Песчанокопский районы

Песчанокопский районы — Рәсәй Федерацияһының Ростов өлкәһе составындағы муниципаль берәмек

Песчанокопский муниципаль районы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

Муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Ростов өлкәһе

Берләштерә

9 Муниципаль берәмек

Административ үҙәк

Песчанокопское ауылы

Барлыҡҡа килеүе

1935

Район хакимиәте башлығы

Зубов Александр Иванович

Депутаттар йыйылышы рәйесе[1]

Татаркин Виктор Иванович

Рәсми телдәр

урыҫ теле

Халҡы (2016)

28 652[2]
(0.68 %)

Тығыҙлығы

8.19 кеше/км²

Майҙаны

1882 км²

Песчанокопский муниципаль районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Телефон коды

+7 86373

Автомобиль номерҙары коды

61, 161

Рәсми сайты
ОКАТО

60 244 000

Район үҙәге — Песчанокопское ауылы. Ростовҡа тиклем алыҫлыҡ — 174 км.

Географияһы

үҙгәртергә

Ростов өлкәһе сигенең көньяғында урынлашҡан һәм Краснодар, Ставрополь крайҙары, Ҡалмыҡ Республикаһы менән сиктәш.

Райондың барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

1935 йылда Аҙау-Ҡара диңгеҙ крайын 1935 йылдың 18 ғинуарындағы БҮБК Президиумы ҡарары нигеҙендә ваҡлау арҡаһында барлыҡҡа килгән.

1925 йылға тиклем райондың бөтә ауылдары Ставрополь губернаһы Медвежинский өйәҙе составына ингән. 1925 йылдың июлендә улар Төньяҡ Кавказ Сальск округының Белоглинский районы составына инә. 1935 йылда хәҙерге район ауылдары территорияһында ике район: Песчанокопский һәм Развиленский — була, улар Аҙау -Ҡара диңгеҙ крайына ҡараған. Песчанокопский районына Жуковский, Летницкий, Песчанокопский Рассыпянский һәм ауыл советары инә. Развиленский районына Краснополянский, Николаев, Поливянский, Развиленский ауыл советтары һәм Роте-Фане «околотогы» инә[3].

1937 йылда ике район да яңы төҙөлгән Ростов өлкәһенә инә. 1959 йылдың майында ике район берләштерелә, ә 1961 йылда ул Ростов өлкәһенең Сальский районы составына бирелә.1963 йылдың февралендә Песчанокопский районы бөтөрөлә. 1965 йылдың ноябрендә район яңынан тергеҙелә[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә