Рогалёв Пётр Леонтьевич
Рогалёв Пётр Леонтьевич (13 август 1912 йыл — 5 март 1988 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре, полковник (1956). 1959—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Рогалёв Пётр Леонтьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 13 август 1912[1] |
Тыуған урыны | Сватовский район[d], Украина |
Вафат булған көнө | 5 март 1988 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | офицер |
Уҡыу йорто | М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәПётр Леонтьевич Рогалёв 1912 йылдың 13 авгусында Екатеринослав губернаһы Белоцерковка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
Ете синыфты тамамлай. Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда, Сватов район ҡулланыусылар союзының рәйесе булып эшләгән
Хәрби хеҙмәттә
үҙгәртергәҺуғышҡа тиклемге осор
үҙгәртергә1934 йылдың октябрь айында Ворошиловград өлкәһенең Сватов район хәрби комиссариаты тарафынан эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына саҡырыла.
1938 йылда команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай.
1939 йылдан ВКП(б.) ағзаһы
Бөйөк Ватан һуғышы
үҙгәртергә1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
1943 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия янындағы тиҙләтелгән курстарҙы тамамлай.
997-се уҡсылар полкы (263-сө уҡсылар дивизияһы, 51-се армия) подполковник Рогалев етәкселегендә 1944 йылдың 8 майында Севастполь янында дошман оборонаһын өҙә һәм «256,2» бейеклегенә СССР флагын ҡаҙай. Полктың уңышлы һөжүм итеүе дөйөм һөжүм итеү үҫешенә булышлыҡ итә, уның һөҙөмтәһендә Кайтаны һәм Инкерман (хәҙер Белокаменск) ауылдары азат ителә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта полк менән уңышлы етәкселек иткәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн подполковник Рогалев Петр Леонтьевичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6275) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Һуғыштан һуңғы карьераһы
үҙгәртергә1956 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай
1959 йылдан 1963 йылға тиклем РогалевБашҡорт АССР-ының хәрби комиссары вазифаһында эшләй.
БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайланған (5, 6 саҡырылыш).
1964 йылдан полковник Рогалев Петр Леонтьевич отставкаға китә. Өфөлә йәшәй, 1988 йылдың март айында вафат була. Көньяҡ зыяратта ерләнгән.
Бүләктәре
үҙгәртергә- «Алтын Йондоҙ» миҙалы;
- ике Ленин ордены;
- дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- 3-сө дәрәжә Суворов ордены
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- миҙалдар;
- сит ил ордены.
Һылтанмалар
үҙгәртергәРогалёв Пётр Леонтьевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Рогалёв Пётр Леонтьевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2019)