Рабаев Соломон Пинхасович

(Рабаев, Соломон Пинхасович битенән йүнәлтелде)

Рабаев Соломон Пинхасович (иисеменең икенсе варианты — Шелмунь) (1916 йыл — 1963 йыл) — совет виноград үҫтереүсе, Молотов исемендәге колхозда звено етәксеһе, Дербент, Дағстан АССР-ы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Рабаев Соломон Пинхасович
Зат ир-ат
Вафат булған көнө 1963

Биографияһы

үҙгәртергә

Соломон Пинхасович Рабаев 1916 йылда Мамрач ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа (бөгөн Магарамкент районындағы Совет ауылы). Һуңыраҡ ата-әсәһе менән Дербентҡа күсә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң Дағстан ҡайта, унда Молотов исемендәге колхозда эшләй башлай. Виноград үҫтереү менән шөғөлләнә. Звено башлығы итеп тәғәйенләнә.

Наградалары

үҙгәртергә

1948 йылда Сөләймән Рабаев звеноһы 3,7 гектар майҙандағы виноград баҡсаһынан гектарынан уртаса 195,1 центнер ала. 1948 йылда виноградлыҡтан юғары уңышын алғаны өсөн СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1949 йылдың 27 июлендә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә һәм Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалына лайыҡ була.

Шул уҡ колхоз<да шул уҡ указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған Авшолум Рабаев та эшләй.

Бер нисә тапҡыр урындағы совет депутаты итеп һайлана. Бөтә Союз ВДНХ күргәҙмәһендә ҡатнаша һәм көмөш миҙал тапшырыла.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, Дербент ҡалаһында йәшәй, унда 1963 йылда вафат була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә