Бобылёв Пётр Миронович
Бобылёв Пётр Миронович (6 март 1950 йыл — 2 апрель 2021 йыл) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт контроль комитеты, 2003—2008 йылдарҙа — Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе. Башҡортостандың 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советының халыҡ депутаты[2] һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш (1995—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2005), Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (2010)
Бобылёв Пётр Миронович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 март 1950[1] |
Тыуған урыны | Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 2 апрель 2021[1] (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө[1] |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, инженер-механик, дәүләт хеҙмәткәре |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәПётр Миронович Бобылёв 1950 йылдың 6 мартында Ырымбур өлкәһенең Липовка ҡасабаһында тыуған.
1967 йылда урта мәктәпте, 1972 йылда «физика һәм математика уҡытыусыһы» һөнәре буйынса Бөрө дәүләт педагогия институтының[3] физика-математика факультетын тамамлай.
Юғары белем алғандан һуң йүнәлтмә менән Күмертау ҡалаһына ебәрелә, ундағы 9-сы һәм 1-се урта мәктәптәрҙә физиканан уҡыта.
1972 йылдың ноябренән 1973 йылдың декабренә тиклем СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Күмертау ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй.
1974 йылдың сентябрендә КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының пропаганда бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1980 йылға тиклем башҡара.
Артабан 1980—1984 йылдарҙа Күмертау ҡала Советы башҡарма комитетының торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы етәксеһе, 1984 йылдан — Күмертау ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1988—1992 йылдарҙа ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1994 йылдарҙа Күмертау ҡала хакимиәте башлығы була[4].
1983 йылда ситтән тороп «инженер-механик» һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай[5]. 1994 йылдың майында Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Пётр Бобылёвты яңы ойошторолған Дәүләт контроль комитеты рәйесе итеп тәғәйенләй[6].
2003 йылдың 11 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Пётр Бобылёвты Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына 2002 йылдың декабрендә индерелгән үҙгәрештәр нигеҙендә ойошторолған Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп биш йылға тәғәйенләй[6].
2010 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт аҡсаларын һөҙөмтәле ҡулланыуға йәмәғәт контроле буйынса Совет етәксеһе була.
Пётр Миронович Бобылёв 2021 йылдың 2 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе
- Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ БАССР-ҙың_12-се_саҡырылыш_Юғары_Советы_депутаттары_исемлеге(недоступная ссылка)
- ↑ Хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
- ↑ Башкортостан 2007. Кто есть кто? Информационый справочник. Бобылёв Пётр Миронович. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2020)
- ↑ Проект УГАТУ Годы и люди(недоступная ссылка)
- ↑ 6,0 6,1 Историческая справка об органе государственного финансового контроля Республики Башкортостан. Ассоциация контрольно-счетных органов РФ. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2020)
- ↑ В Уфе скончался бывший руководитель КСП Башкирии Петр Бобылёв. ИА «Башинформ», 2 апреля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Проект УГАТУ. «Годы и люди»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2020)
- Бобылев Петр Миронович – биография. 28 июля 2019 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2020)
- Глас народа. Петр Бобылев мог бы стать новым премьером. Уфимский Набат РБ - Электронная общественно-политическая газета Республики Башкортостан 2020 йыл 30 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2020)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башкортостан 2007. Кто есть кто? Информационый справочник. Издание 9-е, исправленное и дополненное. — Уфа: Торгово-промышленная палата Республики Башкортостан, 2007, — 336с., ил. ISBN 978-5-902279-41-9 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2020)