Пластов Аркадий Александрович

(Пластов Аркадий Александрови битенән йүнәлтелде)

Пластов Аркадий Александрович (18931972) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1962). Ленин премияһы (1966) һәм беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1946).

Пластов Аркадий Александрович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
Патронимы йәки матронимы Александрович[d]
Тыуған көнө 19 (31) ғинуар 1893[2]
Тыуған урыны Прислониха[d], Карсунский уезд[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 май 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[3][4][5][…] (79 йәш)
Вафат булған урыны Прислониха[d], Карсун районы[d], Ульяновск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d]
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Рәссамдар союзы[d]
Йоғонто яһаусы Товарищество передвижных художественных выставок[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ рәссамы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин премияһы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы
Защитник авторских прав reproduction right represented by CISAC-member[d][6] һәм reproduction right not represented by CISAC member[d][7]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Тверь өлкә картиналар галереяһы һәм Дәүләт Третьяков галереяһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Пластов Аркадий Александрович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Пластов Аркадий Александрович 1893 йылдың 19 (31) ғинуарында Прислониха (хәҙер Ульяновск өлкәһе Карсунский районы) ауылында нәҫелдән килгән икона яҙыусылар ғаиләһендә тыуған[8]

Өс йыл мәктәптә уҡып, 1903 йылда Сембер дини училищеһына уҡырға инә[9]. 1908 йылдан Сембер дини семинарияһында уҡый, ә һуңынан художество белем алырға ҡарар итә һәм Мәскәүгә күсенә. Ул рәсем төшөрөү менән Д.И. Архангельскийҙа шөғөлләнә. . Күпмелер ваҡыт И.И. Машков оҫтаханаһында шөғөлләнә, ә һуңынан Строганов Үҙәк Император художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инә, унда уҡытыусыларҙың береһе ул Ф.Ф. Федоровский була[10]. 1912 йылдан 1914 йылғаса тиклемге унда уҡып, Мәскәү һынлы сәнғәт, төҙөлөш һәм һәйкәл ҡойоу училищеһының скульптура бүлегенә уҡырға инә.

Уның уҡытыусылары рәссам А. М. Корин, А М. Васнецов, А Е. Архипов, А С. Степанов, Л. О. Пастернак һәм скульптор С. М. Волнухин була[11].

1917 йылда Сембер губернаһының Прислониха ауылына ҡайта, унда һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә башлай. 1917 йылда, Мәскәүгә Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһына уҡырға килгәс, патрулдәр уны вокзалда саҡ атып үлтермәй. Йәш кешенең өҫтөндәге шинелдә бөркөт төшкән төймәләр була, патрулдәр уны лазутчик тип уйлай. Уны оло йәштәге мәрхәмәтле патруль ҡотҡара. 1929 йылда Прислонихаға колхоз төҙөлөшө агитаторҙары крәҫтиәндәрҙе тракторға аҡса йыйыу буйынса өгөтләй башлай. Рәссам үҙ фекерен әйтә, әгәр трактор боҙолһа, һуңынан уның менән нимә эшләргә? Һәм аттар һатып алырға тәҡдим итә. Икенсе көндө үк НКВД зинданына эләгә, унда дүрт ай тиерлек үткәрә. Уны партияның индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыу линияһына ҡаршы сығыуҙа ғәйепләйҙәр. Рәссамды ауылдаштары ҡотҡарып алып ҡала, улар төрлө инстанцияларға хаттар яҙа. 1917—1922 — Прислониха ярлылар комитеты һәм ауыл совет секретары.

1935 йылдан жанр картиналары менән сығыш яһай, унда совет ауыл көнкүрешен арттырып маҡтау, образдарҙың яһалмалығы оҫталыҡ менән аралаша. Уның картиналарының геройҙары булып ауылдаштары сығыш яһай.

1927—1930 йылдарҙа Мәскәүҙә төрлө нәшриәттәрҙә эшләй.

Бер нисә әҙәби-нәфис әҫәрҙең авторы.

СССР художество академияһы академигы (1947). СССР Рәссамдар союзы аҡзаһы (1937), СССР Рәссамдар союзы һәм РСФСР Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы (1957), СССР Рәссамдар союзы идараһы секретары (1968).

1947—1950 йылдарҙа — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ульяновск өлкә советы депутаты.

1972 йылдың 12 майында Ульяновск өлкәһенең Прислониха ауылында вафат була. Үлеме алдынан ҡатынына иламауын үтенә. 10 йыл үткәс осрашыуҙары тураһында әйтә. Һәм 10 йыл үткәс ҡатыны вафат була (75 йәшендә). Прислониха ауылы зыяратында ерләнә.

  • Ҡатыны — Наталья Алексеевна фон[12], Вик , сығышы менән немец дворяндары нәҫеленән
  • Улы — Николай Пластов (1930—2000), рәссам.
  • Ейәндәре — Николай Пластов (1956 йылда тыуған), рәссам. Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт институтын тамамлай. [13].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945)
  • РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1956)
  • СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1962)
  • Ленин премияһы (1966) — «Люди колхозной деревни» картиналар циклы өсөн (1951—1965).
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) —«Сенокос» (1945) һәм «Жатва» (1945) картиналары өсөн
  • И. Е. Репин исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1972үлгәндән һуң) — «Костёр в поле», «Из прошлого» картиналары һәм замандаштарының портреттары өсөн.
  • Өс Ленин ордены (1963, 1968, 1971)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1945)
  • «В.И.Лениндың тыуыуына 100-йыллыҡ уңайынан» миҙалы
  • «Аҡ лотос» миҙалы (1964, Калькутта сәнғәте йәмғиәте, Һиндостан)
  • СССР Мәҙәниәт министрлығының алтын миҙалы (1958)
  • Брюсселдә Бөтә донъя күргәҙмәһепочетлы дипломы (1958)

Иң әһәмиәтле «Купание коней» картинаһы «Ҡыҙыл Армияға 20 йыл» күргәҙмәһе өсөн яҙыла. «Социализм индустрияһы» өсөн «Колхозный праздник» исеме аҫтында картина яҙыла (1937). Башҡа сағыу әҫәрҙе — «Колхозное стадо» (1938).


Уның картиналарында совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һынауҙары сағылған («Фашист пролетел», 1942), ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бала-саға һәм ҡарттарҙың һуғыш йылдарында колхоз баҫыуҙарында патриотик хеҙмәте («Жатва», «На сенокосе», 1945), Юғары Советҡа һайлау байрамы («Едут на выборы», 1947), һуғыштан һуңғы хеҙмәт күтәрелеше («Колхозный ток», 1949, «Ужин трактористов», 1951), урыҫ ауылы көнкүреше («Родник», 1952, «Лето», 1954, «Первый снег», 1946). Шулай уҡ йәмғиәттә киң резонанс алған билдәле картинаһы «Весна». Картина героиняһы унда тулыһынса шәрә баҫып тора, ул Төньяҡ Венераһы тип атала.

Картиналары («Мороз, Красный нос» Н. А. Некрасов, 1948; 1948; А.С.Пушкиндың «Капитанская дочка», 1948—1949; Л. Н. Толстой әҫәрҙәре, 1953; А. П. Чехов хикәйәһе, 1954, һ.б.) иллюстрациялары , пейзаждар, ауыл хужалығы плакаттары эмоционаллек һәм фекер яҡтылығы менән айырылып тора. Ауыл тормошон һәм туған тәбиғәт образдарын рәссам акварелдәрҙә һәм балалар өсөн китаптарҙа сағылдыра. Рәссам үҙе тере сағында совет һынлы сәнғәттең танылған классигы була. Уның һүрәттәре даими совет дәреслектәренә һәм мәктәп хрестоматияларына индерелә.

