Портал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары/Архив/3

19 декабрь 2016 йыл

үҙгәртергә

2016 йылдың 19 декабрендә Башҡорт Википедияһы ирекмәне Ләйсән Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында вики-дәрес ойошторҙо. Студенттарға һәм уҡытыусыларға мөхәррирләү, конкурстарҙа ҡатнашыу, мәҡәләләр яҙыу тураһында һөйләнелде һәм күрһәтелде. Башҡорт Википедияһына Найля Азаматовна исемле яңы ҡатнашыусы теркәлде.

 
Вики-дәрес. Сибай ҡалаһы

14 декабрь 2016 йыл

үҙгәртергә

2016 йылдың 14 декабрендә Башҡорт Википедияһы ирекмәне Ләйсән Сибай башҡорттары ҡоролтайы ултырышында ҡатнашты һәм «Башҡорт теле үҫешендә Википедияның әһәмиәте» тигән темаға доклад менән сығыш яһаны. Википедиялағы һәм ҡаланың йәмәғәт тормошондағы әүҙемлеге өсөн уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.

 
 
Сибай башҡорттары ҡоролтайында

8-9 декабрь 2016 йыл

үҙгәртергә

8-9 декабрҙа Екатеринбургтың эйәрсән ҡалаһы Юғары Пышмала «Урал тау-металлургия компанияһы» ярҙамы менән коммерцияға ҡарамаған «Викимедиа РУ» партнерлығы вики-экспедиция үткәрҙе. Википедистар баҡыр иретеү, электролиз, ҡалдыҡ шихтанан алтын, көмөш, платина сығарыу технологиялары менән танышты. Экскурсиялар предприятие музейында һәм хәрби техника музейында дауам итте. Предприятие архивында һәм музейында һаҡланған бай материалдар википедистар ярҙамы менән ирекле лицензия алды. Предприятие тарихы төшөрөлгән фотоһүрәттәргә Урал тау-металлургия компанияһына ҡараған «Бүребай тау байыҡтырыу комбинаты», «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Сибай баҡыр-көкөрт комбинаттары» ла ирекле лицензия бирҙе. Экскурсияларҙан һуң википедистар өсөн ирекле лицензия алған медиа-материалдарҙы Вики-милеккә тейәү буйынса вики-марафон үткәрелде.

 
 
 
 
«Урал тау-металлургия компанияһы»нда экскурсия һәм вики-марафон

2-4 декабрь 2016 йыл

үҙгәртергә
 
 
 
 
«Сәләмәтлек шишмәләре» профилакторийында вики-семинар

26-27 ноябрь 2016 йыл

үҙгәртергә
 
 
Себер татар теле көнө. Төмән

3 ноябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Сибай ҡалаһының тарих-тирә яҡты өйрәнеү музейында вики-клуб ултырышы үтте. Бөтәһе 6 кеше ҡатнашты, Айрат Йыһаншин, Фәридә теркәлде. Ләйсән оҫталыҡ дәресе үткәреп, БашВики ирекмәндәренең әүҙем эше, үткәрелгән саралар, әлегә ваҡытта барған марафондар тураһында һөйләне. Клуб ултырышы ғәҙәти сәйләү менән тамамланды, ҡатнашыусылар күрешеп торорға һөйләште.

22-23 октябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Бөрйән районының Байназар ауылында Википедия ирекмәндәре һәм Вики-өләсәйҙәр өсөн З. ӘЙЛЕ вики-дәрестәр ойошторҙо. Унда барлығы 8 кеше ҡатнашты, Сәрүәр, Вәлимә теркәлеү үтте. Яңы ирекмәндәр башланғыс белем алһа, тәжрибәле Һәҙиә, Таңһылыу, Рәшиҙә Ғизәтуллина, һәм күптән түгел генә эш башлауына ҡарамаҫтан ышаныслы аҙымдар яһаусы Gajaz эске һылтанмалар, категориялар ҡуйыу, фотолар тейәү мөмкинлеге менән танышты, шулай уҡ дәрес барышында килеп тыуған һорауҙарына яуаптар алды. Бөрйән районы ирекмәндәре БашВики өләсәйҙәре брендын артабан киңәйтеү, киләсәктә Байназар ауылында Вики-клуб ойоштороу һәм йышыраҡ осрашып тороу идеяһын хупланы.

