Псков һәйкәлдәре
Псков һәйкәлдәре — Псковтың күренекле шәхестәре хөрмәтенә һәм шулай уҡ ҡаланың уҙған һәм яңы тарихындағы иҫтәлекле ваҡиғаларға ҡуйылған монументаль сәнғәт өлгөләре.
Псков һәйкәлдәре | |
Был исемлектә | мәҙәни ҡомартҡы[d] |
---|---|
Исемлеккә ҡараған категория | Категория:Памятники Пскова[d] |
Псков һәйкәлдәре
үҙгәртергәСовет власы йылдарында Псков ҡалаһында яңы власть өсөн көрәшеүсе В.И. Лениндың ике һәйкәле, С. М. Киров һәйкәле, билдәһеҙ һалдат һәйкәле, Т-34 танкы һәйкәле, Революция өсөн көрәшселәр һәйкәле, яҙыусы В. А. Каверин һәйкәле, данлы 6-сы Псков ротаһы һәйкәле, кенәз ҡатыны Ольга, Александр Невский һәйкәлдәре, шулай уҡ хәҙерге заманда Хәрби дан ҡалаһы стелаһы урынлаштырыла. Был һәйкәлдәр барыһы ла Псковтың данлы үткәнен, ҡаланың данлыҡлы тарихын раҫлап тора.
1991 йылға тиклем асылғандар
үҙгәртергә- 1581 йылда Свинорский манараһы янындағы Петр бастионын обороналауҙың өс йөҙ йыллығы хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыла. (1881 йылда нигеҙ һалынған; был һәйкәлде булдырыр алдынан 1882 йылда рәссам-һөйәрмән А. М. Каслинскийҙың рәсеме хуплана; һуңынан 1897 йылда уның «ваҡытлыса» рәсеме буйынса ҡала архитекторы Ф, П. Нестурх проекты эшләнә һәм ошо проект буйынса һәйкәл асыла;
- Көрәштә һәләк булғандар скверындағы обелиск (1928 йыл). Пролетар революция өсөн көрәштә ҡатнашыусыларҙың 1919 йылда Булак-Булахович бандалары тарафынан язалап үлтерелгән абруйлы революционерҙар хөрмәтенә был сквер асылған була.
Һәйкәлдәге яҙыу: «От трудящихся гор. Пскова Борцам за дело Пролетарской Революции, замученным в 1919 году в гор. Пскове белогвардейскими бандами Булак-Булаховича». Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәйкәл немец-фашист илбаҫарҙары тарафынан яртылаш һүтелгән, обелискының түбәһенә свастика ҡуйылған. 1945 йылда Совет власы тарафынан һәйкәл тергеҙелә, 1946 йылда уға металдан мемориаль таҡтаташ ҡойола һәм ҡуйыла.
- В. И. Ленин һәйкәле. Псков ҡалаһының Некрасов урамындағы Советтар йорто янында урынлашҡан (1945 йыл 7 ноябрҙә асыла; скульпторы - М. Г, Манизер); Был һәйкәл урындағы әһәмиәттәге сәнғәт әҫәренә объекты статусына эйә[1]
- С. М. Киров һәйкәле. Псковтың Октябрь проспекты яғында Советтар йорто эргәһендә (1937 й. асыла, скульпторы - Томский Н. В., 1942 йылда немец оккупацияһы ваҡытында немец-фашист илбаҫарҙары һәйкәлдең металын иретеп ҡойорға алғандар; 1946 йылдың 5 ғинуарынан совет кешеләре был һәйкәлде яңынан аса, скульпторы-М. Г. Манизер, һәйкәл типовой модель буйынса ҡойолған. 1953 йылда постаменттың бейеклеге арттырыла, архитекторы-К. А. Дидрихс; һәйкәл «Монументскульптура»заводында ҡойолған);
- В. И. Ленин һәйкәле. Псков ҡалаһының Ленин майҙанында (6 ноябрь, 1960 йылда асылған; скульпторы-Г. Е. Арапов, архиткторы-П. С. Бутенко);
- Ҡыҙыл Армияның беренсе еңеүҙәре хөрмәтенә монумент. Крестыҙа тора (скульпторы-Г. И. Мотовилов, архитекторы-И. Д. Билибин).
1969 йылдың 23 февралендә һәйкәл асыу тантанаһында Советтар Союзы маршалы А. А. Гречко (ул ваҡытта СССР оборона министры), И. Х. Баграмян, С. К. Тимошенко, В. И. Чуйков ҡатнашалар. Обелискының бейеклеге - 46,4 метр. Обелискылағы[2] яҙыу: «Маҡтаулы Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына, уның һалдаттарына, командирҙарына һәм политработниктарына 1918 йылда империалистик баҫҡынсыларҙы данлы еңеү хөрмәтенә». Был һәйкәл 1967 йылдың 21 ғинуарында КПСС Үҙәк комитеты һәм СССР Министрҙар Советы ҡарары буйынса төҙөлгән.
- Билдәһеҙ һалдат ҡәбере янындағы мәңгелек ут. Псковтың Еңеү майҙанында тора. Ҡорал олондарынан торған «Еңеү салюты» композицияһы (1974 йыл 23 июль; В. П. Смирнов, Л. Н. Катаев В. О. Васильковский, П. С. Бутенко). Һәйкәлдең уты Ленинградтағы Марс майҙанындағы Мәңгелек уттан тоҡандырылған.
- Һәйкәл-танк Октябрҙең 50-йыллығы исемендәге күпер янындағы майҙанда урынлашҡан. 23 июль, 1974 йыл ҡуйылған; танк хәрби дан символы- 1944 йылда Псков ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашыусы танкистар хөрмәтенә 23 июль 1974 йыл ҡуйылған).
Надписи на досках, прикрепленных на постаменте: «23 июля 1944 года войска 3 Прибалтийского фронта освободили город Псков от немецко-фашистских захватчиков. Слава Советской армии. Вечная память павшим героям». «В ознаменование одержанной победы 128 и 376 стрелковым дивизиям, 52 отдельному гвардейскому тяжелому пушечному артиллерийскому краснознаменному дивизиону, 631 армейскому зенитному артиллерийскому полку присвоено наименование Псковских», «В ознаменование одержанной победы 122 армейскому минометному полку, 38 отдельному моторизованному понтонно-мостовому батальону и 85 отдельному полку связи присвоено наименование Псковских».
- А. С. Пушкин һәм Арина Родионовна һәйкәле — «Пушкин һәм крәҫтиән ҡатын» (1983 йыл; скульпторы - О. К. Комов, архитекторы - Константинов). Һәйкәл урындағы әһәмиәткә эйә сәнғәт әҫәре статуслы[1]
- Я Сибелиус һәйкәл-бюсы. Туғанлашҡан ҡалалар скверында тора (1986 й.);
- Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы И. К. Кикоин һәйкәл-бюсы. Октябрь проспектындағы скверҙа № 38 һәм 40 йорттары араһында урынлашҡан (1988 й.; ск. Л. Е. Кербель; арх. И. Л. Иванов)
-
1581 йылғы оборонаның 300 йыллығы.
-
Революция көрәшселәренә ҡуйылған обелиск
-
Т-34 танкыһы
1991 - 2020 йылдарҙа асылған һәйкәлдәр
үҙгәртергә- Соколиха (Сокольница) тауындағы Александр Невский һәйкәле, 24 июнь, 1993 йыл (ск. Козлов И. И.; арх. Бутенко С. П.;.[3]
- «Ике капитан» — Каверин В. А. һйкәле. (1995 й.; ск. М. Белов, А .Ананьев);
- Кутузов скверындағы М. И. Кутузов бюст-һәйкәле (1997 й. 19 сентябрҙә асыла; ск. В. Шувалов);
- 6 десант ротаһы һәйкәле Черехтағы 76-сы дивизияның 104-се гвардия полкы десантсыларына ҡуйылған һәйкәл. (2002 й. 2 авгусында асыла);
- Рига проспектында княгиня Ольга һәйкәле (2003 й. 22 июлендә асылған; ск. З.К. Церетели);
- Октябрь революцияһы проспектында княгиня Ольга һәйкәле (2003 й. 23 июлендә асылған; ск. Клыков В. М.);
- «Хәрби дан ҡалаһы» стелаһы (2010 йылдың 22 июлендә асылған; ск. С. А. Щербаков; арх. Воскресенский И. Н., В. В. Перфильев).[4] .[5]
- Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәлеы вокзал янындағы скверҙа (22 август 2014 й. асыла; ск. Щербакова С.А, арх. Б Пославский).
