Гжегож Пирамович ( пол. Grzegorz Piramowicz , Григор Пирумян ; 25 ноябрь 1735(17351125), Львов - 14 ноябрь 1801, Мендзыжец-Подляски) - поляк педагогы, рим католик руханийы, дин таратыусы, педагог, яҙыусы һәм шағир, тәржемәсе, философ.

Пирамович Гжегож
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Речь Посполитая
Тыуған көнө 25 ноябрь 1735({{padleft:1735|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) или 1735[1][2][3]
Тыуған урыны Львов, Малопольская провинция[d], Поляк Короллеге тажы[d], Речь Посполитая
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1801({{padleft:1801|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) или 29 декабрь 1801({{padleft:1801|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1]
Вафат булған урыны Мендзыжец-Подляский[d], Бяльский повет[d], Польша[4]
Яҙма әҫәрҙәр теле поляк теле
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, шағир, уҡытыусы
Уҡыу йорто Львовская иезуитская коллегия[d]
Монашеский орден иезуиты[d]
Ойошма ағзаһы Варшава фән дуҫтары йәмғиәте[d] һәм Тарговицкая конфедерация[d]
Тасуирлау биттәре wiki.ormianie.pl/index.p…
 Пирамович Гжегож Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Львов патрицийы Якуб һәм Анна Никорович әрмән сәүҙәгәрҙәр ғаиләһендә тыуған.

Луцк һәм Львовта иезуит коллегияларында уҡыған.

Иезуиттар ордены ағзаһы (1754-1773).

1767 йылда Львов кастелянының улдарына опекун сифатында Францияға һәм Италияға сәйәхәт итә, унда фәлсәфә һәм педагогикала төрлө ағымдар менән таныша.

1770-1773 йылдарҙа Львовта иезуит коллегияһында философия уҡыта.

1773 йылда Куровола дин әһеле була (Пулава янында).

1773-1794 йылдарҙа Эдукция комиссияһы секретары, Речь Посполитаяла мәғариф ойоштороу тураһында төп законын (1781) төҙөүселәрҙең береһе.

Халыҡ мәктәптәре инспекторы функцияларын башҡара. 1775-1787 йылдарҙа Элементар дәреслектәр йәмғиәтенең мәктәп эштәре буйынса комиссияһы секретары.

Тарговица Конфедерацияһы ағзаһы (1792). [

Варшава фән дуҫтары йәмғиәте эшендә ҡатнаша [5].

1794 йылда поляк восстаниеһы баҫтырылғандан һуң эмиграцияла йәшәй. Тарговица конфедерацияһы тарҡатылғандан һуң, Пирамович үҙенең барлыҡ вазифаларын юғалтҡан; фәҡирлеккә төшкән ауырыу килеш ул Польша магнаттары йорттарында приют эҙләргә мәжбүр булған. Асыҡланмаған сәбәптәр арҡаһында ул Австрия Хөкүмәте тарафынан ваҡытлыса төрмәгә оҙатылған (1797). 1797-1800 йылдарҙа Краковтағы полиция күҙәтеүе аҫтында була.

Мәғрифәтселеге

үҙгәртергә

Польшала милли мәғариф системаһын тергеҙеүгә йүнәлтелгән эшсәнлегендә ул дәүләт мәктәптәрен ойоштороуға айырыуса иғтибар бирә. Риторика буйынса дәреслек, мәхәллә мәктәптәре өсөн алфавит, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шиғырҙар һ.б. уның редакцияһында сыға.

Кельц, Лодзь, Вроцлав, Щецин ҡалаларында Пирамович исемендәге урамдар бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Wurzbach D. C. v. Piramowicz, Gregor (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt habenWien: 1856. — Vol. 22. — S. 322.
  2. Grzegorz Piramowicz // NUKAT — 2002.
  3. Grzegorz Piramowicz // MAK (пол.)
  4. Храневич К. И. Пирамович, Григорий (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1898. — Т. XXIIIа. — С. 635.
  5. Храневич К. И. Пирамович, Григорий // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1898. — Т. XXIIIа. — С. 635.

Һылтанмалар

үҙгәртергә