Оскар Потиорек (нем. һәм слов. Oskar Potiorek; 20 ноябрь 1853(18531120), Бад-Блайберг, Каринтия — 17 декабрь 1933, Клагенфурт) — Австро-Венгрия полководецы, фельдцейхмейстер (30 октябрь, 1908 йыл), 1911—1914 йылдарҙа Босния һәм Герцеговинаның Австро-Венгрия наместнигы, Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашыусы.

Оскар Потиорек
нем. һәм слов. Oskar Potiorek
Оскар Потиорек
Флаг
Флаг
Босния һәм Герцеговина генерал-губернаторы
Флаг
Флаг
10 май, 1911 — 22 декабрь, 1914
Алдан килеүсе: Марьян Варешанин
Дауамсы: Стефан Саркотич
 
Тыуған: 20 ноябрь 1853({{padleft:1853|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Бад-Блайберг, Каринтия, Австро-Венгрия
Үлгән: 17 декабрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (80 йәш)
Клагенфурт, Австрия
Ерләнгән: зыярат Терезиан академия, Винер-Нойштадт
Белеме: Военная школа[d]
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 1886—1915
Принадлежность: Австро-Венгрия флагы Австро-Венгрия
Ғәскәр төрө: пехота
Звание: инфантерия генералы
Бәрелештәр:
 
Наградалары:
Леопольд орденының Рыцарь тәреһе кавалеры (Австрия) Изге Стефан король ордены командоры (Венгрия)

Биографияһы

үҙгәртергә

Оскар Потиорек Техник хәрби академияһын 1867 йылда һәм Австро-Венгрияның Генераль штабы Академияһын тамамлай, 1879 йылдан алып Генштабта хеҙмәт итә, 1886 йылда оператив бюрола эш башлай, 1892 йылда оператив бюроның шефы булып китә; 1902 йылдан Генштаб башлығы урынбаҫары.

1898 йылдан алып 64 пехота бригадаһы менән етәкселек итә. 1907 йылдан III армия корпусы (Грац) командиры. 1910 йылдан — армия инспекторы, 1911 йылдан — Босния һәм Герцеговинаның ер хөкүмәте рәйесе һәм Сараевола армия штабы инспекторы, Босния һәм Герцеговина наместнигы.

1914 йылдың 28 июнендә Потиорек эрцгерцог Франц Фердинандты алып барған машинаның пассажиры була һәм эрцгерцогтың үлтерелеүенә шаһит була, өҫтәүенә, үлтереүсе Гаврило Принцип, эрцгерцог ҡатыны Софияны үлтергән пуля нәҡ Потиорекка тәғәйенләнгән ине, тип белдерә.

Һуғыш башланыу менән Потиорек Балкандарҙа ҡораллы көстәр баш командующийы һәм 6 Австро-Венгрия армияһы командующийы итеп тәғәйенләнә. Потиорек үҙен булдыҡһыҙ командующий итеп күрһәтә һәм уның ҡарамағындағы армия сербтарҙыҡынан көслөрәк булһа ла, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уны еңә алмай. Айырыуса австриялылар өсөн Цер тауындағы һәм Колубары йылғаһындағы алыштар ауыр була. 1914 йылдың 27 декабрендә Оскар Потиорек отставкаға ебәрелә, уның урынына эрцгерцог Евгений тәғәйенләнә. Һуғыштан һуң Потиорек Австрияға китә һәм шунда ғүмеренең ҡалған йылдарын йәшәй.

  • Anton Kreuzer, Kärntner Biographische Skizzen, Klagenfurt, Kärntner Druck und Verlagsgesellschaft, 1995. ISBN 3-85391-128-5.
  • P. H. Willmott, La prima guerra mondiale, Mondadori, 2006.
  • Rudolf Jeřábek: Potiorek. General im Schatten von Sarajevo. Styria, Graz/ Köln 1991, ISBN 3-222-12067-6.