  • P.S. БашВикиҙың урындағы ирекмәндәре менән осрашыу күрһәтеүенсә, эшләргә теләктәре булған, әммә техник йәһәттән мөмкинлектәре булмаған (ноутбуктары, фотоаппараттары юҡ) категория өсөн тап ошо клуб ойоштороу һәм уларҙы бер урынға йыйып, тәжрибәле википедистарҙың дәрестәр үткәреүе отошло тип һанайым. Һәр клубты берәр ноутбук менән тәъмин итеү ысулын һәм юлын ҡарау, табыу шәп булыр ине, моғайын.

20 октябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Өфө ҡалаһында Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренең сираттағы викиосрашыуы үтте. Сарала барлығы 12 кеше ҡатнашты, шул иҫәптән Сәриә, Marat67, Эльза Сәғиҙуллина Википедияла теркәлде.

 
 
 
 
2016 йылдың 20 октябрендә осрашыу

14 октябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Айсар һәм Gulfira Нефтекама ҡалаһының башҡорт телендә яҙыусы журналистары, туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән викиосрашыу үткәрҙе. Унда виртуаль энциклопедия, Башҡорт Википедияһы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирелде, был эштә ҡатнашыу мәсьәләләре тикшерелде. Сара барышында Фирзәрә Википедияла теркәлде.

6 октябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Нефтекамала «Башҡорт мәҙәниәте айлығы» башланыуға арналған кисәлә сығыш яһап, Айсар сараға килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, башҡорт гимназияһы уҡыусыларына Башҡорт Википедияһы һәм уның ирекмәндәре эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе, йыйылғандарҙы виртуаль энциклопедияны тулыландырыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Һөҙөмтәлә 12 октябрҙә Википедияла ҡатнашыусы булып Нефтекаманан Gulfira теркәлде.

5 октябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Өфөлә «Халыҡтар дуҫлығы» йортонда «Табын» яҡташтар клубы йыйылыш үткәрҙе. Йыйылышта Зөфәр Сәлихов Башҡорт Википедияһы менән таныштырҙы. Йыйылышҡа килеүселәр википедия менән таныш булыуҙары тураһында һәм киләсәктә ҡатнашырға теләктәре булыуы тураһында белдерҙе.

 
 
2016 йылдың 5 октябрендә «Табын» яҡташтар клубында осрашыу

1-2 октябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Санкт-Петербургтағы 10-сы Вики-конференцияла Башҡорт Википедияһы вәкилдәре ZUFAr, З. ӘЙЛЕ һәм Ләйсән ҡатнашты.

24-25 сентябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Ижевск ҡалаһында үткән Вики-Урал семинарында Рөстәм Нурыев, З. ӘЙЛЕ, Зөлхизә ҡатнашты.

 
 
 
2016 йылдың 24-25 сентябрендә Ижевскиҙа «Вики-Урал» осрашыуы

3-4 сентябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Киев ҡалаһында VI Украина Вики-конференцияһы үтте. Унда Украинаның тѳрлѳ ҡалаларынан, Польшанан, Рәсәйҙән 59 кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың тѳрлѳ ерҙән йыйылыуы конференцияны йѳкмәткеле һәм файҙалы итеп уҙғарыуға, бѳгѳн актуаль булған мәсьәләләрҙе етдиерәк хәл итергә, тѳрлѳ тел бүлегендә эшләгән ҡатнашыусылар менән тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итте. Тәжрибәле Википедия ирекмәндәре үҙҙәренең эш алымдары менән бүлеште, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.

Ошо конференцияла ҡатнашҡан башҡорт Википедияһы бүлеге ирекмәне Мѳхәмәҙиева «Википедияла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының эшмәкәрлеге һәм матбуғат саралары менән хеҙмәттәшлек» темаһына сығыш яһаны. Башҡорт бүлегендә ҡатын-ҡыҙҙар алып барған викиэшмәкәрлек барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты, был йәһәттән бик күп һорауҙар бирелде. Польша вәкиле Юлия-Мария Кошевскиҙың, Черкассы ѳлкәһе Шендеровка ауылының әҙәбиәт уҡытыусыһы Валентина Кодоланың һәм «Студенттар, википедия яҙығыҙ», «БоГеМА инициативаһы проекты» докладтары башҡорт Википедияһы бүлеге ѳсѳн файҙалы һәм кәрәкле тип табылды.

Киевта үткән конференция тәьҫораттарынан сығып, Белорет ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана, крайҙы ѳйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре һәм «Иҙел башы — юл башы» район яҙыусылар ойошмаһы ағзалары менән осрашыу уҙғарырға һәм ошо юл менән башҡорт Википедияһына күберәк ирекмәндәр йәлеп итергә тип хәл ителде.

 
 
 
 
 
 
Киев ҡалаһында VI Украина Вики-конференция

3 сентябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

Әрмәнстандан YANBEK ҡайтып етте. «Эврен» кафеһында осрашыу үтте. YANBEK сәфәр тәьҫораттарын һөйләне. Вики-марафондар һәм конкурстар тураһында кәңәшләшеү дауам итте. Ике сәғәтлек осрашыу барышында ентекле фекер алышыу, Әрмәнстан һәм башҡа Европа илдәре викимедиасыларының тәжрибәһе тураһында һөйләшеү, уларҙы Википедияның башҡорт теле бүлегендә ҡулланырға кәрәклеген белдереү булды. Киләсәктә сит илдәргә сәфәргә барғанда, Башҡортостан флагын йөрөтөргә, Башҡортостан вәкилдәре икәнлеген белдереп тороусы өҫ йәки баш кейеме кәрәклеге әйтелде. Грузия викимедиасылары тәҡдим иткән берлектәге ҡара-ҡаршы тематик сараны ойоштороу эшен башларға ҡарар ителде.

2 сентябрҙә әйтелгән Супер-марафон «100» уңышлы тәҡдим икәнен һәм Башҡортостандың юбилейына арнарға кәрәклеге билдәләнде.

YANBEK фотошопта сараның эмблемаһын һәм башҡа дизайн эштәрен башҡарырға йөкләмә алды.

 
 
 
 
«Эврен» кафеһында осрашыу. 3 сентябрь 2016 йыл

2 сентябрь 2016 йыл

үҙгәртергә

«Иҙел» кафеһында сираттағы осрашыу үтте. Яңы уҡыу йылы башланыу арҡаһында һәм башҡа сәбәптәр менән уға күп ҡатнашыусылар килә алманы. Осрашыуҙа тәжрибәле википедистар менән бергә йәш ирекмәндәр Илүзә һәм Зөлхизәнең ҡатнашыуы шатлыҡлы булды.

Йыйылғандар Вики-милеккә фотографиялар тейәү, Эстәлекте тәржемә итеү редакторы менән эшләү буйынса фекер алышты. Киләсәктәге вики-марафондар һәм конкурстар тураһында йәнле кәңәшләшеү ойошторолдо, яңы вики-осрашыуҙар үткәреү тураһында пландар ҡоролдо. Вики-яҙ 2016 конкурсында әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды.

Башҡарасаҡ эштәр тураһында һөйләшеү сәй артында ла дауам итте.

YANBEK Әрмәнстандан, Wikimedia CEE Meeting 2016 сараһынан ҡайтып өлгәрмәне.

 
 
 
 
 
«Иҙел» кафеһында сираттағы осрашыу. 2 сентябрь 2016 йыл

13 август 2016 йыл

үҙгәртергә

Иглин районы Аҡбирҙе ауылында урынлашҡан «Ташлы» ат-спорт комплексы базаһында үткән «UfaForum түгел — Һабантуй» йәштәр сараһында Рөстәм Нурыев сығыш яһаны һәм Башҡорт Википедияһы менән таныштырҙы. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:57, 13 август 2016 (UTC)

15-17 июль 2016 йыл

үҙгәртергә

Бөрйән районында Вики-Йәйләү 2016 «Шүлгәнташ» исемле берләштерелгән сара — вики-семинар һәм вики-экспедиция үтте. Уларҙа Башҡорт Википедияһының 25 ирекмәне ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәтте сараның махсус битендә ҡарағыҙ.

. .

Викимания 2016, 21—28 июнь 2016 йыл

үҙгәртергә

29 май 2016 йыл

үҙгәртергә

29.05.2016 — 36000-се мәҡәлә яҙылды. Ушинский Константин Дмитриевич мәҡәләһен Айсар яҙҙы.

20 май 2016 йыл

үҙгәртергә

Яңауыл районында семинар

үҙгәртергә

Яңауыл районында башҡорт теле уҡытыусылары семинары булып үтте. Семинарҙа Эльмира Рифовна «Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле энциклопедия» тигән доклад менән сығыш яһаны. Докладсы уҡытыусыларҙы Википроекттарҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Өфөлә сираттағы вики-осрашыу үтте

үҙгәртергә

Осрашыуҙа 12 кеше ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт бында.

 
Сираттағы вики-осрашыу. Өфө, 20 май 2016 йыл. Башҡорт вики ҡатын-ҡыҙҙары

Вики-осрашыу ҡарары

11 май 2016 йыл

үҙгәртергә

Башҡорт Википедияһы хакимдары Зөфәр Сәлихов һәм Рөстәм Нурыев был көндө ике сарала ҡатнашты.

Беренсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ултырышында булдылар. Рөстәм Нурыев Мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы, ә Зөфәр Сәлихов комиссияның эшсе төркөмө ағзалары итеп раҫланды. Комиссияның 2016 йылғы эш планында Башҡорт Википедияһы тураһында комиссияның айырым ултырышын сентябрь айында үткәреү ҡаралды. Мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ултырышы Зөфәр Сәлиховҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырыу менән тамамланды.

Икенсенән, «Башҡорт йәштәре өсөн фәһемле осрашыуҙар» ижади төркөм ойошторған осрашыуға барып рухлы һәм ижадкәр башҡорт йәштәренә Башҡорт Википедияһы һәм вики ирекмәндәр эшмәкәрлеге тураһында һөйләнеләр, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр.

6-9 май 2016 йыл

үҙгәртергә

Башҡорт Википедияһы вәкиле Айсар Карелияның Петрозаводск ҡалаһында үткәрелгән III Фин-уғыр вики-семинарында ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Семинар йомғаҡтары менән бында танышырға, ә тулы фоторепортажды бында ҡарарға мөмкин.

27 апрель 2016 йыл

үҙгәртергә

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында Елена Арямнованың Йәш журналистар мәктәбе сираттағы «журналистар шаршамбыһын» үткәрҙе. Унда Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев бөтә донъя интернет — энциклопедияһы «Википедия», уның туғандаш проектары булған Викимилек — ирекле фото-, видео-, аудио файлдар һаҡлағысы һәм Викияңылыҡтар — һәр кем яңылыҡ яҙа алған ирекле сығанаҡ тураһында һөйләне.

15 апрель 2016 йыл

үҙгәртергә

Башҡорт Википедияһына 11 йыл тулыу айҡанлы Өфө ҡалаһындағы «IDEL» / «ИҘЕЛ» кафеһында ирекмәндәр осрашыуы үтте. Үткән йылға һәм ағымдағыһының тәүге кварталына йомғаҡ яһалды, киләсәк саралар тураһында эшлекле фекер алышыу булды. Иң әүҙемдәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

13 апрель 2016 йыл

үҙгәртергә

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыусылар менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа башҡорт википедияһы ирекмәндәре Гүзәл Вильданова, Зәйнәп Назарова, Зөфәр Сәлихов уҡыусылар һорауҙарына яуап бирҙе. Википедияла теркәлеү, мәҡәлене башлау, төҙәтеү кеүек алымдарға уҡыусылар менән күнегеүҙәр үткәрҙе.

13 апрель 2016 йыл

үҙгәртергә

«Ашҡаҙар» радиоһы Лилиә Ҡәйепова һәм Зөфәр Сәлихов ҡатнашлығында Башҡорт Википедияһы эшмәкәрлеге тураһында тапшырыу әҙерләне. Тапшырыуҙа Википедияның йәмғиәттә урыны, үткәне, бөгөнгө хәле тураһында һүҙ барҙы. Викимедианың башҡа проекттары тураһында ла фекер алышыу булды.

25 март — 3 апрель 2016 йыл

үҙгәртергә

Салауат районында урынлашҡан «Янғантау» шифаханһында вики-семинар үтте, унда 25 кеше ҡатнашты. Маҡсаты — тәжрибә уртаҡлашыу һәм викимедиа проекттарының система хәбәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү.

13 февраль 2016 йыл

үҙгәртергә

Башҡортостан викимедиасылары төркөмө һәм Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы икенсе вики-дәрес үткәрҙе.

23 ғинуар 2016 йыл

үҙгәртергә

Башҡортостан викимедиасылары төркөмө һәм Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы беренсе вики-дәрес үткәрҙе.

Тулыраҡ фоторепортаж ҡарағыҙ.

15 ғинуар 2016 йыл

үҙгәртергә

Өфөлә БашВики ирекмәндәре Википедияның 15 йыллығын билдәләне. Сараға Башҡорт Википедияһына битараф булмағандар йыйылды. Улар йылы аш, ҡайнар сәй һәм байрам торты менән һыйланды. Үткәндәрҙе байҡау менән бергә киләсәккә проекттар тураһында эшлекле һәм фәһемле һөйләшеү булды.