Тверь өлкә картиналар галереяһы
Тверь өлкә картиналар галереяһы — Тверҙең художество музейы.
Тверь өлкә картиналар галереяһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1866[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Рәсми сайт | gallery.tver.ru |
Страница учреждения на Викискладе | Art Gallery of Tver |
Тверь өлкә картиналар галереяһы Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергә1866 йылда Тверь губернаторы П. Р. Багратион, крайҙы өйрәнеүсе Н. И. Рубцов, шағир-декабрист Ф. Н. Глинка, ҡала башлығы А. Ф. Головинский инициативаһы менән Рәсәй провинцияһында асыҡ булған беренсе тарихи-археологик һәм сәнәғәт «музеум»ы барлыҡҡа килтерелә. Әммә 1866 йылдың 9 авгусында батша улы Александр Александрович һәм Бөйөк кенәз Владимир Александрович алдында сәнғәт әҫәрҙәре торған була — адмирал Корниловтың, гравер Уткин, астрономик сәғәт уйлап табыусы Волосков, сауҙагәр Савиндың портреттары ҡуйыла. Был дүрт эш «ҡомартҡы» булараҡ, буласаҡ нәфис коллекцияның нигеҙен барлыҡҡа килтерә.
1896 йылдан алып (өҙөклөк менән 1936—1961 йй.) Тверь император һарай бинаһында, XVIII—XIX быуаттарҙың архитектура һәйкәлендә (архитекторҙары П. Р. Никитин, М.. Ф. Казаков, К. И. Росси, А И. Резанов) урынлаша.
Революцияға тиклем музей сәнғәт ҡомартҡылары менән төрлө ваҡытта һәм осраҡлы рәүештә генә тулыландырыла. Күпселек әйберҙәр — декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм сиркәү әйберҙәре. Хәйер, ул ваҡытта алынған коллекцияларҙың байтағының хәҙерге көндә лә мөһим, ҙур урын биләгәне күҙгә ташлана: XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башындағы «Крәҫтиән туйы» буялған ағас рельефы (1883 йылда шәхси йыйылманан алынған) һәм XVII быуаттың «Михаил и Арсений Тверские с тверским кремлем и Преображением» иконаһы (И. П.. Щукиндың 1893 йылда музейға биргән бүләге), шулай уҡ П. С. Дрождин, Г В. Сорока һәм А. В. Тыранов картиналары, «Цеховые знаки» — XVIII быуаттың уникаль рәсем сәнғәте жанры өлгөһө (1904 йылда Тверь һөнәрселек идаралығы тарафынан музейға тапшырылған).
1917 йылдан алып Тверь өлкәһенең дөйөм халыҡ милкенә әйләндерелгән усадьбаларынан классик сәнғәткә коллекциялары килтерелә. Шулар араһында кенәз А. А. Ширинский-Шихматов, кенәз Куракин усадьбаларынан килтерелгән картиналар байтаҡ. Ошо осорҙа музейға 500-ҙән артыҡ картина тапшырыла. Улар араһында Европа оҫталарының : Франция, Голландия, Италия, Англия рәссамдарының картиналары; император Романовтар династияһы ағзаларының портреттары; шулай уҡ билдәле Я. И. Вишняков, С. Ф. Рокотов, Д. Г, Левицкий, Л. В. Боровиковскийҙарҙың әҫәрҙәре тапшырыла.
1922 йылдың бүләктәре булып рус сәнғәт әҫәрҙәре оҫталарының, башлыса XIX быуаттағы, шул иҫәптән,И. К. Айвазовский, А В. Тыранов, М. Н. Воробьев, ағалы-энеле Чернецовтар, Г И. Семирадский) һәм Рус шәхси операһы йырсыһы Г. П. Маликовтың һшәхси коллекцияларының картиналары тора. 1930—1950 йылдарҙа музейға И. И. Левитан һәм С. Ю. Жуковскийҙың, В. И. Суриковтың , Е. В. Маковскийҙың., И. Е. Репин, В. М. Нестеров, И. И. Машков, Н. П. Крымов, И. Э. Грабарҙың картиналары тапшырыла (барлығы 40-тан ашыу экспонат). Уларҙың барыһы ла тиерлек даими экспозицияның айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
1929 йылда музейҙы Тыуған яҡты өйрәнеү музейы тип үҙгәртәләр, 1937 йылда ул «Калинин өлкә картиналар галереяһы» тип атала.
Бөйөк ватан һуғышы осоронда ҡала оккупацияла ҡалған, Император һарайы ҙур емереүҙәргә дусар була. Художество галереялары коллекциялары зыянлана, өлөшләтә урлана. Ҡала азат ителгәндән һуңмузейҙы ҡотҡарыу эштәре башлана, ундағы әҫәрҙәр өйрәнелә, комплектлап йыйыла.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Үҙгәртеп ҡороу осорона тиклем галерея планлы рәүештә тулыландырыла, унда рус һәм сит ил рәссамдарының яңы картиналары һатып алына Тверь өлкәһе рссамдарының картиналары йыйыла. 1960—1970 йылдарҙағы экспедиция эшмәкәрлеге арҡаһында боронғо рус сәнғәте бүлеге киңәйтелә.
1990 йылдан алып галерея хәҙерге исеме менән йөрөй.
Коллекцияһы
үҙгәртергәГалерия коллекцияһында яҡынса 32 000 экспонат иҫәпләнә: культ коллекцияһы («боронғо» XIV—XX быуаттағы урыҫ сәнғәте), графика һәм скульптура XVIII—XX быуаттың Көнбайыш Европа сәнғәте әҫәрҙәре, XV—XX быуаттағы Рәсәй, Европа, Көнсығыштың биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре бар.
Боронғо рус сәнғәте бүлегендә — Тверь икона мәктәбе әҫәрҙәре (XIV—XVI быуаттар), уникаль тверь фрескалары (XV—ХVI быуаттар), батша ҡапҡаһы һәм ағас скульптура, баҡыр пластика, иконалар яҙыусы С Ушаковтың һәм башҡаларҙың эштәре тора.
Рус сәнғәте йыйылмаһында XVIII—XX быуаттар — Рәсәйҙә иң яҡшы портрет коллекцияларҙың береһе, XVIII быуаттың дин һәм ситләтелгән һынлы сәнғәте А. Венецианов һәм уның мәктәбе рәссамдары (Г. Сорока, Н. Крылов, А Тыранов һ. б.), пейзаж рәсем сәнғәтендә XIX—XX быуаттар (К. Коровин, А Рылов, А. Степанов һ. б.), В. А. Серов һәм уның Домотканово имениеһы тирәһендәге рәссамдар (М. А. Врубель, Н. Симонович-Ефимова, И. Ефимов, В. Дервиз, В Фаворский һ. б.), ХХ быуаттың монументаль скульптураһы (Н. Андреев, В Мухина, С Коненков, Б. Королев, И. Шадр, И. Фрих-Хар, А Зеленский, Э. Неизвестный, О. Комов һ. б.) әҫәрҙәре бар.
Көнбайыш Европа сәнғәте коллекцияһында — итальян, француз, немец, голланд, фламанд һәм башҡа XVI—XX быуат мәктәптәре рәссамдарының рәсем сәнғәте, скульптура, графика һәм гравюра әҫәрҙәре, шул иҫәптән, Л. Корона, А Маньяско, С. де Брая, Н. Муйарта, А. Куапель, Ф. Баттальоли, Ф. де Труа, К.-Ж. Верне, А. Говартс әҫәрҙәре тора.
Биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлегендә: Европа, Көнсығыш, Рәсәй фарфор һәм фаянс әҫәрҙәре, шул иҫәптән илдең иң тулы (7000 һаҡланылған данаһын тәшкил итеүсе) коллекцияларында Ауэрбах-Кузнецов (хәҙер Конаковский фаянс заводы) заводы изделиелары бар; рус һәи европа мебелдәре, художестволы быяла, металл әйберҙәр, туҡымалар һәм юашҡалар тора.
Филиалы
үҙгәртергә- Мемориально-художественный музей Валентина Серова в Домотканово
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт 2018 йыл 15 ноябрь архивланған.