Петрова Мария Григорьевна
Петрова Мария Григорьевна (16 август 1906, Санкт-Петербург — 24 ғинуар 1992, Санкт-Петербург, Рәсәй Федерацияһы) — РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978), Ленинград радиоһы дикторы һәм режиссеры. Тембры һәм тәьҫирлелеге буйынса һирәк тауыш эйәһе.
Петрова Мария Григорьевна | |
рус. Мария Григорьевна Петрова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1906[1] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 24 ғинуар 1992 |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Богослов зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | диктор, радио алып барыусы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1906 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Путилов (хәҙерге Киров) заводы эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Ленинград театр институтында (Л. С. Вивьен оҫтаханаһы) уҡый. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Ленинград Йәш тамашасылар театрында эшләй. Бер үк ваҡытта Ленинград радиоһы менән хеҙмәттәшлек итә башлай, балалар тапшырыуҙарында ҡатнаша. 1934 йылдың 1 апрелендә Мария Петрова Ленинград радиоһы хеҙмәткәрҙәре штатына индерелә, унда 56 йыл өҙлөкһөҙ эшләй. Был йылдар эсендә уның тарафынан тиҫтәләрсә мең бит әҙәби әҫәрҙәр уҡылған һәм радиоспектаклдәрҙә йөҙҙәрсә роль уйналған.
Композитор Сергей Баневич иҫәпләүенсә, «Петрова Мария Григорьевна — ҡала тормошонда бөтөн бер дәүер. Уның тауышы, интонацияһы Ленинградтың танытыу сигналы һымаҡ ине. Балалар һәм өлкәндәр радионы тулы тауышына эшләтәләр һәм ғаиләләре менән, бөтәһе бергә, уның уҡығанын тыңлайҙар ине. Ышанам, уның артислыҡ һәләте, тыңлаусыһына тәьҫир итеү көсө, һәм тағы ла һуғыш йылдарында һәм Ленинград блокадаһында яулаған сикһеҙ абруйы бергә, беҙҙең граждандарҙың тотош быуындарына йоғонто яһай. Мин һәм минең тиҫтерҙәрем ысынлап та Мария Григорьевнаның тапшырыуҙарында үҫтек, беҙ уның геройҙарын таныныҡ һәм яраттыҡ, һәм дөрөҫлөк, батырлыҡ, изгелек китаптарҙа ғына түгел, ә тормоштоң үҙендә тип инанып ҙурайҙыҡ, һәм яҡшыраҡ була барҙыҡ»[2].
Мария Петрова 1959 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, ә 1978 йылда — РСФСР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була. Мария Григорьевна Петрованың ире рәссам Николаев Ярослав Сергеевич (1899—1978).
1992 йылдың 24 ғинуарында вафат була. Санкт-Петербургта Богослов зыяратында ире Я. Николаев менән йәнәш ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Mariâ Grigor'evna Petrova // MAK (пол.)
- ↑ Голос блокадного Ленинграда. Мария Петрова