна . Герои страны. Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Анисимов Пётр Фёдорович . Герои страны. Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ В Атяшевском районе Мордовии прошел турнир по вольной борьбе на призы Героя Соцтруда П. И. Равкиной . Известия Мордовии (16 ғинуар 2013). Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Кулебякина Е. А. Творчество А. Соболевского в контексте развития русскоязычной прозы Мордовии 1960-90-х годов. — Саранск: Мордовский государственный педагогический институт имени М. Е. Евсевьева, 2001. — С. 10. — 18 с.
- ↑ В Мемориальном музее военного и трудового подвига 1941—1945 гг. в преддверии 70-летия Победы и в рамках проекта «Люди долга и чести» состоится Вечер памяти и откроется выставка «Подвигу забвенья нет».Официальный сайт Администрации городского округа Саранск(27 апреля 2015).Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Тимур Каримов.Равкина Прасковья Ивановна. Герои страны. Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ В. А. Шурыгина.Золотая нить ее жизни. Мордовский республиканский объединённый краеведческий музей имени И. Д. Воронина(9 апреля 2010).Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Фотина Песковская.Последняя из могикан.Газета «Новые округа» Троицкого и Новомосковского административных округов(28 мая 2015).Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Жительница Московского отметила 95-летие . Администрация поселения Московский (7 декабрь 2018). Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Ветеран ВОВ из Московского отметила 95-летие . Администрация поселения Московский (12 апрель 2018). Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Марина Журавлёва. Славим героев Отечества! // Газета «Московский сегодня» поселения Московский в городе Москве. — Волоколамская типография, 15 декабря 2018. — № 43 (120). — С. 2. — 8 с.
- ↑ Награждённые юбилейной медалью «65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» Президент России (4 декабрь 2009). Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Марина Елисеева. Война в их памяти вечной… Газета «Красная Звезда» (5 декабрь 2009). Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Тимур Каримов. Равкина Прасковья Ивановна. Герои страны. Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Фотина Песковская. Последняя из могикан. Газета «Новые округа» Троицкого и Новомосковского административных округов (28 мая 2015). Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ Г. Кажаева. Полина Равкина: «Я скучаю по родине». Газета «Вперёд» Атяшевского района (13 апреля 2015). Дата обращения 7 мая 2019.
- ↑ «Борьба» в честь Полины Равкиной, Героя Социалистического Труда.
- ↑ Батыревцы на турнире по вольной борьбе. Портал Батыревского сельского поселения Батыревского района (12 ноября 2018). Дата обращения 7 мая 2019.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Внеочередной XXI съезд Коммунистической Партии Советского Союза. 27 января — 5 февраля 1959 года. Стенографический отчет.. — Москва: Государственное издательство политической литературы, 1959. — Т. II. — 598 с.
- Очерки истории Мордовской АССР / Лебедев В. И., Максаков В. В., Захаркина А. Е., Киселев А. Л., Климкина А. В., Котков К. А., Молин Н. Н. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1961. — Т. II (1917—1960 гг.). — 543 с.
- Корсаков И. М., Лопатова В. И., Сластухин Н. Н. Из истории комсомола Мордовии: документы и материалы, 1919—1970. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1973. — 302 с.
- Ивашкин С. С. Социалистическое сельское хозяйство Мордовской АССР (Сборник документов и материалов 1945—1980 гг.). — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1984. — 232 с.
- Ганчин В. Д. Равкина Прасковья Ивановна // Мордовия: энциклопедия: в 2 т. / Сухарев А. И. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 2004. — Т. 2: М — Я. — С. 222. — 699 с.