Пархоменко Елизавета Павловна
Пархоменко Елизавета Павловна (5 май 1914 йыл — 26 ғинуар 2001 йыл) — совет төҙөлөш тармағы алдынғыһы, СССР-ҙың Төҙөлөш материалдары сәнәғәте министрлығының Днепродзержинский цемент заводы кран машинисы, Днепропетровск өлкәһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Пархоменко Елизавета Павловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 5 май 1914 |
Тыуған урыны | Байдаковка[d], Байдаковская волость[d], Верхнеднепровский уезд[d], Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 ғинуар 2001 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Каменское[d], Днепропетровск өлкәһе, Украина |
Һөнәр төрө | крановщик |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1914 йылда хәҙер Днепропетровск өлкәһенең Байдаковка ауылында, украин ғаиләһендә тыуа.
Балалар йортонда тәрбиәләнә. 1930 йылда Днепродзержинскка килә. Металлургия заводы ҡарамағындағы фабрика-завод училищеһына уҡырға инә.
1934 йыл башында яңы Каменский цемент заводына эшкә ебәрелә. Мотористка, ә һуңыраҡ крановщик ярҙамсыһы булып эшләй. Киске мәктәптә уҡый, артабан белемен техникумда дауам итә. 1938 йылдан цемент тирмән машинисы булып эшләй. Заданиеларын 120—130 процентҡа үтәй.
1941 йылда завод менән бергә Себергә эвакуацияланған. Чернореченский цемент цемент заводы тирмән машинисы булып эшләй. Шунда грейферлы электромостовый кран машинисы һөнәрен үҙләштерә. Днепродзержинскка 1945 йылда ҡайта һәм яңы һөнәре буйынса эшләй башлай.
СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1966 йылдың 28 июлендә төҙөлөштә һәм тәҙәләш материалдары етештереүҙәге юғары күрһәткестәре өсөн Елизавета Павловна Пархоменкоға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.
1969 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләүен дауам итә. Днепропетровск әлкә һәм Днепродзержинский ҡалаһының хеҙмәтсәндәр советы депутаты була.
Днепродзержинск ҡалаһында йәшәй. 2001 йылдың 26 ғинуарында вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (28.07.1966)
- Ленин ордены (28.07.1966)
- «Почет Билдәһе» ордены (27.04.1948)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙал
- башҡа миҙалдар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шевченко С., Кучеров Е., Дорошев С. Трудовая слава Днепропетровщины. — Днепропетровск, 2013.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пархоменко Елизавета Павловна . «Герои страны» сайты.