Портал:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы/Һайланған мәҡәлә

Али Карнай

Али Карнай (төп исеме — Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев; 6 ғинуар 1904 йыл16 июнь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.

1904 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы боронғо башҡорт ауылы Оло Шаҙыла тыуған. Милләте — башҡорт.

Тәүҙә үҙҙәренең ауыл мәктәбендә, шунан Бөрө ҡалаһында педагогик курста уҡый. Артабан уҡырға