Песчанокопское — Ростов өлкәһендәге ауыл.

Ауыл
Песчанокопское
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Песчанокопский

Ауыл биләмәһе

Песчанокопское

Координаталар

46°11′46″ с. ш. 41°04′39″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1803

Халҡы

10 593[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 86373

Почта индексы

347570-347572

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

60 244 855 001

Код ОКТМО

60 644 455 101

Номер в ГКГН

0012745

Песчанокопское (Рәсәй)
Песчанокопское
Песчанокопское
Песчанокопское (Ростов өлкәһе)
Песчанокопское

Песчанокопский районы һәм Песчанокопское ауыл биләмәһе административ үҙәге.

Географияһы

үҙгәртергә

Дондағы Ростов ҡалаһынан 156 км алыҫлыҡта Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.

Топографик картаһы

үҙгәртергә
  • |

Песчанокопское ауылының ҡасан барлыҡҡа килеүенең аныҡ датаһы билдәле түгел. Хәҙерге көндә ер аҫты йылғаһы булған «Песчаная» йылғаһы буйында тора. Песчанокопское һәм Лестницкое ауылдары беренсе тапҡыр 1803 йылда телгә алына. 1896 йылда Владикавказский тимер юлы төҙөлөү һәм уны эшләтә башлау арҡаһында — «Тихорецкий—Царицын» участкаһында Песчанокопская, ә һуңынан Развильная станциялары эшләй башлай.

1910 йылда ауыл халҡының һаны 10600 кеше тәшкил итә, унда 2 сиркәү, 3 училище, почта-телеграф бүлексәһе була. Ауыл аша Ростовтан Ставрополгә почта тракты үтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Халыҡ һаны динамикаһы

1873[2] 1909[3] 1926[4] 1939[5]
292 5 595 12 12 092 542 8

Социаль сфера

үҙгәртергә

Песчанокопское ауылында мәҙәниәт һарайы бар, унда 1000 урынлыҡ 2 тамаша залы, түңәрәктәр эше өсөн тиҫтәләрсә бүлмәләр, спортзал эшләй. Был бинала район пионерҙар һарайы, район музыка, сәнғәт, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, Песчанокопский районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан. Ауылда кинотеатр, 2 парк, стадион, 6 тарихи һәйкәл, мәҙәни-спорт комплексы булдырылған.

2002 йылда «Еңеү» бульвары, ябыҡ баҙар төҙөлгән.

2010 йылда «Спорт-һауыҡтырыу комплексы» булдырылған.

Иҫтәлекле урын

үҙгәртергә
  • Покровский сиркәүе (1854).
  • В. И. Ленин һәйкәле (1985)[6]. Һәйкәл граниттан эшләнгән. Ауыл майҙанында постаментҡа урынлаштырылған.
  • Пионер-герой Жора Пономарев һәйкәле. Ростов өлкәһенең Песчанокопский районы тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларына ҡарай.
  • Хәрби әсирҙәрҙе атып үлтереүгә иҫтәлекле билдә. Песчанокопская станцияһы янындағы кирбес заводы соҡорҙарында 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың ғинуарына тиклем 188 кеше, шул иҫәптән 113 яугир атып үлтерелгән.
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған Песчанокопское ауылы кешеләре иҫтәлегенә обелиск (1967).
  • Песчанокопское ауылынан сыҡҡан Ҡыҙыл Армия командирҙары генерал-майоры Петр Михайлович Давыдов һәм Беренсе атлы армия комиссары һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы политработник Никифор Афанасьевич Шевелев һәйкәле[7].
  • «Фронт һалдаттары әсәләре һәм тол ҡатындар» һәйкәле. Һәйкәл 2007 йылдың 28 сентябрендә асылған. Ауылдағы яугирҙәргә ҡуйылған обелиск һәм был һәйкәл ауылдың Дан мемориалы булып тора. Йыл һайын мемориал янында тантаналы саралар уҙа[8].
  • Песчанокопский район тарих-крайҙы өйрәнеү музейы. Ул 1984 йылдың 4 мартында асылған колхоз, совхоз, урындағы предприятиелар тарафынан асылған. 2001 йылда музей район тарих крайҙы өйрәнеү музейы тип йөрөтөлә башлай. 2002 йылда ул Песчанокопский районының тарих-крайҙы өйрәнеү музейытип атала, 2003 йылдан алып — муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы.

Әлеге ваҡытта 550 берәмек музей экспонаты 4 залда урынлаштырылған.

  • 1-се залда эшсәндәрҙең көнкүреш әйберҙәре;
  • 4-се зал ауыл хеҙмәтсәндәренә арналған;
  • 5-се зал Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында һөйләй.

Музейҙа экспонаттарҙың береһе «X быуат Ҡыпсаҡ таш һыны» « Донъя таш һындары» каталогына индерелгән[9].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә