Алишкина Клара Таһир ҡыҙы

Алишкина Клара Таһир ҡыҙы (12 май 1933 йыл) — мәғариф ветераны, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Нуриман районының почётлы гражданы (2012).

Биографияһы

үҙгәртергә

Клара Таһир ҡыҙы 1933 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының хәҙерге Нуриман районында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Клара Нуриман районы Основый Лог ауылы ете йыллыҡ мәктәбенең 1-се класына уҡырға төшә. Дүрт класты тамамлағас, Ҡыҙылъяр урта мәктәбенә уҡырға бара. Ә 10-сы класты 1951 йылда Ҡыҙыл Шишмә урта мәктәбендә тамамлай. Шул уҡ йылды Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә һәм уны 1955 йылда отличие менән тамамлай.

Республика Мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе менән Покровка (хәҙерге Благовещен) районы Бедеево-Поляна урта мәктәбенә эшкә ебәрелә, 11 йыл математика уҡыта, биш йыл ошо мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса завучы була.

1966 йылда ата-әсәһе эргәһенә Ҡыҙылъярға ҡайта, урта мәктәпкә математика уҡытыусыһы булып урынлаша.

1967—1969 йылдарҙа кластан тыш һәм мәктәптән тыш эште ойоштороусы була.

1969—1980 йылдарҙа математика уҡыта.

1980 йылдың авгусында уҡытыу-тәрбиә эше буйынса завуч итеп тәғәйенләнә.

1991 йылдың 1 авгусында хаҡлы ялға сыға, әммә 1994 йылда ҡабат эшкә килә һәм 2008 йылдың 1 сентябренә тиклем эшләй.

Клара Таһир ҡыҙы Алишкинаның дөйөм педагогик стажы 47 йылдан ашыу.

Клара Таһир ҡыҙы Алишкинаның күп йыллыҡ емешле хеҙмәте лайыҡлы баһа алған. Ул, РСФСР Мәғариф министрлығының, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы һәм Профсоюздар өлкә комитетының, партия район комитеты һәм район Советы башҡарма комитетының, район халыҡ мәғарифы бүлегенең Почёт грамоталары менән бүләкләнгән. 1975 йылда уға «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исем бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә