Лозина Полина Георгиевна

(Полина Лозина битенән йүнәлтелде)

Лозина Полина Георгиевна (22 декабрь 1923 йыл — 17 декабрь 1999 йыл) — СССР һәм Рәсәй педагогы. СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1979)[1]. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960).

Лозина Полина Георгиевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 22 декабрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Гнильск[d], Гдовский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 17 декабрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (75 йәш)
Уҡыу йорто А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Полина Георгиевна Лозина 1923 йылдың 22 декабрендә Гнильск ауылында (хәҙерге Псков өлкәһе Гдовск районы) ҙур крәҫтиән ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуа.

1941 йылдың июнендә Чернево ауылында урта мәктәп тамамлай. Һуғыш йылдарында урындағы партизан отрядында элемтәсе һәм разведчик була, Псков өлкәһенең фашистар ваҡытлыса оккупациялаған территорияларында балалар уҡыта, партизандар өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр йыя.

1944 йылдың апрелендә комсомолдың Полновской район комитетының икенсе, һуңынан беренсе секретары итеп һайлана. Псков педагогия училищеһын, һуңынан И. А. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтын тамамлай.

1954 йылдан 5-се Псков һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшләй. Лисьи Горки ауылында 30 30 йыл дауамында (1957 — 1987 йылдарҙа — башланғыс класс уҡытыусыһы) уҡыта һәм Любятово аҙ комплектлы мәктәпкә етәкселек итә.

1968 һәм 1978 йылдарҙа Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы делегаты була.

Рус яҙыусыһы И. А. Минутко 1989 йылда Полина Георгиевнаға «Школа над Псковой» әҙәби-документаль повесын бағышлай. Был әҫәрендә ул уҡытыусының ғәжәйеп яҙмышы, героиняһының педагогик таланты серҙәре, уҡыусыларға әхлаҡи тәрбиә биреү тәжрибәһе хаҡында һөйләй.

«Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан… Тимәк, был: характер, шәхес йәшәйештең тәүге йылдарында формалаша. Беҙ, башланғыс мәктәптәр уҡытыусылары, — тип иҫәпләй П. Г. Лозина, — йәмәғәт тормошонда шытым биргән үҫентеләр өсөн яуаплы»[2].

2005 йылдан Псков дәүләт университеты базаһында Лозина уҡыуҙары үтә.

Полина Георгиевнаның шәхси фонды Псков районының муниципаль архивында һаҡлана. Фонд составында уның 1978 йылда Бөтә Рәсәй Уҡытыусылар съезында, РСФСР һәм СССР Мәғариф министрлыҡтары коллегияларында һәйләгән телмәрҙәре, мәҡәләләре, дәрес конспекттары, Любятово аҙ комплектлы мәктәбендә эшләгән дәүерендәге фотолары бар.

Полина Георгиевна Лозина 1999 йылдың 17 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә