Гаврило Принцип
Гаври́ло При́нцип (25 июль 1894 йыл — 28 апрель 1918 йыл) — милләтсе-революционер, «Млада Босна» йәшерен ойошмаһы ағзаһы.
Гаврило Принцип | |
сер. Гаврило Принцип серб-хорв. Gavrilo Princip | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Обляй, Австро-Венгрия |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Терезинштадт, Австро-Венгрия |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Террорсы, революционер |
Автограф | |
Гаврило Принцип Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәПринцип Обляйҙа (сер. Обљај) Боснияла тыуған 1878 йылда Босния һәм Герцеговина Австро-Венгрия тарафынан оккупациялана һәм 1908 йылда рәсми рәүештә аннексиялаштырыла. Принцип Тузлы һәм Сараево гимназияларында уҡый. 1912 йылда Гаврило Принцип Белградҡа күсеп китә һәм унда оккупацион режимға ҡаршы көрәшеүсе «Млада Босна» революцион ойошмаға инә.
Үлтереү тарихы
үҙгәртергә1914 йылдың 28 июнендә эрцгерцог Франц Фердинанд маневрҙарҙы күҙәтеү өсөн генерал Потиорек Оскар саҡырыуы буйынса Сараевоға килә. Франц Фердинанд уртасыл австрия сәйәсмәне, боснийҙар өсөн автономия яҡлаусы була һәм шуның менән «Йәш Босния» экстремистарының асыуын килтерә.
«Млада Босна» Фердинандты үлтерергә хәл итә. Үлтереү алты заговорсыға тапшырыла. Уларҙың өсәүһе, шул иҫәптә Принцип та ул ваҡыттағы үлемесле һәм дауалап булмаған туберкулёз менән сирләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, Франц Фердинанд та был сир менән ауырый. Йәкшәмбе, сәғәт ундар тирәһендә улар поезда Сараевоға килә.
Алты машинан торған кортеж (Франц Фердинанд ҡатыны һәм Потиорек менән икенсе машинала була) күмәк халыҡ сәләмләүе аҫтында үҙәк полиция бүлегенә табан уҙа. Унда уларҙы заговорсылар көтөп тора.
Неделько Чабринович (сер. Недељко Чабриновић) граната ырғыта, ләкин тейҙерә алмай. Граната ярсығы эләгеүе арҡаһында өсөнсө машинаның шоферы үлә һәм уның пассажирҙары, үтеп барыусылар, полициейский яралана. Чабринович алдан уҡ алып ҡуйған ағыу, цианлы калий, йота, тик ағыу уны ҡоҫтора ғына. Бәлки уға цианистый калий урынына икенсе, көсһөҙөрәк ағыу биргән булғандарҙыр. Ул йылғаға ырғый, тик йылғала уҡ тотола, ҡаты туҡмала һәм австрийҙар ҡулына тапшырыла. Икенсе заговорсылар машинаны халыҡ төркөмө ышыҡлау арҡаһында бер нәмә лә эшләй алмай. Үлтерергә маташыу килеп сыҡмай. Франц Фердинанд ҡала ратушаһына китә. Автомобилдәр Принцип эргәһенән үтеп китә. Бик шәп киткәнгәме, әллә инде шартлау тауышын ишеткәнгәме ул эш бөткән тип иҫәпләй. Принцип та Мехмедбашич һәм Кубрилович кеүек, бомба менән дә, револьвер менән дә файҙаланмай.
Ратушала үлтерергә тырышыуҙары тураһында белмәйҙәр. Мосолман-бургомистр ҡабарынҡы сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһамаҡсы була, әммә уны Эрцгерцог тупаҫ туҡтата: «Етер иҫәрләнергә! Беҙ бында ҡунаҡ булып килдек, ә беҙҙе бомбалар менән ҡаршылайҙар! Ниндәй түбәнлек!» Ул ҡапыл тотлоғоп ҡала һәм бургомистрға: «Яҡшы, телмәрегеҙҙе дауам итегеҙ», ти. Сәләмләү һүҙе әйтелә, Эрцгерцог яуап һүҙен еткерә. Телмәр һөйләгәндән һуң эрцгерцог ярандарының береһе, барон Морсе (Morsey) Оскар Потиорекка эрцгерцогты госпиталгә, (ул унда яраланған граф Мерицины күрергә тейеш була) Сараеволағы музейға оҙатҡанда хәүефһеҙлек булдырыу өсөн урамдағы халыҡ төркөмөн ҡыуырға тәҡдим итә. Потиорек уға: «Һеҙ Сараево үлтереүселәр менән тулы тип уйлайһығыҙмы әллә?», тип әйтә һәм Франц Фердинанд дауаханаға яраланыусыларҙың хәлен барып белергә хәл итә. Софи улар менән барырға ныҡыша. Улар Аппель (Appel) ярының сите буйлап барырға була. Потиорек шофёр Франц Урбанға маршруттың үҙгәреүе тураһында хәбәр итергә онота. Бары тик әйтелгән урамдың мөйөшөндә генә Потиорек хатаны һиҙеп ҡала һәм шоферҙың иңбашынан тотоп: «Туҡта! Ҡайҙа бараһың? Яр буйлап!», — тип ҡысҡырып ебәрә. Шофер шунда уҡ туҡтай һәм машинаһын яй ғына бора башлай. Унда сәйер рәүештә Мориц Шиллер магазинынан сығып барған Гаврило Принцип тап була.[4]. Ул машинаға йүгереп килә, браунинг[5] эләктереп ала һәм ҡанһыҙ, тәжрибәле киллер кеүек Софиның эсенә ата. [6], ҡатынының алдында ултырған Франц Фердинанд әйләнеп ҡарағас, уның муйынына ата. Ул Чабринович кеүек үҙен ағыуларға маташа, әммә ағыу уны ла ҡоҫтора ғына. Һуңынан ул атылырға маташып ҡарай, тик йүгерешеп килгән кешеләр уның пистолетын тартып ала. Уны бик ҡаты туҡмайҙар, шул арҡала төрмәлә уның ҡулын ампутацияларға тура килә. Икенсе версия буйынса, маршрутты үҙгәртмәйҙәр, ә беренсе машинаның шоферы заговорсыларға ярҙам иткән, тип баралар.