Күргәҙмәләр

үҙгәртергә
  • 1973 йылдың 30 ғинуарында Ульяновск өлкә художестволы музейында күргәҙмәһе асыла.Рәссамдың 60-тан ашыу әҫәре ҡуйыла.
  • 1974 йылдың 6 авгусында академия күргәҙмәһе үтә[14].
  • 2006 йылдың 13 июлендә Рус Дәүләт музейының Мәрмәр һарайында уның әҫәрҙәре күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмә Санкт-Петербургта «Оло Һигеҙ» саммитының мәҙәни программаһы сиктәрендә үтә. Дәүләт Третьяков галереяһынан, Ульяновск художество музейынан һәм рәссамдың вариҫтары коллекцияһынан 50-нән ашыу әҫәре экспозицияға ҡуйыла.
  • Мәскәүҙә, Котельнический яр буйы урамы буйлап 1/15-се йортта (рәссам йәшәгән) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[15].
  • Прислонихала, Пластов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • 1973 йылдың ғинуарында Ульяновск өлкә художество музейы рәссамдың һикһән йәшлек хөрмәтенә тантаналы кисә үткәрә, ә Профсоюздар Мәҙәниәт йортонда Пластов тураһында «Солнечный талант» документаль фильм күрһәтә.
  • 1979 йылдың 8 сентябрендә Мәскәү, Зубовский бульвары, 27 адресы буйынса рәссамдың музейы асыла.
  • 1986 йылдың 30 ғинуарында Ульяновск ҡалаһында Пластов бульвары барлыҡҡа килә[16].
  • 1986 йылда 5 июлендә Ульяновск ҡалаһында Гончаров урамында рәссамдың сәнғәт галереяһы асыла (2010 йылда унда Пластов музейы асыла).
  • 2003 йылдың 31 ғинуарында Ульяновскиҙа Пластов урамында рәссамға һәйкәл ҡуйыла .
  • 2011 йылдың 25 сентябрендә рәссамдың тыуған илендә, Прислониха ауылында һәйкәл ҡуйыла[17].
  • Рәссамдың ҡәберендә таш төҙөлә.
  • А.А.Пластов һүрәттәре менән СССР почта маркаһы сығарыла.
  • Нәшриәттәр, полиграфия һәм китап сауҙаһы СССР Министрҙар советы һәм СССР Художество академияһы рәссамдың тормошо һәм ижады буйынса монография баҫтырып сығара.
  • Рәссамдың эштәре Рус реалистик сәнғәте институтының йыйынтығына инә.
  • Ульяновск өлкәһендә йыл һайын традицион Пластов көндәре үткәрелә[18].
  • 2007 йылдан төбәк, ә 2011 йылдан — Аркадий Пластов исемендәге халыҡ-ара премиялар тапшырыла[19].[20][21]
  • Рәссамдарҙың халыҡ-ара «Пластов көҙө» ассамблеяһы ( 2011).
  • Карсун һынлы сәнғәт мәктәбе рәссам исемен йөрөтә (2012).

А. А. Пластов музейы

үҙгәртергә
  • 2010 йылда Ульяновск өлкәһе хөкүмәте бойороғо буйынса, РФ иҫәп палатаһы рәйесе С.И. Морозов, һәм губернаторы В.С. Степашин патронатлығында Пластовтар ғаиләһе ярҙамында «А.А. Пластов музейы» — «Ульянов художество музейының» яңы филиалы асыла. Музейҙа рәссамдың 1920 йылдар башынан 1970 йылдарға тиклемге осорҙо эсенә алған .50-нән ашыу әҫәре ҡуйыла. Улар араһында «Деревенский март», «Костёр в поле», «Мартовское утро», «Рим. Аппиева дорога» һәм рәссам ғаиләһе биргән «Родник» (автор ҡабатлауы) картиналары бар. Экспозицияға А.А. Пластовтың шәхси әйберҙәре инә. Пластовтың иртә һүрәттәре, рәссамдың ауылдаштары фотоһүрәттәре һәм халыҡ көнкүреше әйберҙәре ҙур ҡиммәткә эйә.
  • Рәссам тыуған Прислониха ауылында тағы бер музей эшләй. «СССР-ҙың халыҡ рәссамы А.А. Пластовтың музей-усадьбаһы» 1988 йылда асыла һәм «Ульяновск художество музейы» филиалы булып тора. 2017 йылда филиалды «Прислониха — А. А. Пластовтың тыуған яғы» тип аталған тарихи-әҙәби музей-ҡурсаулығы тип үҙгәртелә. Комплекс составына А.А. Пластов музейы, рәссамдың һәйкәле, тергеҙелгән Богоявления Господня сиркәүе, ҡунаҡ йорто, шулай уҡ объект-рекреацион зонаһы ландшафты инә[22][15].

