Вәлиев Мөхәмәтнур Мөхәмәдулла улы

Вәлиев Мөхәмәтнур Мөхәмәдулла улы (14 ғинуар 1938 йыл — 6 июль 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре. 1978—2002 йылдарҙа «Баштрансгаз» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2003). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бокс буйынса СССР спорт мастеры. Нуриман һәм Хәйбулла райондарының почётлы гражданы.

Вәлиев Мөхәмәтнур Мөхәмәдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Ҡыҙыл Шишмә ауылы, Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 июль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (77 йәш)
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө эшҡыуар
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «В память 850-летия Москвы» Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены СССР-ҙың спорт мастеры

Биографияһы үҙгәртергә

Мөхәмәтнур Мөхәмәдулла улы Вәлиев 1938 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылында тыуған.

1962 йылда — Өфө нефть институтын, 1985 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын тамамлаған.

1962 йылдан алып хеҙмәт эшмәкәрлегенең бөтә баҫҡыстарын үтә: оператор булып эшләй, өлкән мастер, контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса инженер (КИПиА), өлкән инженер, КИПиА хеҙмәте начальнигы, «Уралтрансгаз»дың баш инженеры, «Баштрансгаз» производство берекмәһе директоры, «Уралтрансгаз»дың Башҡортостан идаралығы начальнигы, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Баштрансгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры була, йәғни ғүмер буйы «Баштрансгаз» берекмәһендә эшләй.

Сирек быуатҡа яҡын, 2002 йылдың апреленә тиклем, предприятие етәксеһе була, шунан хаҡлы ялға сыға.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана (1995—2003 йылдар).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1996)
  • «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • Газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре
  • РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы
  • Хәйбулла районының почётлы гражданы
  • Нуриман районының почётлы гражданы
  • Петр фән һәм сәнғәт академияһы академигы
  • Бокс буйынса СССР спорт мастеры

Һылтанмалар үҙгәртергә