Потанина Александра Викторовна
Потанина Александра Викторовна (26 ғинуар (6 февраль) 1843 йыл — 19 сентябрь 1893 йыл) — сәйәхәтсе, Үҙәк Азияның аҙ билдәле райондарын тикшереүсе, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Рус география йәмғиәтенең тәүге ағзаларының береһе. Венералағы кратер уның хөрмәтенә Потанина тип атала.
Потанина Александра Викторовна | |
рус. Александра Викторовна Потанина | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Александра Викторовна Лаврская |
Тыуған көнө | 26 ғинуар 1843 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 сентябрь (1 октябрь) 1893 (50 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡытай цивилизацияһы[d] |
Бер туғандары | Лаврский, Валериан Викторович[d] һәм Лаврский, Константин Викторович[d] |
Хәләл ефете | Григорий Николаевич Потанин[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, географ, сәйәхәтсе, этнограф |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Потанина Александра Викторовна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександра Викторовна Потанина 1843 йылдың 26 ғинуарында Нижегород губернаһы Горбатов ҡалаһында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — Түбәнге Новгородта), Нижегород дини семинарияһы уҡытыусыһы, дин әһеле В. Н. Лавровский ғаиләһендә тыуа. Өлкән ағалары етәкселегендә өйҙә, дини ҡатлам ҡыҙҙары мәктәбендә белем ала, күп уҡый, рәсем төшөрөү менән уңышлы шөғөлләнә.
1866 йылда ҡала епархия училищеһына тәрбиәсе булып урынлаша. 1872 йылда Никольск ҡалаһында (хәҙерге Вологда өлкәһе), революцион эшмәкәрлеге өсөн һөргөнгә ебәрелгән ағаһы константиндың хәлен белешергә килә һәм уның дуҫы, шулай уҡ һөргөндә булған йылдың Григорий Николаевич Потанин менән таныша. 1874 йылдың 11 (23) ғинуарында улар өйләнешә һәм тиҙҙән Санкт-Петербургҡа күсенәләр.
Тормош иптәше менән бергә Үҙәк Азияға дүрт экспедицияла ҡатнаша:
- Төньяҡ-көнбайыш Монголия, (1876 — 1877 (Зайсандан Ҡара Иртыш буйлап), 1879 —1880 йылдар);
- Төньяҡ Ҡытай, Көнсығыш Тибет һәм Үҙәк Монголия (1884 — 1886 йылда (Тибет ҡалҡыулығын тикшеренеү, Гоби сүле аша үтеү), 1892—1893 йылдар).
Һуңғы экспедиция ваҡытында ҡаты ауырып китә һәм 1893 йылдың 19 сентябрендә (1 октябрь) Шанхай юлында Чжо-хуа ҡалаһы эргәһендә вафат була. Дүрт көндән һуң ул Кяхта (Бүрәт Республикаһы) ҡалаһының Успенский зыяратында ерләнә. 1956 йылдың февралендә сәйәхәтсе ҡәберенә һәйкәл ҡуйыла.
Үҙәк Азия тәбиғәте, халыҡтарҙың тормош-көнкүреше, тикшерелгән урындар һүрәтләмәләре менән А. В. Потанина география фәненә ҡиммәтле өлөш индерә. Ул Рус география йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге ағзаларҙың береһе була: 1887 йылдың 8 мартында В. И. Мушкетов тәҡдиме буйынса ағза-хеҙмәткәр итеп һайлана. Быға тиклем, беренсе ағза-хеҙмәткәр итеп ҡатын-ҡыҙҙарҙан О. А. Федченко, А. Я. Ефименко (1877 йылдың 20 майы) ҡабул ителә[1].
1886 йылда Александра Викторовна Потанина Император Рус география йәмғиәтенең кесе көмөш миҙалына лайыҡ була. Монголия Алтайы тауҙарында сәйәхәтсе хөрмәтенә аталған «Александрин» боҙлоғо бар.
Ғаиләһе, туғанлыҡ бәйләнештәре
үҙгәртергәИре (1874—1893) — Потанин Григорий Николаевич (1835—1920), рус географы, этнограф, публицист, фольклорсы, Себерҙе, Монголия, Ҡытай һәм Тибетты тикешереүсе ботаник, Император Рус география йәмғиәтенең почетлы ағзаһы; Томскиҙың почетлы гражданы (1915), Себерҙең почетлы гражданы (1918). Никахта балалары булмай.
- Ағаһы — Лаврский Валериан Викторович (1835—1918) — дини публицист; ректоры Һарытау дини семинарияһыт ректоры һәм «Епархиальные ведомости» баҫмаһы мөхәррире.
- Ағаһы — Лавровский Константин Викторович (1844—1917) — урыҫ юрисы, журналист һәм публицист; 1906 йылғы Беренсе саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты.
- Туғаны — Лавровский Аркадий Валерианович (1863—1944) — билдәле рус геологы, минералогы, Томск технология (индустриаль) институты профессоры, һуңынан Томск дәүләт университетының минералогия кафедраһы буйынса профессор.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Буряты. Труд, прил. к Всемирной иллюстрации, 1891, кн. 4-6.
- Из наблюдений над жизнью бурят Верхнеудинского округа. Сибирский сборник, прил. к Восточному обозрению, 1890, вып. 1.
- Молочное хозяйство у бурят Верхнеудинского округа. Известия Вост.-Сибирского отдела Русского Географического общества, т XXI, № 2.
- Из странствия по Урянхайской земле. Сибирский сборник, 1891, вып. II, стр. 12
- Монголия и монголы. Читальня народной школы, 1891, ноябрь.
- Встреча с двумя монгольскими ванами. Русское богатство, 1891, № 1.
- Среди широнголов, Русские ведомости 1888, № 140 и 145.
- Религиозная пляска в монастыре Кадигава. Сибирь 1985, № 29.
- Гумбум, монастырь зонкавистов. Восточное обозрение, 1886, № 27 и 28.
- Утай. Восточное обозрение, 1884, № 45, 46 и 47
- Театральные представления и религиозные празднества в Китае. Литературный сборник, изд. газеты "Восточное обозрение, под редакцией Н. М. Ядринцева, СПб, 1885.
- О китайской женщине. Русское богатство, 1887, № 7.
- Тысяча сто верст в носилках. «Восточное обозрение», 1893, № 24.
- Дорджи, бурятский мальчик. Детский сборник, изд. В. Лесевича, СПб, 1892.
- Китайский зверёк. Родник, 1889, № 12.
- Ахмет. Литературный сборник «Первый шаг», Казань, 1876.
- Тибет. Из путешествий по Восточной сибири, Монголии, Тибету и Китаю, М:1895, стр. 125—252.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Берг Л. С. Приём в члены географического общества женщин // Всесоюзное географическое общество за сто лет. — М.-Л.: Изд-во АН СССР. — 1946. — С. 203
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- В. и Е. Зарины. Путешествия А. В. Потаниной. — Государственное издательство географической литературы, 1950. — 100 с. — 50 000 экз.
- Голубев Е. Свою судьбу связавшая с Сибирью // «Байкал». — № 4 (июль-август). — 1993. — С. 127—134