Библиография

үҙгәртергә
  • Русские художники, TEPPA-Книжный клуб, Москва, 2001.
  • Жукова А. С. Пластов из Прислонихи: Документально-художественная повесть. — М.: Дет. лит., 1982.
  • А. А. Пластов об искусстве
  • Муратов А. М. Педагогические идеи А. А. Пластова и некоторые проблемы современной высшей художественной школы // Международная ассамблея художников «Пластовская осень». Ульяновск, 24-26 сентября 2013 года. — Ульяновск: Изд-во «Корпорация технологий продвижения», 2014. — С. 136—142.
  • Пластова Т. Ю. Аркадий Александрович Пластов. Великие художники. Том 78. — М., 2011.
  • Пластова Т. Ю. Аркадий Пластов. Страна и мир. «От этюда к картине». Статьи, письма, материалы. — М.: Кучково поле, 2018.
  • Пластова Т. Ю. А. Пластов. Православные истоки творчества // Русское искусство. — 2004. — № 4.
  • Пластова Т. Ю. Русская литература в иллюстрациях и письмах А. Пластова // Русское искусство. — 2007. — № 4.
  • Пластова Т. Ю. А. Пластов: Процесс становления художественной системы и живописные традиции начала XX века // Театр, живопись, кино, музыка. — 2008. — № 2.
  • Пластова Т. Ю. Аркадий Пластов и Императорское Строгановское художественно-промышленное училище //Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА им. Строганова. — 2011. — № 3, ч. 2.
  • Пластова Т. Ю. Винсент Ван Гог — Аркадий Пластов: Парадигма бытия и живописная традиция // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА. — 2012. — № 1.
  • Пластова Т. Ю. Античная тема и мифологические сюжеты в творчестве А. А. Пластова и проблемы неоклассицизма в русском искусстве XX века // Искусствознание. — 2013. — № 1-2.
  • Пластова Т. Ю. Почва и Судьба // «Почва и Судьба» ГРМ. — СПб.: «Palace Edition», 2013.
  • Пластова Т. Ю. Любовь земная и любовь небесная. Образ женского тела в творчестве А. Пластова и традиции европейской живописи // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА. — 2014, — № 2.
  • Пластова Т. Ю. А. Пластов. Поэтика натюрморта // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА. — 2014, — № 3.
  • Пластова Т. Ю. Передо мной предстала красивая душа русского художества… А. А. Пластов — В. И. Костин. Диалог художника и критика // Журнал по истории и теории искусства. — 2014. —№ 3-4.
  • Пластова Т. Ю. Церковная тема и евангельский сюжет в творчестве А. А. Пластова как явление религиозного искусства // Неофициальное искусство в СССР 1950—1980-е годы / РАХ НИИТИИ. — М.: БуксМАрт, 2014.
  • Пластова Т. Ю. Я напишу, что видели мои глаза… Рисунки и этюды А. Пластова 1930-40-х гг. // Произведение искусства как документ эпохи. Время, язык, образ. Ч. 13. РАХ НИИТИИ. — М.: БуксМАрт, 2014.
  • Пластова Т. Ю. От этюда к картине. К вопросу о творческом методе А. А. Пластова // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА, № 1, 2014.
  • Пластова Т. Ю. Апология счастья. Тема праздника в искусстве 1930-х годов // Декоративное искусство и предметно-пространственная среда. Вестник МГХПА, 1/2016.
  • Пластова Т. Ю. Аркадий Пластов. Читая Толстого. Журнал Третьяковская галерея, № 1, 2016.
  • Пластова Т. Ю. Творчество А. Пластова послевоенного десятилетия и новые пути отечественного искусства // Материалы международной научной конференции «Творческое наследие А. Пластова и проблемы искусства XX—XXI века» // Сб. «Пластовская осень», 2012.
  • Филиппова И. И. Творчество Аркадия Пластова и проблемы изучения русского реализма // Проблемы советского искусства 1930-50 гг. (к 100-летию А. А. Дейнеки). Сборник докладов, статей, воспоминаний. — Курск: Изд-во Курск. Гос. Пед. Ун-та, 1999. — С. 82-91.
  • Филиппова И. И. Произведения Аркадия Пластова военного периода //Миротворческий потенциал историко-культурного наследия второй мировой войны и Сталинградская битва: всероссийская научно-практическая конференция, посвященная 70-летнему юбилею победы в Сталинградской битве и 50-летнему юбилею открытия Волгоградского музея изобразительных искусств имени И. И. Машкова, 7-9 мая 2013 г.: [материалы] / Отв. ред. Е. В. Огаркова. — Волгоград: ПринТерра-Дизайн, 2013. — С. 108—114.
