Портал:Салауат районы/Һайланған мәҡәлә
Салауат Юлаев (16 июнь 1754 йыл — 26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.
1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған.
1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) вафат була.