Пашаева Ғәнирә Әләскәр ҡыҙы

Пашаева Ғәнирә Әләскәр ҡыҙы (әзерб. Qənirə Ələsgər qızı Paşayeva, 24 март 1975 йыл, Товуз районы, Әзербайжан ССР-ы) — сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, шағирә, Әзербайжан Республикаһы Милли йыйылышы депутаты. Әзербайжан яҙыусыһы Ғәнзәфәр Пашаевтың ике туған һеңлеһе[5].

Пашаева Ғәнирә Әләскәр ҡыҙы
әзерб. Qənirə Ələsgər qızı Paşayeva
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Әзербайжан
Тыуған көнө 24 март 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1]
Тыуған урыны Дюз Гырыглы[d], Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 28 сентябрь 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2] (48 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан
Дата погребения или кремации 29 сентябрь 2023
Ерләнгән урыны II Аллея почётного захоронения в Баку[d]
Туған тел Әзербайжан теле
Һөнәр төрө журналист, сәйәсмән, табип
Биләгән вазифаһы депутат Национального собрания Азербайджана[d], представитель в Парламентской ассамблее Совета Европы[d], депутат Национального собрания Азербайджана[d][3], депутат Национального собрания Азербайджана[d] һәм депутат Национального собрания Азербайджана[d]
Уҡыу йорто Баҡы дәүләт университеты
Әзербайжан медицина университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы беспартийный[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 239 374 һәм 5970 ± 9[4]
 Пашаева Ғәнирә Әләскәр ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Пашаева Ғәнирә 1975 йылдың 24 мартында Әзербайжан ССР-ының Товуз районы Дюз Ғырығлы ауылында тыуған. Әзербайжан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын һәм Баҡы дәүләт университетының халыҡ-ара хоҡуҡ факультетын тамамлап, ике юғары — медицина һәм юридик белем ала. рус һәм инглиз телдәрендә һөйләшә.

1998 йылдан башлап репортер, хәбәрсе, мөхәррир, баш мөхәррир, баш мөхәррир, баш мөхәррир урынбаҫары һәм ANS TV телевизион компанияһының Яңылыҡтар бүлегендә баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 2005 йылда Гейдар Алиев Фонды йәмәғәтселеге менән бәйләнеш буйынса бүлеген етәкләй.

Сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Милли йыйылыш

үҙгәртергә

Ғәнирә Пашаева Әзербайжанда милли мәжлестең өсөнсө (2005 йыл) һәм дүртенсе (2010 йыл) саҡырылыш депутаты.

2005 йылдың 6 ноябрендә 105-се Товуз һайлау округы депутаты итеп һайлана. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм парламент-ара бәйләнештәрҙең Милли йыйылыштың даими комиссия ағзаһы булып тора. Әзербайҗан менән Грузия араһында парламент-ара мөнәсәбәттәр буйынса эшсе төркөм етәксеһе, ӘзербайжанҺиндостан, Әзербайҗан — Төркиә, Әзербайҗан — Япония эшсе төркемдәре ағзаһы.

2006 йылдың 23 ғинуарынан Европа Советы парламенты ассамблеяһында Әзербайжан делегацияһының әүҙем ағзаһы. Европа Советының «Европа демократтары төркөмөнә» инә. Тигеҙлек һәм дискриминация мәсьәләләре буйынса комитеттың, шулай ук миграция, ҡасаҡтар һәм күсенеп килгән заттар мәсьәләләре буйынса комитет тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Европа советында Әзербайжандың башҡа вөкиле — Сәмед Сәидов менән бергә сәйәси һәм демократия мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы[6].

Ижтимағи эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Пашаева Ғәнирә «Евразия тикшеренеүҙәренең халыҡ-ара институты» йәмғиәте берләшмәһенең рәйесе булып тора.

2012 йылдың авгусында Ғәнирә Пашаева Сомалиға бара, унда ике аҙна дауамында Сомали йәштәренә урта медицина белемен алыуҙа ярҙам күрһәтә[7][8].

Ижади карьераһы

үҙгәртергә

2010 йылдың 8 ноябрендә «Хазар» университетында (Баҡы) Пашаева Ғәнирәнең Мостафа Кемал Ататөрк тураһында «Большой человек, которого потерял мир» китабының презентацияһы ойошторола[9].

2011 йылдың 22 ноябрендә Баҡы   «Park Bulvar» үҙәгенең «Али и Нино» магазинында Ғәнирә Пашаеваның «Её любовные письма» исеме аҫтында китаптары презентациялана һәм һатыуға ҡуйыла, был китапта йәш ҡыҙҙың һөйгәненә яуапһыҙ мөхәббәте, мөхәббәт көсөнөң бөйөклөгө тураһында әйтелә[10]. 2011 йылдың декабрендә Әзербайжанда китап һатыу буйынса лидеры булып китә[11].