  • Филиппова И. И. Некоторые аспекты портретной живописи в творчестве Аркадия Пластова // Вестник Южно-Уральского государственного университета. 6 (106). Серия «Социально-гуманитарные науки». Вып. 10. — Челябинск: Издательство ЮУрГУ, 2008. -С. 85-90.
  • Филиппова И. И. Пейзаж в творчестве Аркадия Пластова довоенного периода // Вестник Санкт-Петербургского университета. Искусствоведение. Серия 15, выпуск 2. Июнь 2013. Санкт-Петербург: Издательство Санкт-Петербургского университета, 2013. — С. 172—178.
  • Филиппова И. И. Аркадий Пластов. 1912-й-1940-е. Формирование самобытного живописного метода // Актуальные проблемы изучения творчества И. И. Машкова и художников «Бубнового валета»: материалы Международной науч.-практич. конф. к 100-летию со времени организации художественного общества «Бубновый валет» и 130-летию со дня рождения И. И. Машкова. 18, 19 октября 2011 г. — Волгоград: Парадигма, 2011. — С. 108—121.
  • Филиппова И. И. Поздние произведения А. А. Пластова: образы и смыслы // Культура и искусство. — 2013. — № 4. — С. 446—452.
  • Филиппова И. И. Дети и детство в живописи А. А. Пластова // Вестник Южно-Уральского государственного университета. Т. 14, № 1. Серия «Социально-гуманитарные науки». Челябинск: Издательский центр Южно-Уральского государственного университета, 2014. — С. 74-79.
  • Филиппова И. И. Источник биографический сведений об Аркадии Пластове // Исторические, философские, политические и юридические науки, культурология и искусствоведение. Вопросы теории и практики. — Тамбов: Грамота, 2015. № 2 (52). — С. 193—196.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #72204590 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. ПЛАСТОВ // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  3. Пластов Аркадий Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Arkadi Aleksandrovich Plastov (нидерл.)
  5. Bibliothèque nationale de France Arkadij Aleksandrovič Plastov // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  6. https://www.adagp.fr/en/identities/arkadij-aleksandrovich-plastov-40130
  7. Plastov, Arkadij Aleksandrovich // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=9c7e364d-c6a9-466c-a829-61ff8ea694e7
  8. Пластов Аркадий Александрович/ Муратов А. М.Большая российская энциклопедия: [в 35 т.]/ гл. ред. Ю. С. Осипов.— М.: Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  9. Brandergofer: 124 года назад открылось Симбирское духовное училище.;Улпресса.Дата обращения 17 августа 2020.
  10. Биография на Российском общеобразовательном портале
  11. Биография на сайте «GallArt.ru» 2020 йыл 3 декабрь архивланған.
  12. История. ГУЗ «Костно-туберкулезный санаторий «Сосновка». Дата обращения: 22 май 2020.
  13. Биография Аркадия Пластова. РИА Новости. Дата обращения: 22 май 2020.
  14. Ульяновская правда, 6.8.1974 г. / Подготовил Репьёв О. М. /.Произведения А.А. Пластова – на академической выставке
  15. 15,0 15,1 Постановление СМ СССР № 37 от 12.01.1973 г. «Об увековечении памяти народного художника СССР А. А. Пластова».
  16. Январь 1986 / История Ульяновска / Годы и люди. leta.73online.ru. Дата обращения: 27 сентябрь 2019. 2019 йыл 27 сентябрь архивланған.
  17. В Ульяновской области фура опрокинула памятник Пластову — Виктория Чернышева — Российская газета
  18. Памяти народного художника.
  19. Международная премия имени А.А.Пластова. Дата обращения: 7 август 2020.
  20. В Ульяновской области вручили Международную премию имени Аркадия Пластова. Дата обращения: 7 август 2020.
  21. Пластовская премия.
  22. Ульяновский художественный музей станет участником IV Международного туристского экспофорума «Отдых на Волге». Официальный сайт правительства Ульяновской области (12.04.2019).

Һылтанмалар

үҙгәртергә