Фердинанд һәм уның ҡатыны губернаторҙың резеденцияһына килтерелә. Улар атылғандан һуң бер сәғәттәй ваҡыт үткәс үлә.
Алты заговорсы ла ҡулға алына. Улар тәфтишсенең һорауҙарына яуап биреүҙән баш тарта. Бары тик уларҙың берәүһе генә, Данило Илич булыуы ихтимал, бөтә деталдәрҙе лә асып бирә һәм шул уҡ ваҡытта ҡоралды серб хөкүмәте биреүен белдерә. Принципты үлем язаһына хөкөм итә алмайҙар, сөнки уға ни бары 19 ғына йәш булған була һәм ул австро-венгр законы буйынса балиғ булмаған булып һанала. Ул мөмкин тиклем ҙур срокка — 20 йылға иркенән мәхрүм ителә. Төрмәлә ауыр шарттар була һәм ул 1918 йылдың 28 апрелендә Терезинштадтта (хәҙерге Терезин, Чехия; төрмә Икенсе Бөтә Донъя һуғышы ваҡытында концлагерь булараҡ файҙалана) туберкулездан үлә.
Данило Иличанан башҡа ҡалған заговорсылар ҙа оҙаҡ йылдарға иректәренән мәхрүм ителә. Данило Илич һәм тағы ике террорсы Велько Кубрилович һәм Мишко Йованович 1915 йылдың 3 февралендә аҫыуға хөкөм ителә.
Австро-Венгрия Сербияға ҡарата түбәнселекле Июль ультиматумы ҡуя. Сербия Австрия хөкүмәте вәкилдәренең инцидентты тикшереү хоҡуғынан башҡа бәтә шарттар менән дә ризалаша. Австро-Венгрия Сербияны ике йөҙлөлөктә ғәйепләй һәм уға ҡаршы һуғыш иғлан итә. Был Беренсе Бөтә Донъя һуғышы башланыуға сәбәпсе була. Был һуғыштың һөҙөмтәһе булып, Австро-Венгерия империяһының тарҡалыуы тора. Был Гаврило Принцип үлгәндән һуң алты ай үткәс була.
Иҫтәлек
үҙгәртергәГаврило Принцип иҫтәлегенә Сербияның баш ҡалаһы Белградта, Ниш һәм хатта Черногориялағы Бар (Черногория) ҡалаһы урамдарына уның исеме бирелгән.
2014 йылдың июнендә Сараеволағы үлтерештең 100 йыллығына ҡарата Сербия Республикаһының Источно-Сараево ҡалаһында Гаврило Принципҡа һәйкәл ҡуйылған. Тантанала ҡатнашҡан Сербия Республикаһы президенты Милорад Додик, сербтар үҙҙәренең оҡшашлығы өсөн көрәшкән ата-бабалары менән ғорурлана, тип белдерә[7].
Ҙур популярлыҡты ул Сербия властарынан ала — 2015 йылда ил президенты Томислав Николич Белградта уға һәйкәл аса һәм «Гаврило Принцип герой булған, ул ҡотҡарыу идеяһы символы», тип белдерә.[8]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Gavrilo Princip // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ The Origin of the Tale that Gavrilo Princip Was Eating a Sandwich When He Assassinated Franz Ferdinand | History | Smithsonian
- ↑ Это был полуавтоматический пистолет «Browning-M-1910», калибра 7,65×17 mm.
- ↑ Бер Серб версияһына ярашлы, Принцип пистолетын Софиға түгел, ә Потиорекка төбәй
- ↑ Боснийские сербы установили памятник Гаврило Принципу 2016 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ В Белграде установлен памятник убийце эрцгерцога Фердинанда: Общество: Мир: Lenta.ru
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Драго Љубибратић Гаврило Принцип, Нолит, Белград 1969.
- Vladimir Dedijer La route de Sarajevo, Gallimard, Paris 1969. (фр.)
- Michèle Savary La vie et mort de Gavrilo Princip, L’Age d’Homme 2004. (фр.)
- Dušan T. Bataković Histoire du peuple serbe, Lausanne, L’Age d’Homme 2005. (фр.)