2013 йылдың 24 июнендә «Евразия тикшеренеүҙәренең халыҡ-ара институты» йәмғиәте берекмәһе рәйесе ойошторған «Мост души между Карабахом и Анадолу» проекты сиктәрендә Әзербайжан милли йыйылышы депутаты Ғәнирә Пашаева һәм «Govkhar Group» тарафынан Мөслим Магомаев исемендәге Әзербайжан дәүләт филармонияһы сәхнәһендә патриотик йырҙар башҡарыусы төрөк йырсыһы Мостафа Йылдыздоғандың концерты үтә, ул Әзербайжан бойондороҡһоҙлоғо өсөн Ҡарабах һуғышында һәләк булған батырҙыр иҫтәлегенә, милли геройҙарға, Ҡарабах һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, уларҙың ғаиләләренә, ҡасаҡтарға һәм мәжбүри күскенселәргә арнала[12].

2013 йылдың 1 июлендә Баҡыла Бульвар Паркында «Али и Нино» магазинында Ғәнирә Пашаеваның һәм Әзербайжандың атҡаҙанған артисы Тунзәлә Агаеваның берлектәге проекты — «İkimizin yerinə…» (әзерб. «За нас двоих») альбомы презентацияһы үтә, уға Пашаева һүҙҙәренә Агаева башҡарыуында композициялар инә. «İkimizin yerinə…» композицияһын популяр йырсы Эльнур Мәмәдов башҡара. Презентация ваҡытында проект ҡатнашыусыларының автограф-сессияһы уҙа[13].

2013 йылдың 9 декабрендә Пашаева «Dünyanı dəyişən alimlər» (әзерб. теленән «Донъяны үҙгәрткән ғалимдар») — беренсе ике томлыҡ китабын презентациялай, унда үҙҙәрен фәнгә бағышлаған билдәле 50 ғалим инә, уларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр бирелә[14].

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • «Большой человек, которого потерял мир» о Мустафе Кемале Ататюрке,
  • «Её любовные письма»,
  • «Qənirə Paşayeva ilə addım-addım Türk dünyası» («Тюркский мир шаг за шагом с Ганирой Пашаевой»), повествующей о древних регионах Турции.
  • «Dünyanı dəyişən alimlər» («Ученые, изменившие мир»)
  • «Женщины, вписавшие свои имена в историю» (2011)[15]
  • Вместе с заслуженной артисткой Азербайджана Тунзалей Агаевой выпустила альбом «İkimizin yerinə…» («За нас двоих»)[14].

Наградалары

үҙгәртергә

2011 йылдың 5 мартында әзербайжан-грузин дуҫлығын нығытыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн Ғәнирә Пашаеваны Грузия президенты Михаил Саакашвили Намыҫ ордены менән бүләкләй. Бүләкләү тантанаһы Әзербайжанда Грузия илселегендә үтә. Грузия президенты исеменән орденды Әзербайжандағы Грузия илсеһе Теймураз Шарашенидзе тапшыра[16].

Премиялары

үҙгәртергә

2007 йылдың 19 ғинуарында Әзербайжан парламент журналистарының йәмәғәт берекмәһе депутат Ғәнирә Пашаеваны «Иң әүҙем депутат» һәм «Иң әүҙем һайлау хоҡуғын яҡлаусы» номинацияһында бүләкләй[17].

2010 йыл 29 сентябрендә «Әзербайжан йәштәренең яңы быуыны» йәмәғәт берекмәһе депутат Пашаева Ғәнирәне төрөк донъяһы алдында ҡаҙаныштары һәм уның донъяға ҡарашы алдында эшмәкәрлеге өсөн «Төрөк милләте хеҙмәтселәре» бүләгенә тәҡдим итә[18].

2010 йылдың 30 ноябрендә Ғәнирә Пашаева Төркиәнең иҡтсиад мәнәсәбәттәренең Евразия түңәрәге тарафынан тәүге тапҡыр ойошторолған «2010 — Зәки Вәлиди Туған» премияһына лайыҡ була. Премия 2010 йылдың 2 декабрендә Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһында «21 быуатта төрки донъяһы» темаһына халыҡ-ара симпозиумдың беренсе көнөндә тапшырыла[19].

2011 йылдың 16 майында Пашаева Ғәнирә Истанбулда сәйәсәт өлкәһендә Европа союзы гәзитселәренең «Иң яҡшы йылдар» журналистика премияһына лайыҡ була[20].

