Ерән урман (укр. Рудий ліс), ҡайһы берҙә ҡыҙғылт көрән урман, ҡыҙыл урман — Чернобыль АЭС-һына яҡын урынлашҡан, 1986 йылдағы реактор шартлаған ваҡытта таралған радиоактив саңдың иң күп өлөшөн үҙенә алған, 10 км² тирәһе ағастар. Юғары дозалағы йотолған радиация ағастарҙың (башлыса ҡарағайҙарҙың) һәләк булыуына һәм ҡыҙғылт көрән төҫкә инеүенә килтерә. Бынан тыш, төндәрен һәләк булған ағастарҙың яҡтырыуы күҙәтелә (был күренеште ағас ферменттарының радиоактив өлөшсәләр менән тәьҫир итешеүе барлыҡҡа килтерә). Территорияны дезактивациялау эштәре ваҡытында урман бульдозерҙар менән аҡтарып алып ташлана һәм күмелә. Хәҙерге ваҡытта был территорияла урман тәбиғи юл менән тергеҙелеп килә. Әйтергә кәрәк, ЧАЭС-ндағы авария һөҙөмтәһендә ҡарағайҙарға төп радиацион йөкләнеш үҫентеләрҙең үҫеү процессы активлашҡан осорға тура килә. Был осорҙа үҫентеләрҙең радиоһиҙгерлеге, башҡа осор менән сағыштырғанда, 1,5 — 3 тапҡыр арта. Ҡарағайҙың сатыры етерлек дәрәжәлә тығыҙ һәм эффектив фильтр булып тора, был радиоактив саңдың һәм аэрозолдың күп өлөшөнөң ағастар сатырҙарында тотҡарланып ҡалыуына булышлыҡ итте. Ҡарағай ылыҫын 2-3 йыл дауамында ташламай, был, япраҡлы ағастар менән сағыштырғанда, сатырының яйыраҡ тәбиғи таҙарыуына булышлыҡ итә. Ошо фактор ҡарағай ағастарының башҡа төр ағастар менән сағыштырғанда радиацион зарарланыуын көсәйтте.
Ҡарағай урманының радиацион зарарланыуы һөҙөмтәләре алған доза йөкләнешенә туранан тура бәйле булып сыҡты. Радиацион зарарланыу характеры буйынса ғалимдар тарафынан дүрт зона айырып ҡарала:

  1. Ҡарағай ағастары тулыһынса һәләк булған, япраҡлы ағастар өлөшләтә зыян күргән («Ерән урман» тип аталған) зона. 1986—1987 йылдарҙа йотолған доза кимәле (ғалимдар иҫәпләүе буйынса), экспозицион дозаның иң ҙур ҡеүәте — 500 мР/сәғ һәм күберәк булғанда, тышҡы гамма-нурланыш буйынса — 8000—10000 рад тәшкил итте. Был зонаның майҙаны яҡынса 4,5 мең гектар. Был зонала ҡарағайҙың ер өҫтөндәге органдары тулыһынса һәләк булды, ә ылыҫы ҡыҙыл төҫ алды. Бөтә урман радиоактив ташландыҡтың байтаҡ күләмен үҙендә туплап, ысынбарлыҡта «янды». Үле ағасты күмеү кәрәклеге уның радиоактив мәтдәләр менән ныҡ бысранған булыуына бәйле. «Ерән урман» территорияһында урманды тергеҙеү буйынса беренсе сиратта саралар үткәрелде. Был территорияның 500 гектарында урман тергеҙелә лә инде.
  2. Ағастарҙың сублеталь зарарланыу зонаһы, был зонала ағастарҙың 25 % - 40 % -ы, шулай уҡ урман ваҡ ағаслығының (1—2,5 м бейеклектә) күп өлөшө һәләк булды. Ағастарҙың 90—95 % -ның йәш үренделәре һәм бөрөләре зыян күрҙе. Йотолған доза — 1000—8000 рад, экспозицион доза ҡеүәте — 200—250 мР/сәғ. Зонаның майҙаны 12,5 мең гектар, шул иҫәптән ҡарағай урманы — 3,8 мең гектар.
  3. Ҡарағай урманының уртаса зыян күргән зонаһы. Был зона өсөн башлыса йәш үренделәрҙең зарарланыуы хас булды, ә ылыҫ ботаҡтарҙың тик айырым участкаларында ғына һарғайҙы. Шулай уҡ ҡарағайҙың үҫешендә ҙур булмаған морфологик тайпылыштар ғына булды, әммә был ағастар үҙҙәренең йәшәү һәләтен һаҡлап ҡалдылар. Йотолған доза — 400—500 рад, экспозицион дозаның ҡеүәте — 50-200 мР/сәғ. Өсөнсө зонаның майҙаны 43,3 мең гектар тәшкил итте, шул иҫәптән ҡарағай урманы — 11,9 мең гектар.
  4. Көсһөҙ зарарланыу зонаһы, бында үҫеү процессында айырым аномалиялар күҙәтелде. Ҡарағайҙарҙың күҙгә күренеп торған имгәнгән урындары табылманы. Бөтә ағастар ҙа ғәҙәти үҫешен һәм ылыҫының төҫөн һаҡланы. Йотолған доза 50—120 рад тәшкил итте, экспозицион доза ҡеүәте — 20 мР/сәғ.
Файл:Red forest.jpg
Радиоактив өлөшсәләр ағастарға ултырғандар һәм ҡарағай урманының ҙур участкаларын юҡҡа сығарғандар.
Урмандың көнсығыш ситендә уба

Әҙәбиәт һәм башҡаһы

үҙгәртергә
  • {{{заглавие}}}.
  • .
  • Тихомиров Фёдор Анатольевич, Щеглов, Алексей Иванович {{{заглавие}}}. — № 1.
  • Является одной из "локаций" в игре S.T.A.L.K.E.R.

Һылтанмалар

үҙгәртергә