Пулково эше
«Пулково эше» (1936—1937) — НКВД тарафынан совет ғалимдарына ҡаршы асылған енәйәт эше. Ҡулға алынғандар 1932 йылда Германия разведка органдары инициативаһы менән барлыҡҡа килгән һәм Совет власын ҡолатыуҙы һәм СССP территорияһында фашистик диктатураһын урынлаштырыуҙы үҙ маҡсаты итеп ҡуйған фашистик Троцкий-Зиновьев террористик ойошмаһында ҡатнашыуҙа ғәйепләнәләр[1]. Зыян күреүселәрҙең теүәл һаны билдәһеҙ, «Пулково эше» исеме һуңғараҡ барлыҡҡа килә һәм эш материалдарында телгә алынмай. Пулково обсерваторияһының ғына хеҙмәткәрҙәре түгел, башҡа ғилми ойошмаларҙан да астрономдар, геологтар, геофизиктар, геодезистар, Ленинград, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙың бер нисә ғилми һәм уҡыу йорттары математиктары ла ҡулға алына, әммә 1936 йылдың көҙөндә беренсе ҡулға алыныусыларҙың ҙур төркөмө («Ежовщина» башында) Пулково астрономдары араһында үткәрелгәнгә күрә, эшкә Пулково исеме бирелгән, тип аңлап була.
Пулково эше |
Процесс тарихы
үҙгәртергә1934 йылда совет һәм донъя астрономик фәне 1936 йылдың 19 июнендәге буласаҡ башлыса СССР территорияһында күҙәтелергә тейеш булған ҡояш тотолоуына әҙерләнә. Пулково обсерваторияһы директоры Б. П. Герасимовичтың ошо ваҡиғаға бәйле сит ил контакттары киңәйеүе НКВД иғтибарынан ситтә ҡалмай[2]һәм Ленинград ғилми-техник интеллигенцияһы араһында «контрреволюцион ҡоротҡос ойошмаһының» тикшереүе башлана.
1936 йылдың йәйендә Ленинград матбуғатында Пулково обсерваторияһындағы «ғәҙәти булмаған хәлде» шелтәләгән һәм астрономдарҙы «сит ил алдында ярамһаҡланыуҙа» (хеҙмәттәрен башлыса көнбайыш журналдарында нәшер итеү, «тәнҡитте ҡыҫыу») ғәйепләгән бер нисә мәҡәлә донъя күрә[3]
Шул уҡ 1936 йылдың йәйендә Алтайҙағы Зыряновск ҡалаһында геофизик, ЦНИГРИ хеҙмәткәре Ю. Н. Лепешинский ҡулға алына, артабан ошо ҡулға алыу тотош бер серияға нигеҙ һала[2]. 1936 йылдың авгусында Пулково обсерваторияһы директоры урынбаҫары Б. И. Шигин ҡулға алына. Һуңынан, 1936 йылдың ноябренән 1937 йылдың сентябренә тиклем, Пулково обсерваторияһынан 13 астроном һәм уларҙың ҡатындары, шул иҫәптән обсерватория директоры Герасимович, ҡулға алына. Эште тикшереү НКВД-ның билдәле сценарийы буйынса бара: ҡулға алынғандарға ҡарата ҡулланылған физик көсләү ысулдары арҡаһында улар үҙ өҫтөнә генә түгел, коллегалары өҫтөнән дә һөйләйҙәр. Ҡайһы бер баһалауҙарға ярашлы, әлеге эш буйынса барыһы йөҙҙән ашыу кеше ҡулға алына, шул иҫәптән ЛДУ профессоры, СССР-ҙың Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты В. А. Фок, ЛДУ профессоры В. К. Фредерикс, башҡа билдәле ғалимдар (яҡынса 30 астроном), йәғни СССР-ҙа әүҙем эшләгән астрономдарҙың дөйөм һанынан яҡынса 10—20 проценты.
НКВД версияһы буйынса[2], «контрреволюцион үҙәк» 1932 йылдың март айында Свердловскиҙа геофизик конференцияһы барышында барлыҡҡа килә. «Үҙәккә», йәнәһе, 1929 йылдан уҡ «контрреволюцион төркөмөн» булдырған Астрономия институты директоры Б. В. Нумеров етәкселек итә. Тикшереү версияһы буйынса, ойошманың үҙәге — Ленинградта, уның филиалдары Мәскәү, Киев, Харьков, Днепропетровск, Новосибирск ҡалаларында һәм башҡа ҡалаларҙа була. 1933 йылда «үҙәк», йәнәһе, Ленинградтағы Троцкий-Зиновьев ойошмаһы менән бәйләнеш булдырған. Ойошманың директиваһы буйынса ВКП(б) һәм совет хөкүмәтенә ҡаршы террористик акттар әҙерләү башлана. 1933—1936 йылдарҙа үткәрелгән ойошма ултырыштарында уның ағзалары, йәнәһе, Сталинға ҡаршы террор кәрәклеге тураһындағы фекергә килә, ә 1936 йылдың февралендәге аҙаҡҡы ултырышта ошондай актты әҙерләү буйынса ҡарар ҡабул ителә. «Заговорҙа» ҡатнашыусылар шулай уҡ ҡоротҡослоҡта (ҡояш тотолоуҙы күҙәтеүҙә саботаж, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын йәшереү һәм башҡалар) ғәйепләнәләр.
1937 йылдың 20 майынан 26 майына тиклем Ленинградта СССР Юғары Суды хәрби коллегияһының күсмә сессияһында «Пулково эше» буйынса йәлеп ителгәндәрҙең эштәре ҡарала. Хөкөм ителеүселәргә ҡаршы РСФСР Енәйәт Кодексы 58-се статьяһының 6, 7, 8, 10 һәм 11-се пункттары буйынса (шпионаж, ҡоротҡослоҡ, террор, советтарға ҡаршы агитация) ғәйеп тағыла. Ғәйепләнеүселәрҙең бер төркөмө (П. М. Каратыгин, П. П. Кузнецов, С. К. Гирин, А. П. Константинов, М. А. Балдин, Ю. Н. Лепешинский) — атып үлтереүгә, ҡалғандары мөлкәттәрен тартып алыу һәм хоҡуҡтан мәхрүм итеү менән холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарына 5 йылға һәм башҡа сроктарға хөкөм ителәләр.
«Пулково эше» менән бәйле ҡулға алыуҙар ғәйепләнеүселәрҙең төп төркөмө суды үткәндән һуң да дауам итә. Атап әйткәндә, 1937 йылдың көҙөндә хөкөм ителгәндәрҙең ҡатындары ҡулға алына һәм репрессияланғандарҙың ғаилә ағзалары булараҡ (ЧСИР) төрлө сроктарға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарына хөкөм ителәләр. Ғалимдарҙың башҡа туғандары ла һөрөлә. 1937 йылдың 30 ноябрендә Пулково обсерваторияһы директоры Б. П. Герасимович атып үлтереүгә хөкөм ителә.
Һуңғараҡ (1939 йылда) ҡулға алынған инженер-уйлап табыусы Лев Термен 1934 йылда Кировҡа ҡаршы теракт әҙерләүҙә ғәйепләнә, йәнәһе, Фуко маятнигына бомба урынлаштырылған булған һәм Киров обсерваторияға килгән саҡта маятникты ҡараған мәлдә ул шартларға тейеш булған.
Хөкөм ителгәндәрҙең бер өлөшө 1950-се йылдар аҙағында аҡлана.
«Пулково эше» буйынса ҡулға алынғандар
үҙгәртергәИсем-шәрифе | Эш урыны | Ҡулға алыу датаһы | Хөкөм итеүПриговор | Артабанғы яҙмышы | Аҡлау |
---|---|---|---|---|---|
Бабиенко Даниил Васильевич[4] | Укргеолтрест | 19 декабрь 1936 | Атып үлтереү | ||
Балановский Иннокентий Андреевич[1] | ГАО | 7 ноябрь 1936 | 10 лет | ? | 1957 |
Балдин Михаил Александрович[5] | ЦНИГРИ | 2 февраль 1937 | Атып үлтереү | Атып үлтерелгән 23 май 1937 | 2 декабрь 1957 йыл |
Безбородько Николай Иванович[4] | 14 сентябрь 1938 | 12 йыл | НКВД Онеглагында вафат булған 7 май 1942 | ? | |
Боева Нина Фёдоровна[6] | АИ, ГАО | 1936 йылдың аҙағы | АИ-ға ҡайта | ||
Бурсиан Виктор Робертович[2] | ЛГУ | 5 октябрь 1936 | ? | Төрмәлә вафат була | 1956 |
Варзар Софья Михайловна[7] | АИ | 1936 йылдың аҙағы | АИ-ға ҡайта 1940-сы йылдарҙа | ||
Василенко Павел Иванович[2] | ГИ | Атып үлтереү | ? | ||
Выржиковский Роман Романович[4] | Харьков университеты | 2 апрель 1937 | Атып үлтереү | 23 ноябрь 1956 | |
Газе Вера Фёдоровна[6] | ГАО | 7 ноябрь 1936 | Азат ителә 1940 йыл | ? | |
Герасимович Борис Петрович[1] | ГАО | 28 июнь 1937 | Атып үлтерелә 30 ноябрь 1937 | 1956 | |
Герасимович Ольга Михайловна[1] | 9 декабрь 1937 | 8 йыл | КрАО-ла эшләй | ||
Гирин Сергей Кузьмич[2] | ЦНИГРИ | 13 сентябрь 1936 | Атып үлтереү | Атып үлтерелә 23 май 1937 | 1957 |
Гутт Антон Евгеньевич[4] | Тау институты (Днепропетровск) | 17 март 1937 | Атып үлтереү | Атып үлтерелә 3 сентябрь 1937 | ? |
Днепровская Клара Августовна[2] | Пулково сейсмостанцияһы | 31 август 1937 | 5 йыл | 11 февраль 1957 | |
Днепровский Николай Иванович[1] | ГАО | 4 декабрь 1936 | 10 йыл | ? | 1957 |
Дробышев Дмитрий Васильевич[2] | ЦНИГРИ | 1936 | Эшенә ҡайта 1930-сы йылдар аҙағы | ||
Жонголович Иван Данилович[6] | АИ | АИ-ға ҡайта 1937 | |||
Еропкин Дмитрий Иванович[1] | ГАО | 4 декабрь 1936 | 10 лет | Атып үлтерелә 20 ғинуар 1938 | 1955 |
Иванов Н. И.[6] | ТАО | декабрь 1936 | Хөкөм ителә | Төрмәлә вафат була (?) | ? |
Идельсон Наум Ильич[6] | АИ | 7 ноябрь 1936 | АИ-ға ҡайта декабрь 1939 | ||
Каратыгин Павел Михайлович[4] | ЦНИГРИ | 1 ноябрь 1936 | Атып үлтереү | Атып үлтерелә 23 май 1937 | ? |
Касаткин Петр Иванович[4] | ЦНИГРИ | 26 февраль 1937 | 10 йыл | Освобождён 10 сентябрь 1945 | 1955 |
Кириков Андрей Павлович[4] | ЦНИГРИ | 7 ноябрь 1936 | 10 йыл | Атып үлтерелә(?) 20 ғинуар 1938 | 1956 |
Козлов В. И.[6] | ТАО | Хөкөм ителә | Төрмәлә вафат була 1940 (?) | ? | |
Козловский Н. Ю.[6] | АИ | ? | |||
Козырев Николай Александрович[1] | ГАО | 7 ноябрь 1936 | 10 йыл | Азат ителә 1 ғинуар 1947 | 1958 |
Козырева Вера Николаевна | 5 сентябрь 1937 | 5 йыл | Азат ителә 5 сентябрь 1942 | ||
Комендантов Николай Васильевич[1] | ГАО | 7 ноябрь 1936 | 10 йыл | ? | 1957 |
Комендантова Александра Ивановна | 4 сентябрь 1937 | 5 йыл | Азат ителә 17 декабрь 1942 | 28 ноябрь 1956 | |
Константинов Александр Павлович[4] | ЦНИГРИ | 1 ноябрь 1936 | Атып үлтереү | Атып үлтерелә 26 май 1937 | 1956 |
Константинова (Лебедева) Л. М. | август-сентябрь 1937 | 8 йыл | |||
Крутков Юрий Александрович | А. Ф. Иоффе исемендәге Физтех институты | 30 декабрь 1936 | 10 йыл | ЛГУ-ға ҡайта | 1957 |
Кузнецов Павел Петрович[4] | ЦНИГРИ | 8 октябрь 1936 | Атып үлтереү | Атып үлтерелә 23 май 1937 | 1957 |
Леман-Балановская Инна Николаевна[1] | ГАО | 7 сентябрь 1937 | 5 йыл | Азат ителә 1942 | 12 июнь 1989 |
Лепешинский, Юрий Николаевич[4] | ЦНИГРИ | 20 сентябрь 1936 | Атып үлтереү | Атып үлтерелә 23 май 1937 | 1957 |
Лысенко Ф. О. | ГИ | Атып үлтереү | ? | ||
Марков Александр Владимирович[6] | АИ | 1936 йылдың аҙағы | Эшенә ҡайта 1940 | ||
Мохнач Д. О.[6] | АОЛГУ | ? | |||
Мошкова В. С.[6] | АИ | ноябрь 1936 | АИ-ға ҡайта | ||
Мусселиус (Мей) Анна Ивановна | 7 сентябрь 1937 | 5 йыл | Азат ителә 7 сентябрь 1942 | ||
Мусселиус Максимилиан Максимилианович[1] | ГАО | 10 февраль 1937 | 10 йыл | Атып үлтерелә 20 ғинуар 1938 | 3 декабрь 1957 |
Нечипоренко Пётр Кириллович[4][8] | КУ, ПГО | 10 мая 1937 | Расстрел | Расстрелян 3 сентябрь 1937 | 1958 |
Нумеров Борис Васильевич[7] | АИ | 22 октябрь 1936 | 10 йыл | Атып үлтерелә 13 сентябрь 1941 | 1957 |
Нумерова Е. Е. | ЦНИГРИ | 4 сентябрь 1937 | 5 йыл | ? | |
Перепёлкин,Евгений Яковлевич[1] | ГАО | 11 май 1937 | 5 йыл | Атып үлтерелә 13 ғинуар 1938 | 1956 |
Перепелкина (Яшнова) Г. П. | сентябрь 1937 | ||||
Постоев Александр Иванович[6] | ТАО | 1 март 1936 (?) | Азат ителә 1939-1940 | ||
Радинский М. А.[6] | АИ | ? | |||
Свитальский Николай Игнатьевич | КУ | 29 июнь 1937 | Атып үлтереү | Атып үлтерелә 15 сентябрь 1937 | 8 октябрь 1957[9] |
Селиванов С. М.[6] | ТАО | декабрь 1936 | ? | Төрмәлә вафат була(?) | ? |
Семейкин В. Е.[6] | ХАО | ? | |||
Случановский А. С. | ЛЭТИ | ноябрь 1936 | Төрмәлә вафат була | ? | |
Соколов Павел Тимофеевич[2] | ЦНИГРИ | 21 октябрь 1936 | "Хатлашыуһыҙ 10 йыл" | Атып үлтерелә суд көнөндә 23 май 1937 | 1957 |
Суровцев В. Е.[6] | ТАО | декабрь 1936 | Төрмәлә вафат була (?) | ? | |
Успенский И. Д. | ЦНИГРИ | 1936 | 10 лет | ||
Фок Владимир Александрович | ЛГУ | 11 февраль 1937 | Эшенә ҡайта | ||
Фредерикс Всеволод Константинович | ЛГУ | 21 октябрь 1936 | 10 лет | Төрмәлә вафат була 1943 | 1956 |
Шатилов Серафим Александрович | 26 февраль 1937 | 10 лет | Төрмәлә вафат була | 1957 | |
Шигин Б. И.[6] | ГАО | август 1936 | |||
Щеглов В. П.[6] | ТАО | декабрь 1936 | Эшенә ҡайта | ||
Язев И. Н.[6] | ПГО | Эшенә ҡайта 1940 | |||
Яшнов Петр Иванович[1] | ГАО | 7 ноябрь 1936 | 10 лет | Төрмәлә вафат була | 1957 |
Яшнова Ольга Ивановна | 2 сентября 1937 | 5 лет | 20 февраль 1957 |
Шартлы тамғалар:
- АИ — Астрономия институты
- АОЛГУ — Ленинград дәүләт университетының астрономик обсерваторияһы
- ГАО — Төп астрономик обсерватория, Пулково
- ГИ — УССР Фәндәр академияһы Геологик институты
- КУ — Киев университеты
- ЛГУ — Ленинград дәүләт университеты
- ПГО — Полтава гравиметрик обсерваторияһы
- ТАО — Ташкент астрономик обсерваторияһы
- ХАО — Харьков астрономик обсерваторияһы
- ЦНИГРИ — Үҙәк ғилми-тикшеренеү геология разведкаһы институты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 Справка КГБ о судьбе пулковских астрономов
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Жуков В. Ю. Пулковское дело
- ↑ Д. Славентантор. Лестница славы // «Ленинградская правда», 4 июня 1936 г.
Д. Славентантор. Рыцари раболепия // «Ленинградская правда», 18 июля 1936 г.
А. Нежданов и Д. Славентантор. Ещё раз о пулковских нравах // «Ленинградская правда», 27 августа 1936 г. - ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 Репрессированные геологи
- ↑ Террор против геологов в СССР 2012 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 6,17 R. A. McCutcheon The 1936-1937 Purge of Soviet Astronomers // Slavic Review. — 1991. — Т. 50. — № 1. — С. 100—117.
- ↑ 7,0 7,1 Нумеров Б. В.
- ↑ Сообщение Ольги Петровны Струкуленко 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Открытый список жертв политических репрессий в СССР
Һылтанмалар
үҙгәртергә- R. A. McCutcheon. The 1936-1937 Purge of Soviet Astronomers // Slavic Review. — 1991. — Т. 50. — № 1. — С. 100-117.
- Невская Н. И. Забытые страницы истории Пулковской обсерватории // Репрессированная наука. Вып. 2. / Сост. А. И. Мелуа ; ред. М. Г. Ярошевский. — СПб.: Наука, 1994. — С. 140-144. — ISBN 5-86050-062-9
- Жуков В. Ю. Пулковское дело
- Пулковское дело. Серия публикаций о репрессиях 1937 года в Пулковской обсерватории. Часть 1, Часть 2, Часть 3, Часть 4.
- Репрессии учёных. Библиографические материалы
- Репрессированные геологи
- Дадаев A. H. Биография Н. А. Козырева