- Советтар Союзы Геройы Байков Семен Григорьевич һәйкәле (2015 йылдың 24 июлендә асыла).
- Беренсе донъя һуғышы һалдаттары һәйкәле (6 август 2015 й. асыла; ск. А. Пальмин) [6]
- Покров манараһы янындағы Савва Ямщиков һәйкәле (2020 йылда 8 октябрендә асылған.)[7].
-
Псков. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәр һәйкәле
-
Псков флот етәкселәре һәйкәле
Иҫтәлекле таҡтаташтар
үҙгәртергә-
[ru→ba]undefined
-
[ru→ba]undefined
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Приложение N 4 к Постановлению Псковского областного Собрания депутатов от 30 января 1998 г. N 542. Государственный список недвижимых памятников искусства местного значения. (недоступная ссылка с 25-05-2013 (4197 дня))
- ↑ Памятник в честь первых побед Красной Армии
- ↑ Интервью с организатором работ по созданию памятника Александру Невскому 2007 йыл 15 июнь архивланған.//Гдовская заря, 30 марта 2007 года
- ↑ Пскове торжественно открылась Стела в честь присвоения звания «ПСКОВ — ГОРОД ВОИНСКОЙ СЛАВЫ».
- ↑ Ведется работа по подготовке к установке стел воинской славы в Пскове и Великих Луках. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Памятники историческим событиям и личностям в Пскове и Псковской области
- ↑ Алёна Рогозина. ВИДЕО. Новости культуры. У Покровской башни в Пскове открыли памятник Савве Ямщикову (эфир от 8 октября 2020 года).(недоступная ссылка) Официальный сайт телеканала «Россия-Культура» // tvkultura.ru (8 октября 2020 года)
Сығанағы
үҙгәртергә- Бологов А. А. Псков. Путеводитель. Л.: «Лениздат». 1988 г.
- Филимонов А. В. Псков в 1920—1930-е годы. Очерки социально-культурной жизни. — Псков: ГП «Псковская областная типография». 2005. (Серия «Псковская историческая библиотека»).
- Филимонов А. В. Поднятый из руин. Послевоенное восстановление и развитие Пскова (1944 — начало 1950-х гг.). Стр. 333—343. «Увековечивая память». Псков: ГП «Псковская областная типография». 2008 г. — (Серия «Псковская историческая библиотека»).
- «Псковская губерния», газета. № 9 (130) от 12-18 марта 2003 г. Шморага К. «Не к месту. Княгиня Ольга не может найти себе уголок в освященном ею Пскове».
- «Псковская губерния», газета. № 42 (411) от 22-28 октября 2008 г. «Не „лепите горбатого“! Конкурс проектов монумента „Десантное Братство“ привёл в постыдный тупик».
- Псков — город воинской славы. Статьи и документы. Псков: ГП «Псковская областная типография». 2010 г. — (Серия «Псковская историческая библиотека»). Стр. 339—390, 420—443.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Псковская Земля. Памятники Пскова 2009 йыл 5 март архивланған.
- Псковская Земля. Монумент в память Ледового побоища (дружины Александра Невского)
- Повесть о том, как встретились Ольга Евгеньевна и Ольга Михайловна. 2017 йыл 20 июль архивланған.
- 19 сентября памятнику Голенищеву-Кутузову в Пскове исполняется 10 лет.
- О конкурсе на проект монумента «Десантное братство». 2019 йыл 26 февраль архивланған.