2011 йылдың 30 сентябрендә Ғәнирә Пашаева йыл һайын тапшырыла торған «Хазар» милли премияһын ала, уны традиция буйынса, «Йәш реформаторҙар» йәмәғәте берләшмәһе тапшыра.

2012 йылдың 29 декабрендә Әзербайжан милли йыйылыш депутаты Ғәнирә Пашаева закондар сығарыу өлкәһендә уңышлы эшмәкәрлеге өсөн «Одлар Юрду» премияһына лайыҡ була. Премияны Әзербайжандың йәштәр үҙәге, туризмды үҫтереү буйынса йәштәр коалицияһы һәм башҡа йәштәр ойошмалары ойоштора[21].

2013 йылдың 30 майында Пашаева Ғәнирә Төркиәнең «Радио эви дярняйи» (RADEV) ҙур медиа ассоциацияһының береһе ойошторған «Йылдың халыҡ-ара ыңғай мәҙәни илсеһе» премияһына лайыҡ була[22].

Фильмографияһы

үҙгәртергә

2011 йылдың апрелендә Пашаева Ғәнирә тарафынан фильм төшөрөлә, унда архив материалдары һәм Төркиәләге шаһиттарҙың күрһәтмәләре нигеҙендә төрөктәрҙең әрмәндәргә ҡарата XX юыуат башында геноцид ҡылыуы кире ҡағыла. Бының өсөн Әзербайжан парламенты Төркиәлә төрөк-әрмән мөнәсәбәттәре буйынса 1915 йыл башындағы ваҡиғалар темаһына үҙ тикшеренеүен үткәрә һәм шул ваҡиғаларҙың тере шаһиттары менән осраша[23].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://meclis.gov.az/news-dep.php?id=618&lang=az
  2. Qənirə Paşayeva vəfat edibАзери-Пресс.
  3. Qənirə Ələsgər qızı Paşayeva // (unspecified title)
  4. Интерфейс программирования приложения YouTube
  5. Состоялась презентация книги Газанфара Пашаева «Исследования о Насими» (недоступная ссылка). Дата обращения: 4 июля 2013. Архивировано 5 марта 2016 года.
  6. Ganira PASHAYEVA, Personal Information, Azerbaijan. Дата обращения: 5 июль 2013. Архивировано 13 июнь 2015 года.
  7. Ганира Пашаева в Сомали. Дата обращения: 4 июль 2013. Архивировано 24 февраль 2013 года. 2013 йыл 24 февраль архивланған.
  8. Азербайджанский депутат займется медициной в Сомали. Дата обращения: 4 июль 2013. Архивировано 24 февраль 2013 года. 2013 йыл 24 февраль архивланған.
  9. Состоялась презентация книги азербайджанского депутата Ганиры Пашаевой о Мустафе Кемале Ататюрке. Дата обращения: 4 июль 2013. Архивировано 26 февраль 2014 года. 2014 йыл 26 февраль архивланған.
  10. «Её любовные письма» от Ганиры Пашаевой(недоступная ссылка)
  11. «Её любовные письма» стала лидером продаж прошлого месяца(недоступная ссылка)
  12. В Баку состоялся концерт Мустафы Йылдыздогана "Мост души между Карабахом и Анадолу". Дата обращения: 9 май 2020.
  13. Ганира Пашаева и Тунзаля Агаева презентуют совместный проект “İkimizin yerinə...”. Дата обращения: 9 май 2020.
  14. 14,0 14,1 Вугар Иманов. В Баку прошла презентация книги Ганиры Пашаевой "Ученые, изменившие мир". Trend News Agency (9 декабрь 2013). Дата обращения: 9 май 2020.
  15. Состоялась церемония презентации книги депутата Ганиры Пашаевой «Женщины, вписавшие свои имена в историю». Дата обращения: 23 март 2014. Архивировано 18 апрель 2016 года. 2016 йыл 18 апрель архивланған.
  16. Саакашвили наградил Ганиру Пашаеву орденом чести. Дата обращения: 4 июль 2013. Архивировано 24 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 24 сентябрь архивланған.
  17. Общественное объединение парламентских журналистов Азербайджана определило награды в 3-х номинациях
  18. Азербайджанский депутат удостоена награды «Служители тюркской нации»
  19. Азербайджанский депутат удостоена премии в Турции
  20. Азербайджанский депутат удостоена в Стамбуле журналистской премии «Лучшие года»
  21. Ганира Пашаева удостоена национальной премии «Одлар Юрду» 2019 йыл 2 апрель архивланған.
  22. Ганира Пашаева удостоилась премии «Международный позитивный культурный посол года» 2019 йыл 2 апрель архивланған.
  23. Ганира Пашаева: никакого армянского геноцида не было. Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано 23 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.